07.03.2014 Һөйөнсө, тағы бер башҡорт кинокартинаһы тыуҙы!
Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр. Уларға ҡарап һоҡланмаған әҙәм заты, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.
Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡан. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Ҡыҙҙар етәкләшеп тау башына менеп киткән. Дейеү арттарынан баҫтырып килгән. Инде тотам, эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп, күккә ашҡан. Етеһе ете урынға боҫҡан. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.
Барыбыҙға ла таныш әкиәт, шулаймы? Эңерҙә тышҡа сыҡҡан һайын, өләсәй һөйләгән был әкиәтте иҫкә төшөрөп, бала самимилығы менән күккә ҡарап уфтанып ҡуя инек. һәр кескәйгә йондоҙға әүерелгән ҡыҙҙар бик йәл тойолалыр.
Етегән йондоҙо хаҡында уҡығанда ете башҡорт һылыуының аяныслы яҙмышын күҙаллаһаҡ, был изге һәм серле ете һаны әллә күпме легенда-риүәйәткә сәйәхәткә алып китә. Шуларҙың береһен “Р.И.Продакшн” ойошмаһы музыкаль фильм итеп төшөрҙө. Продюсеры – Рияз Исхаҡов, режиссер-ҡуйыусы – Айсыуаҡ Йомағолов.
– Икһеҙ-сикһеҙ Йыһанға ҡарап, ем-ем итеп йылтыраған бихисап йондоҙ хаҡында ниҙер уйлағанығыҙ булдымы? Уларҙың араһында иң матурҙары, иң сағыуҙары – Етегән йондоҙлоғоноң серен белергә теләүселәр ҙә арағыҙҙа етерлектер. Асмандағы һанһыҙ йондоҙҙар ғүмер буйы илен һөйгән, ер-йортон һаҡлап ҡанын түккән кешеләрҙең йөрәге түгелме икән? Бәлки, намыҫына тап төшөрмәй, һуңғы һулышына ҡәҙәр Тыуған иленә тоғро ҡалғандар юғарынан беҙгә бағалыр? – тине Рияз Исхаҡов баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы ойошторолған күркәм сарала. – Ғөмүмән, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында күк есемдәре айырым урын алып тора. Ете ҡыҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, күптәр иң тәүҙә мәшһүр хореограф Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Ете ҡыҙ” бейеүен күҙ алдына килтерә. Әлбиттә, ул легенда-риүәйәттәргә таянып һалынған, фильмда ни бары өс кадрҙа күрһәтелә. Сөнки классикаға әйләнгән бейеү туранан-тура фильмдың сюжетына бәйле. Беҙ ҡыйыу ҡыҙҙарҙың образын тулыландырырға, ысынында уларҙың ниндәй булыуын күрһәтергә тырыштыҡ. Был ғәҙәти художестволы фильм түгел, һүҙһеҙ, музыкаға ҡоролған киноны ҡарарға әҙерләнегеҙ.
Урындағыларҙың да оло ярҙамы тейҙе
Республика өсөн кинематография өлкәһендә мөһим ижади проект булараҡ, фильм Башҡортостан Президентының 2 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булғайны. Маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тәүлек әйләнәһенә эшләгән “А Плюс” типографияһы, “Салауат” һәм “Газпром” яғыулыҡ станциялары селтәрҙәре ярҙам итте. Бағыусылар грант аҡсаһына ҡушып 750 мең һум өҫтәгән.
Фильм бик ҡыҫҡа ваҡытта Әбйәлил районының Ташбулат ауылы биләмәһендә төшөрөлдө. Режиссер һәм продюсерҙың әйтеүенсә, был төбәк юҡҡа ғына һайланмаған, Ҡырҡты тауҙары тәбиғәтенең гүзәллегенә һәм күлдәренең зәңгәрлегенә тиңдәр юҡ. Кино төшөрөү йәй аҙағында ғына, хеҙмәт ялдары тамамланыуға ҡарай башланһа ла, урындағы халыҡ бындай яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә – кино “ҡаҙан”ында дәррәү ҡайнай башлай.
–Ауыл хакимиәте башлығы Салауат Нафиҡовҡа рәхмәтебеҙ ҙур. Ул беҙҙең ҡарамаҡҡа тотош ауыл мәҙәниәт йортон биреп ҡуйҙы, бик күп ойоштороу эшен үҙ иңенә алды. Клубта хеҙмәт цехы урынлашты – грим һалыу, костюмдар, декорациялар әҙерләү, төшөрөү төркөмөн, актерҙарҙы йылы аш менән тәьмин итеү һәм кино эшенең башҡа күҙгә күренмәҫ, шулай ҙа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек хеҙмәттәре өсөн төп база булды. Ауыл халҡының оло энтузиазм менән беҙҙе хәстәрләүе һәм хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуына айырым рәхмәт. Оло йәштәге инәйҙәр, апайҙар, һис йәлләмәйенсә, үҙҙәренең милли башҡорт кейемдәрен һәм биҙәүестәрен биреп торҙо. Ерле халыҡтың ярҙамы һәм ихласлығы булмаһа, бәлки, һөҙөмтә күпкә ҡайтыш килеп сығыр ине, – тип һөйләй режиссер Айсыуаҡ Йомағолов.
Фильмда тотош ғаилә менән ҡатнашҡандар
Төп ролдәрҙе башҡарыусы Дания Ғөбәйҙуллина, Регина Баракова, Венера Йәғәфәрова, Айһылыу Йомағолова, Лиана Хәбибуллина, Алтынай Бурина һәм Нәркәс Ғәйфуллина – төрлө пландағы актрисалар. Ҡыҙҙар өсөн иң ауыры – сентябрь һыуығында йоҡа костюмдарҙа өшөү, күгәргәнсе һыуыҡ һыуҙа йөрөү, “дошман”дан ҡасҡанда аяҡ-ҡулдарҙың ағас-ботаҡҡа һыҙырылып ҡанһырауы булған, ә бөгөн иһә был хәлдәр онотолмаҫлыҡ матур хәтирәләргә әйләнгән. Ҡыҙҙарҙы айырым сәхнәләрҙә тирә-яҡ ауылдарҙан эйәрҙә үҙен күпкә ышаныслы тойған ҡыҙҙар – дублерҙар алмаштыра. Ә актерҙарҙың күбеһе – бер ниндәй ҙә сәхнә тәжрибәһе булмаған ауыл егеттәре. Ғөмүмән, төп ролдәрҙә уйнаған һәм күмәк күренештәрҙә ҡатнашҡан ябай ауыл кешеләре алдына оло бурыс ҡуя кино төшөрөүселәр: һүҙһеҙ фильмда образды тик күҙ ҡараштары, ым-хәрәкәт аша сағылдырырға. Ә әҫәр тәрән мәғәнәгә эйә, ил тарихы, халыҡ яҙмышының фажиғәһе хаҡында һөйләй.
Презентациянан Әбйәлил районының төрлө ауылдарынан фильм төшөрөүҙә ҡатнашыусылар ҙа ситтә тороп ҡалманы.
– Бына ҡыҙыҡ, 35 йыл буйы халыҡҡа кино күрһәтеп, үҙең тәү тапҡыр киноға төшсәле! – тип көлә ғүмер баҡый Ташбулат ауылы киномеханигы булып эшләүсе Рәғиҙә Ғәйнуллина. – Кино будкаһындағы бәләкәй генә тәҙрәнән күҙәтеүгә ҡарағанда үҙең ҡатнашыуы иҫ китмәле ҡыҙыҡ икән. Бер үк сәхнәне ҡат-ҡат төшөрһәләр ҙә, һис тә арыманыҡ. Бына бит, тарихҡа инеп ҡалынды.
– Был көндәрҙә ауыл ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килеп торҙо, кино тамамланды тигәйнеләр, күңелһеҙ булып китте шул, – тип һүҙгә ҡушыла Зифа Ғайсина.
Ә Гөлдәр Билалованың улы Айтуған, өлкән класс уҡыусыһы фильмдан һуң актерлыҡ һөнәре тураһында хыяллана башлаған. “Тәү тапҡыр: “Әсәй, мин бөгөн һуғышҡа киттем”, икенсе юлы: “Мин кәләш алдым”, – тип ҡайтып инде. Нисектер шул дәүергә инеп китеп, ролен барлыҡ күңеле менән бирелеп башҡарҙы. Был мөһим ваҡиға улыма киләсәктә оло сәхнәләрҙе яуларға ынтылыш булыр, бәлки”, – тип ҡыуанысын йәшермәй ҡатын.
Проектта тотош ғаиләһе менән ҡатнашыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Буранғол ауылынан Айбулат һәм Фәүзиә, улдары Сыңғыҙ Оморҙаҡовтар. Ҡатын менән ул туғандарында ятһа, Айбулат ағай, көн дә Ҡырҡты аша сикһеҙ ауыр юлды үтеп, етмәһә, ике атын етәкләп, йорт-ҡураға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн ҡайтып йөрөй. Әйткәндәй, уларҙың икенсе тапҡыр киноға төшөүе – быға тиклем ғаилә Айгиз Ғабдуллиндың “Мораҙым хан” фильмында уйнаған. Хатта үҙҙәренә боронғо яу ҡоралдарын да эшләтеп алғандар. Өсөнсө тапҡыр саҡырһалар, ҡушҡуллап ризалашыр инек, тип шаярта улар.
Игеҙәк улдары Динир һәм Данирҙың халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, йолалары, кейемдәре менән танышыуы, элекке шарттарҙа, бер аҙ булһа ла, йәшәп ҡарауына Резеда Ишкилдина шатланып бөтә алмай. Әбйәлил ҡасабаһында ғаилә бәләкәйҙән үк балаларын ижади мөхиткә йәлеп итә – малайҙар район үҙәгенә, күрше Салауат ауылына йөрөп, ҡурай класында белем ала һәм бейеү серҙәренә төшөнә.
Актерлыҡ ҡына түгел, башҡа йүнәлеш буйынса ла таланттарға бай был яҡтар. Ташбулат ауыл мәҙәниәт йорто директоры Зинира Фәтхуллинаны фильмдың рәссам-ҡуйыусыһы кеүек үтә яуаплы вазифаға тәғәйенләйҙәр. Профессионалдар менән бер командала эшләү рәссамдың тәжрибәһен арттырған, үҙе өсөн яңы эш алымдарын асҡан. Кино – сәнғәттең аяуһыҙ төрө, хәҙер мин уның оло коллектив хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр аша нисек ауыр тыуғанын беләм, миңә бер төркөм ауыл егете декорациялар ҡороуҙа ярҙам итте, юғары темптарҙа эшләгәнгә күрә барыбыҙға ла арымай-талмай йүгерергә тура килде, ти ул.
Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ
Ниһайәт, барыһы ла тулҡынланып залға үтте. Тамашасыларҙан бигерәк, режиссер һәм актерҙар йөрәкһенеп, урындарында ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуйҙы. Айсыуаҡ Йомағолов сценарий авторҙарын, барлыҡ төшөрөү төркөмөн, актерҙар составын сәхнәгә саҡырҙы.
…Етегән йондоҙҙо ете тапҡыр әйтһәң, сауап була, уны тын алмайынса ете тапҡыр ҡабатлаһаң, тын юлдарына, ғөмүмән, hаулыҡҡа файҙалы, имеш. Ана, ҡап-ҡара һыуҙың өҫтөндә лә көҙгөләй сағыла улар. Бәй, текләберәк ҡараһаң, һыу эсендә ниндәйҙер әйберҙәр күренә түгелме? Был бит ҡатын-ҡыҙҙар кейеме, биҙәүестәре лә таралып, күл төбөнә һибелгән, ҡыҙарып ятҡан мәрйендәр хас та ҡан тамсылары кеүек… Ниндәй серҙәр һаҡлайһың һин, тәрән Һыу, инде нисә быуат кемдең ауыр яҙмышын йәшерәһең, бәлки, ниһайәт, телгә килергә ваҡыт еткәндер һиңә? Сеү, ете ҡыҙҙың – ете батырҙың яуҙа ҡалған һөйгәндәре өсөн сафҡа баҫҡанын, йән аямай алышҡанын, дошман ҡулына ҡалғансы үлемде һайлауын иламай ғына һөйләсе.
…Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе яңы фильмдың сюжеты менән үҙе танышыр. башҡорт киноһын төшөрөү һәм ҡуйыу өлкәһендә сираттағы еңеү менән, дуҫтар! Талантлы кинооператорыбыҙ Рияз Исхаҡовтан асыш көтөргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ул был юлы ла һынатманы, уның хеҙмәте донъя шедеврҙарынан һис тә ҡалышмай. Эйе, көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле бик ҙур. Һәр бөйөк эш артында уң ҡулы менән – сабыйының бишеген, һул ҡулы менән бөтә донъяны бәүелткән ҡатын-ҡыҙ тора, тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр.
Ә халыҡ моңо аҫтында һүрәтләнгән ваҡиғалар кисерештәрҙе тағы ла тәрәнәйтеп ебәрә. Фильмды Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә барлыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына авторҙарҙың оло бүләге тип ҡабул иттем. Күрмәй ҡалмағыҙ, тип кенә өндәшәм. Сөнки ул тағы ниндәйҙер рекламаға мохтажлыҡ кисермәй.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»