07.02.2014 Республика буйлап марафон елә
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны киң ҡолас йәйә
Ғинуар аҙағында республикала муниципаль берәмектәр араһында мәҙәни марафонға старт бирелде. Уның билдәһе – Мәҙәниәт йылының эмблемаһы төшөрөлгән штандартты иң беренсе булып Бөрө районы алды. Сара һәр бер районда һәм ҡалала ойошторолоп, бөтә республиканы урап сығасаҡ, йәғни бер нисә көнгә һәр ҡала-район Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһына әүереләсәк.
Марафон барышында фестивалдәр, конкурстар, халыҡ байрамдары, акциялар, күргәҙмәләр, флеш-моб һәм башҡа мәҙәни саралар ойошторолорға тейеш. Ойоштороусылар үҙешмәкәр коллективтарҙың ижадын популярлаштырыу, мәҙәниәтте үҫтереү, республиканың берҙәм социаль-мәҙәни киңлеген булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡ ижады мөхитендә инновацион хеҙмәт алымдарын ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Марафонды Бөрөнән һуң Дүртөйлө, артабан Благовещен райондары ҡабул итте. Ошо көндәрҙә штандарт Борай районына тапшырылды. Планға ярашлы, сара март аҙағына тиклем республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә – Кушнаренко, Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас, Яңауыл райондарында, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында уҙасаҡ.
Л. ҺИҘИӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»