06.12.2013 Ҡырғыҙҙар илендә
Яңыраҡ Ҡырғыҙстанда төрки телле илдәр һәм ойошмаларҙың III медиа-форумы үтте. Унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова составындағы Гагауз Автономиялы Республикаһы, Украина составындағы Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән, Рәсәйҙең төрки телле республикалары – Башҡортостан, Татарстан, Ҡарасәй-Черкес, Дағстан, Саханан (Якутия) һәм башҡа төбәктәрҙән киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, бөтәһе – 160 кеше ҡатнашты.
Бешкәк: “Манас”, Ысыҡкүл һәм Сыңғыҙ Айытматов
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәккә тура рейс булмау сәбәпле, Мәскәү аша осабыҙ. Беҙ – Башҡортостан вәкилдәре: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров һәм мин. Самолетта уҡ ошо сараға осоп барған коллегаларыбыҙҙы осратабыҙ – Әзербайжандан ҙур ғына делегация, Татарстан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы вәкилдәре. Мәскәүҙең йонсоу, күңелһеҙ иртәһенән осоп, ҡояш нурҙарына, алтын көҙ төҫтәренә мансылған “Манас” аэропортына барып төштөк. Аэропортҡа халыҡ эпосы исеме ҡушылғанын күргәс, ҡырғыҙҙарҙың үҙ мәҙәниәтенә, тарихына донъя кимәлендә ихтирамлы, иғтибарлы булыуына һоҡландым. “Беҙҙең республикабыҙҙың һауа ҡапҡаһы ла “өс шөрөп” урынына ғорур Урал батыр исеме менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып торһа ине!” – тип хыялланып ҡуйҙым.
Ҡырғыҙҙар иле – данлыҡлы Ысыҡкүл, ҡар ҡаплаған мөһабәт Тянь-Шань тауҙары, бормалы юлдары, ихлас халҡы беҙгә бәләкәйҙән Сыңғыҙ Айытматов китаптары аша таныш. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң билдәле сәйәси ваҡиғалар арҡаһында Урта Азиялағы был дәүләтте күптәр тарҡау, ярлы итеп күҙ алдына килтерә.
Әммә Бешкәк беҙҙе яңы юлдар, таҙа урамдар, төҙөлөштәр, аҙым һайын байрам уттары менән саҡырып торған кафелар менән ҡаршы алды. Мин, ғәҙәттәгесә, республиканың һәм уның баш ҡалаһының мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһындым. Етәкселәр һөйләүенсә, Ҡырғыҙстанда театрҙар һаны 36, Бешкәктә генә өс симфоник оркестр эшләп килә. Ҡунаҡтар өсөн махсус программа менән Ҡырғыҙстандың халыҡ, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы Сәләмәт Садиҡова етәкселек иткән Бешкәк филармонияһының мәшһүр халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһаны. Улар ҡырғыҙ халыҡ һәм композиторҙар музыкаһы өлгөләрен беҙҙекенә бик ныҡ оҡшаған сабызғы (һыбыҙғы), хомус (ҡумыҙ), ҡыл–ҡаяҡ (ҡыл-ҡумыҙ) инструменттарында башҡарҙы. Сығыштарҙың кульминацияһы – “Манас” эпосынан өҙөк башҡарылыуы залдағы бер кешене лә битараф ҡалдырманы.
Форумда ҡатнашыусылар Сыңғыҙ Айытматовтың һуңғы төйәге – “Ата-бейит” мемориаль комплексында бөйөк яҙыусының ҡәберенә сәскә һалды. Яҙыусының улы Асҡар ҙа был сараға ҡушылды. Бында декабрҙә Сыңғыҙ Айытматовтың 85 йыллығы айҡанлы ҙур мәҙәни саралар үтергә тейеш.
Ҡырғыҙстандың Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығының мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы етәксеһе Ҡадырбәк Абдраев беҙгә “Ата-бейит” тураһында ғибрәтле тарих һөйләне. 1930 йылдарҙа Бешкәктән 20 саҡрым алыҫлыҡта тау аҫтында НКВД-ның кирбес заводы урынлашкан була. Репрессияға эләккән кешеләрҙе – Ҡырғыҙстандың танылған шәхестәрен һәм етәкселәрен юк итеү өсөн файҙаланыла ошо урын. 1937 – 1938 йылдарҙа уларҙың күбеһе атып үлтерелә һәм мәйеттәре тәрән соҡорға ташлана. НКВД хужалығында һаҡсы булып эшләгән ағай был аяныслы ваҡиғаларҙы үлер алдынан балаларына һөйләй. Уның ҡыҙы үҙгәртеп ҡороу заманы еткәс кенә, 1980 йылдарҙың аҙағында был хәлдәрҙе һөйләп бирә. Ҡаҙыу эштәре үткәрелгәс, Сыңғыҙ Айытматовтың атаһы, Ҡырғыҙстандың күренекле дәүләт эшмәкәре Төрекул Айытматовтың да шунда күмелгәнлеге асыҡлана. Атаһының ҡәбере табылыуы яҙыусыны бик ныҡ тетрәндерә һәм был урынды ул “Ата-бейит”, йәғни “Ата ҡәберлеге” тип атай. 1992 йылда монумент ҡуйыла һәм бында күмелгән барлыҡ ҡорбандарҙың исемдәре ташҡа яҙыла. Сыңғыҙ Айытматов үҙе лә васыяты буйынса ошонда ерләнгән.
Яңы заман – яңы медиа
Төрки телле илдәр һәм ойошмаларҙың III медиа-форумы “Традицион киң мәғлүмәт сараларын яңы медиаға әйләндереү” тип аталды һәм медиа өлкәһенең актуаль проблемаларына арналды. Сарала ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең төрлө аспекттарын, бөгөнгө заманда уларҙың урыны һәм ролен тикшерҙе.
Форумды Төркиә Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Бешир Аталай, Төркиә Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығының генераль директоры Морат Ҡараҡай, Әзербайжан Матбуғат советы рәйесе һәм Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы рәйесе Әфләтүн Амашов, ТӨРКПА генераль сәркәтибе Жандос Асанов, Ҡырғыҙстандың мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры Солтан Раев тәбрикләне.
Төрки илдәрҙең медиа-платформаһы форумды өсөнсө тапҡыр үткәрә. Үткәреү урыны итеп һәр саҡ берәй төрки телле илдең баш ҡалаһы һайлана. Сара тәүге тапҡыр Анкарала, икенсе тапҡыр Баҡыла үтһә, был юлы Бешкәк медиа-майҙанға әүерелде. Ойоштороусылар һөйләүенсә, тәүгеһендә ни бары алты ил ҡатнашһа, хәҙер уларҙың һаны 20-нән ашҡан. Төрлө баҫмалар, нәшриәттәр, интернет-сайттар, мәғлүмәт агентлыҡтары, телерадиокомпаниялар, матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәре бергә йыйылып, докладтар тыңлай, әүҙем фекер алыша, яңы тәҡдимдәр индерә, ә иң мөһиме – бер-береһе менән ихлас таныша, аралаша.
Ике көнлөк программала дүрт ултырыш үткәрелде: “Технологик үҙгәрештәр сағылышы булараҡ яңы медиалар”; “Төрки донъяның киләсәк киң мәғлүмәт саралары: яңы медиа-инструменттар һәм социаль медиалар йоғонтоһо”; “Киң мәғлүмәт саралары этикаһы контексында яңы медиалар”; “Башҡарылған эштәрҙе баһалау һәм форумға йомғаҡ яһау”.
Форумда традицион киң мәғлүмәт сараларын яңы медиа-ресурстарға үҙгәртеп ҡороу процестарын тикшереү күҙалланды. Киң мәғлүмәт саралары формалашыуға яңы технологияларҙың нисек тәьҫир итеүе, “яңы технологиялар” терминының нимә аңлатыуы, ни өсөн социаль медиа-стратегияларҙың мөһим булыуы, йәмғиәттең мәғлүмәт менән файҙалана алыу хоҡуғы менән контент эшләүгә авторлыҡ хоҡуғын яҡлау араһында нисек баланс һаҡлап ҡалырға мөмкин, дәүләт учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре эшендә яңы медиа йоғонтоһо нисек сағыласаҡ – ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү алып барылды.
Ҡатнашыусыларҙың фәһемле, ялҡынлы сығыштарын тыңлап, төрки донъяһында беҙҙең урыныбыҙ хаҡында уйланып ултырҙым. Төрки телле халыҡтар Ер шарында бик күп, үкенескә күрә, беҙ бер-беребеҙҙе белеп етмәйбеҙ. Телдәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ ни тиклем уртаҡ, оҡшаш икәнен, бөтәбеҙ бер тамырҙан сыҡҡаныбыҙҙы онотабыҙ, буғай. Бындай саралар беҙгә үҙ телебеҙҙе үҫтерергә, мәҙәниәтебеҙҙе барлыҡ төрки донъя контексында күрһәтеү һәм күтәреүгә этәргес бирә, туғандаш халыҡтарҙы берләштерә.
“Рюкзак аҫҡан журналист”
Медиа-форумда һуңғы 8 – 10 йылда ныҡ үҙгәргән заманыбыҙҙың киң мәғлүмәт сараларының яҡшы һәм етешмәгән яҡтары тикшерелде, Facebook, Twitter кеүек социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте көндән-көн артыуы хаҡында фекер алышыу ҙа булды. Социаль селтәрҙәрҙә авторҙың профессионал булмауы ла ихтимал, сөнки рубрикация ла, цензура ла юҡ. Баҫылған һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо был шарттарҙа алғы планға сыға. Ҡырғыҙҙар үҙҙәрен һүҙ ирке юғары ҡуйылған демократик республика итеп нарыҡлай. Сығыш яһаусылар тәнҡиттең конструктив, журналист этикаһының мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Яңы медиа өлкәһендә “рюкзак аҫҡан журналист” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгән икән. Үҙе һорауҙар биреп, диктофонға яҙып алған, үҙе мобиль камераға фотоға төшөргән, үҙе текст әҙерләп, үҙе үк сайтҡа сығарып ҡуйған журналисты редакция өсөн тотоу отошлораҡ, йәғни өс хеҙмәткәр функцияһын хәҙерге заманда бер кеше үтәй ала. Был, әлбиттә, конкуренция көсәйгән шарттарҙа заман талабы.
Медиа-форум һөҙөмтәләре
Форум ултырыштары барышында төрки телле илдәрҙең берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Бөтә төрки телле донъя өсөн уртаҡ һүҙҙәргә нигеҙләнгән терминологияны булдырыу һәм һүҙлек әҙерләү тураһында тәҡдим яңғыраны. Мәғлүмәт тә, тәржемәселәр ҙә етешмәүе билдәләп үтелде.
Берҙәм төрки телле телеканал асыу, www.turkmep.org тигән дөйөм интернет-порталды яңылыҡтар менән тултырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.
Төрки телле илдәр һәм ойошмаларҙың III медиа-форумы декларация ҡабул итеү менән тамамланды. Форумда яңғыраған төрлө тәҡдимдәрҙе туплап, киләсәк пландарҙы дөйөмләштерҙе был йомғаҡлау документы. Бына килешеүҙең ҡайһы бер урындары.
“Медиа-платформа ағзалары, уртаҡ тел, тарих һәм мәҙәниәткә нигеҙләнеп, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, нығытыу өҫтөндә эшләйәсәк”. ”Төрки телле халыҡтарҙың медиа-платформаһы кеүек киң мәғлүмәт сараларын берләштергән структуралар Евразия киңлегендә халыҡ-ара тыныслыҡҡа булышлыҡ итәсәк”. ”Уртаҡ медиа-донъяны ойоштороу киләсәкте төҙөүгә һис шикһеҙ тос өлөш индерәсәк”. ”Уртаҡ саралар үткәреү төрки телле донъя тураһында тулы һәм объектив мәғлүмәт алыуҙа булышлыҡ итеүен раҫлай”.
IV медиа-форумды 2014 йылда Төньяҡ Кипрҙың Төрөк республикаһында үткәреү тураһындағы ҡарар декларацияны тамамланы.
Төрки телле донъя нигеҙендә – уртаҡ йолалар һәм айыҡ аҡыл
Шуныһы ҡыуандырҙы – форумда, башҡа сараларҙан айырмалы рәүештә, тамсы ла хәмер булманы. Кис һайын ҡунаҡтар өсөн күркәм мәжлестәр ойошторолдо, мәҙәни программа ла матур ҡоролғайны. Тәүге көндә Ҡырғыҙстандың милли уйын ҡоралдары оркестры ҡырғыҙ музыкаһы менән таныштырһа, икенсе көндә ҡыллы квартет күңелдәрҙе асты, өсөнсө көндә һәр милләт үҙенең йырҙары менән сығыш яһаны. Форумда ҡатнашыусылар бер-береһе менән ихлас аралашты, киләсәккә уртаҡ пландар ҡорҙо, хеҙмәттәшлек тураһында килеште.
Халыҡтарыбыҙҙың оҡшашлығына хайран ҡалдым. Һуңғы көндәге мәжлес тирмә рәүешендә төҙөлгән ресторанда уҙҙы. Уның түбәһе сулпылар менән биҙәлгәйне, ә ҡырғыҙ дуҫтарыбыҙ беҙҙе үҙҙәренең милли аштары менән аптыратмаҡсы ине.
– Бына беҙҙең бауырһаҡ, йылҡы итенән эшләнгән ҡаҙылыҡ, – тип маҡтандылар, – беҙҙең тағы ла бер милли ашыбыҙ – бишбармаҡ бар, – тигәс, мин:
– Былар бит барыһы ла беҙҙеке лә! – тип көлдөм.
Ә ҡайтыр юлыбыҙ бигүк оҙон һәм күңелһеҙ тойолмаһын өсөн ҡырғыҙҙар беҙгә милли йолалары буйынса өҫтәлдәге аштарын күстәнәскә биреп ебәрҙе.
– Уралда йәшәгән ҡан ҡәрҙәштәребеҙ – башҡорттарға беҙҙән күп сәләм алып ҡайтығыҙ! – тип ҡалды беҙҙе оҙатҡанда ҡырғыҙ дуҫтарыбыҙ.
Ләйлә ИШМОРАТОВА,
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының
матбуғат секретары.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»