22.11.2013 Башҡорт моңо – оҙон көй
Туймазыла төбәк-ара “Оҙон көй” конкурсы уҙҙы, ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.
Оҙон көй – башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығының юғары нөктәһе, уны бар милләт вәкилдәре лә йырлай алмай. Халыҡ араһынан һәләтле йырсыларҙы асыҡлау, традицияларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында бәйгене ойоштороуҙы тормошҡа ашырыу программаһы тәүге башҡорт ҡоролтайында уҡ хәл ителгәйне.
Юғары ойоштороу кимәле менән айырылып торған быйылғы конкурсҡа 28 район, 12 ҡала вәкилдәре, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалалары һәм Ҡаҙағстандан барлығы 110 ҡатнашыусы килгәйне. Иң йәш ҡатнашыусы Баймаҡ районынан 8 йәшлек Дилә Барлыбаева булһа, Балаҡатайҙан 75 йәшлек Ғәйшә Абдуллина иң олоһо тип танылды.
Ә йыр бәйгеһендә иң оҫтаһы Ғафуриҙан Рәмил Сәйфуллин булып сыҡты, ул төп – 100 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Призлы урындарҙы Күмертауҙан Рифат Вахитов, Баймаҡтан Тимур Рамазанов, Өфөнән Алмас Сирусин яуланы һәм конкурс лауреаттары исемен алды. Дәүләкән районынан Рәлиә Әйүпова, Ишембай районынан Тәнзилә Аҫылгәрәева һәм Екатеринбургтан Розалия Ноғоманова махсус приздарға лайыҡ булды. Барлыҡ еңеүселәргә аҡсалата премия һәм бүләк сертификаттары тапшырылды.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Халыҡ йырын ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй ярата
Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй – 2013” бәйгеһенә силәбеләр ныҡлап әҙерләнде. Был мәртәбәле сарала улар тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Әүҙем йәмәғәтсе Рабиға Бикбулатова етәкселегендә конкурсҡа өс бала һәм ике оло йәштәге ҡатнашыусы йүнәлде. Уларҙың репертуарына “Сыңрау торна”, “Һылыу ҡыҙҙар”, “Ҡарабай”, “Тирәк”, “Томан”, “Таштуғай”, “Урал”, “Ҡолой кантон”, “Арғужа”, “Азамат” һәм башҡа йырҙар инде.
Тәүге сығыштарҙан уҡ Силәбе башҡорттары һынатманы, хатта етәксене һәләтле ҡатнашыусылар килтергәне өсөн маҡтап телгә алдылар. Арғаяш районының Дәрбиш ауылынан Эльвира Абдуллина йырлай башлағас, Рабиға апай үҙе әйтеүенсә, күҙҙәренән йәштәр атылған. Эльвираның моңо берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, ул өсөнсө урынға һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Сосновка районының Трубный ҡасабаһынан Нурия Садиҡова дипломант исемен яулаһа, ошо уҡ ауылдан кескәй Рада Хөсәмова баһалау комиссияһын актерлыҡ таланты һәм алсаҡ йылмайыуы менән әсир итте.
Өлкәндәр төркөмөндә Жанна Ҡорманғәлина (Арғаяш районы, Дәрбиш ауылы) халыҡ йырын йырлап ҡына ҡалманы, ә мөнәжәт тә башҡарҙы. Жюри уның өҫ-башына ла иғтибар итте – Жанна бик боронғо башҡорт халыҡ кейемендә килгәйне. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бынан йөҙәр йыл элек ижад ителгән халыҡ йырҙарын барлыҡ аһәңлегендә замандаштарына үҙенсәлекле итеп еткерә алған ҡатын Башҡортостан тамашасылары өсөн оло бер асыш булды.
Силәбе ҡалаһынан күренекле йырсы Рәмзиә Сәғәҙәтованың сығышы, һәр ваҡыттағыса, алҡыштарға күмелде. Беҙҙең өлкәлә оҙон көйҙәрҙе уның кеүек профессионалдарса башҡарыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк осрай. Ундай моң эйәләре, бер уйлаһаң, бер ниндәй бәйгеләргә лә мохтаж түгел, ә профессионал булараҡ, сәхнәлә үҙҙәренең оҫталыҡтарын иҫбатларға мәжбүр. Төбәгебеҙҙә башҡорт халыҡ йырҙарына маһир билдәле башҡарыусы Йәлил Һиҙиәтуллин да (Арғаяш районы, Ҡолой ауылы) иғтибарға лайыҡ булды.
Рабиға Фәрит ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы оло бәйгегә әҙерләгәне өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. 2015 йылда “Оҙон көй” унынсы тапҡыр ойоштороласаҡ, был юбилейға ҡарата Силәбе өлкәһенән килгән барлыҡ ҡатнашыусыларҙың йырҙарынан диск сығарыу планлаштырыла. Ә әлегә йырсылар киләһе конкурсҡа – Сибай ҡалаһында уҙасаҡ “Ирәндек моңдары – 2014” бәйгеһенә әҙерләнә.
“Оҙон көй – 2013” йыр бәйгеһендә ҡатнашыусы силәбеләр Трубный мәктәбе директоры, район советы депутаты Л. Осиповаға, Әлеш ауыл биләмәһе башлығы Р. Ғәбитовҡа, конкурс кураторы И. Безруковаға, РХИҮ хеҙмәткәре Э. Әхмәтйәноваға һәм Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия үткәреүсе Л. Бейешеваға оло рәхмәтен еткерә.
Резеда БАЙНАЗАРОВА.
Силәбе өлкәһе.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»