22.11.2013 «Талапсан Өфө тамашасыһына зауыҡлы программа әҙерләйбеҙ»
Нефтекама дәүләт филармонияһы – республикалағы филармониялар араһында иң йәше. Ул яңыраҡ үҙенең 16-cы ижад миҙгеленә аяҡ баҫты. Филармония ошо йылдар арауығында сағыу ҡаҙаныштар һәм танылыу яуланы. Сер түгел, мәҙәниәт усағының үрҙәр яулауында етәксенең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Нефтекама филармонияһы был йәһәттән бәхетле. Уны мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә билдәле, филармонияның киләсәге, артистары өсөн янып йәшәгән шәхестәр етәкләне. Бөгөнгө директор Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев та тап шундай сифаттарға эйә булыуы менән хөрмәткә лайыҡ.
– Рәйес Абдрахман улы, филармония күптән түгел үҙенең 16-сы ижад миҙгелен асты. Уҙған миҙгел нимәһе менән айырыуса үҙенсәлекле булды?
– Республика сәнғәт күгендә иң һуңғы булып ҡабынған ижади «йондоҙҙар»ҙың береһе – Нефтекама дәүләт филармонияһы ҡыҫҡа ғына ваҡытта танылған мәҙәниәт усағына әүерелеп өлгөрҙө. 15-се ижад миҙгелен матур, уңышлы тамамлауға уҙған йылдарҙа тупланған ныҡлы, бай матди база һәм филармонияла талантлы йәш артистарҙың эшләүе нигеҙ булды.
Коллективыбыҙҙа республиканың һәм илебеҙҙең тиҫтәгә яҡын атҡаҙанған артисы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айбулат Рәхмәтуллин, Рифҡәт Ғәбделйәнов, Юнир Ноғаманов, Гөлнара Сәфәрова, Марс Ишморатов, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Лилиә Йосопова, Зилә Аҙнабаева. Һанай китһәң, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәребеҙ бихисап. Әйтергә кәрәк, һуңғы ике-өс йылда филармонияға БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан да иғтибар бермә-бер артты. Уның хәстәре һәм ҡала хакимиәтенең оло ярҙамы менән филармонияға сифатлы яҡтыртыу һәм тауыш аппаратуралары һатып алынды, сәхнә кейемдәре, шул иҫәптән артистарға костюмдар тектерелде.
Быйыл йәй, ниһайәт, күптән күңелде өйкәп торған ҙур проблемаларҙың береһе хәл ителде – концерт залындағы иҫке ултырғыстар яңыларына алмаштырылды. Әлбиттә, сәнғәт усағының төп күрһәткесе – уның концерт эшмәкәрлеге. Филармониябыҙҙа күп милләтле эстрада төркөмдәре эшләүе концерт гастролдәре географияһын киңәйтергә, Башҡортостан менән генә сикләнмәй, күрше Татарстан, Удмурт республикаларына, Пермь крайына, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур, Һамар өлкәләренә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә концерттар менән сығыуға киң мөмкинлектәр бирә.
Былтыр коллективыбыҙ тейешле планды арттырып үтәп (концерт миҙгелендә 450-нән ашыу программа бирергә тейешбеҙ), илебеҙҙең бик күп төбәгендә гастролдә булып, Рәсәй тамашасыларын да филармониябыҙҙың эшмәкәрлеге менән әүҙем таныштырып ҡайтты.
– Нефтекама ҡалаһы өсөн быйылғы йыл айырыуса иҫтәлекле – уға нигеҙ һалыныуға һәм ҡала статусы бирелеүгә 50 йыл тулды. Юбилей йылы сиктәрендәге байрам программаларында филармония ниндәй роль уйнаны һәм өлөш индерҙе?
– Эйе, быйылғы йыл сәнғәт усағыбыҙ өсөн айырыуса яуаплы миҙгел булды. Артистар йыл буйы барған бөтөн сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты һәм ҡатнаша. Был аңлашыла ла, филармония – ҡалала ғына түгел, төбәктә лә берҙән-бер профессиональ сәнғәт усағы һәм ижади төркөмдәр сығышы һәр сараның сағыу биҙәге. Шулай ҙа төп көс Ҡала көнөн байрам иткәндә файҙаланылды.
БР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғаманов етәкләгән «Түңгәүер» бейеү ансамбле, өмөтлө, талантлы йәш йырсыларыбыҙ Иршат Ҡарасурин, Раян Алтыншин, Зәбирә Әминева, Сулпан Ғәфүрйәнова һәм башҡа артистарыбыҙ байрам программаларының «сөйө» һәм биҙәге булды. Уларҙың сығышы – «Башҡорт тирмәһендә»ме, «Урыҫ ихатаһында»мы, «Мари өйөндә»ме, «Татар йортонда»мы, «Әзербайжан ҡышлағында»мы – көслө алҡыштарға күмелде һәм программаларҙың лайыҡлы, иҫтәлекле үҙәгенә әүерелде.
– Күреүебеҙсә, филармонияның төп ижади көсөн йәштәр тәшкил итә. Уларҙың үҫеше, киләсәге тураһында һеҙҙә ниндәй хәстәрҙәр күрелә, ғөмүмән, йәш артистарҙың перспективаһы бармы?
– Бик дөрөҫ һорау. Эйе филармониябыҙҙа, нигеҙҙә, йәштәр эшләй. Хәҙерге заманда һәр кеше өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе – торлаҡ.
Аллаға шөкөр, был йүнәлештә ҡала хакимиәте – беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ. һуңғы ваҡытта бер нисә ғаиләгә фатир бирелде, яңы килгән йәш артистар шунда уҡ бүлмә, дөйөм ятаҡтан урындар менән тәьмин ителә.
Бер артисыбыҙ ҙа урамда ҡалып, фатир эҙләп йөрөмәй. Был йәһәттән ҡала хакимиәте башлығы Илүс Фәғит улы Ғарифуллинға һәм уның урынбаҫары Шамил Шакир улы Хәлитовҡа рәхмәтлебеҙ.
Артистарға ижади яҡтан үҫер өсөн филармонияла бөтөн шарттар ҙа булдырылған. Йырсылар менән вокал буйынса педагог шөғөлләнә. Хәҙер бит сәхнәгә сығып йырлап тороп ҡына тамашасыны ҡәнәғәтләндереп булмай. Шуға ла улар өсөн хореография дәрестәре ойошторола, режиссер һәр береһе менән айырым эшләй.
Әлбиттә, күп артистың тырышлығынан тора.
– Тимәк, тиҙҙән Өфөлә уҙасаҡ «Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек» тип исемләнгән концертта тамашасы филармония артистары ижадын бар яҡлап та баһалаясаҡ?
– Шуға өмөт итәбеҙ. Өфөгә концерт менән килеү үтә лә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Был гастролгә бик етди әҙерләнәбеҙ, сөнки баш ҡала тамашасыһы бик зауыҡлы һәм талапсан.
Артистарыбыҙ һыр бирмәҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Тамашасылар лайыҡлы рәүештә операларҙан өҙөктәр ҙә, романстар ҙа, шул иҫәптән башҡорт, татар, рус, мари композиторҙарының һәм халыҡ йырҙарын да тыңлап, йырсыларыбыҙҙы ихлас баһалар, тигән өмөттәбеҙ. Ә «Түңгәүер» бейеү ансамбле – һәр концерттың йөҙөк ҡашы, ул да был юлы концертҡа килеүсе тамашасыларының өмөтөн аҡлар һәм үҙ сығыштары менән йәшәргә дәрт, көс, илһам бирер.
Концертыбыҙ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Шулай итеп, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ижадын һөйөүселәрҙе 23 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә көтөп ҡалабыҙ.
Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Зилә АҘНАБАЕВА әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»