RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

08.11.2013 Беҙҙең кумирҙар

Халҡыбыҙ бөгөн йыр-моңға сарсаймы икән? Был һорауға, юҡтыр, тип яуап ҡайтарыр инем. Хәҙер бит ҡалала көн һайын концерт, ә ауылдарҙа – аҙна һайын тамаша. Зауығыңа ҡарап, һайлап ҡына йөрөргә лә була. Шуныһы ҡыҙыҡ, көндән-көн үҫешкән эстрадабыҙҙа, бер көнлөк йәш йырсылар менән бер рәттән, оло йәштәге бына тигән моң эйәләре ҡалҡып сығып тора. Уларҙың күбеһе – тормоштоң төрлө һынауҙары арҡаһында оло сәхнәгә аяҡ баҫа алмаған, йылдар дауамында сәнғәткә ҡарата һөйөүе һүрелмәгән үҙешмәкәр башҡарыусылар. Профессиональ йырсылыҡҡа белем алмаһалар ҙа, улар сәнғәткә ныҡлы аҙымдар менән килә һәм халыҡ теленән дә, сәхнәнән дә төшмәй. Бөгөнгө кумирҙарыбыҙ – йәшлек дәртен һүндермәйенсә, ябай халыҡ араһынан сыҡҡан популяр йырсыларыбыҙ.

Бибисара АЗАМАТОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған
аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре
Беҙҙең кумирҙарКем уның моңон ишеткән, йырсыны сихри Кабо-Верде утрауы һандуғасы Сезария Эвор менән сағыштыра. Балалыҡ осоро һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Етемлектең әсе һурпаһын татыған ҡыҙҙың яратҡан шөғөлө, берҙән-бер күңел йыуанысы һәр саҡ йыр була. Йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән урманға емеш-еләккә йөрөй башлайҙар, Бибисара тәбиғәттә йырлап юлдаштарының йөрәген елкетә – уның бәрхәт тауышы тау-яландарға ишетелә, тирә-йүнгә ауаз булып тарала.
Бибисара Азаматованы тыуған ере Баймаҡта иң тәүҙә яуап­лы етәксе, эшен урын-еренә еткереп башҡара белгән тырыш завод директоры тип беләләр. Йәшләй генә предприятиеға сәркәтип булып килгән ҡыҙ тора-бара директор дәрәжәһенә тиклем үҫә. «Быйылғы йыл минең өсөн үтә уңышлы булды, Аллаға шөкөр. Ун биш концерт ойошторҙом, йырҙарымды халҡым яратты, әле лә һорайҙар. Өсөнсө дискыны яҙҙырҙым, ейәнем Марат БДУ-ның тәүге курсын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, икенсе курста уҡый башланы. Иң мөһиме, мин сентябрҙә икенсегә өләсәй булдым. Был иң-иң бәхетле көндәремдең береһе – баһадир ейәнем тыуҙы. Өләсәй булыу икеләтә бәхет, уны татыған һәр кем белә. Ҡыҙҙарым һәм ейәндәрем бәхетле, оҙон ғүмерле була күрһен инде...
Ҡиммәтле һәм һиммәтле дуҫтарыма, хит парадтарҙа тауышын биргән, минең ижадымды яратыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм! Халҡым иҫән-һау, имен булһын!» – ти йырсы.


Фәниә ДАУЫТОВА
Беҙҙең кумирҙарРеспубликаның бер байрамы ла Фәниә Дауытованың йырҙарынан тыш үтмәй. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәр ваҡыт мөхәббәт тураһында, Рәсәйгә һәм Башҡортостанға арналған йырҙар яҙҙы.
«Әссәләмәғәләйкүм», «Беҙ 450 йыл бергә», «Салауат», «Шайморатов генерал», «Ватанды һаҡлаусылар», «Сәскә ат, тыуған яғым», «Ҡорғаҙаҡ», «Өфө – Мәскәү», «Башҡортостан – тыуған илем», «Нарыҫтау», «Урал батыр» – шағирә Фәниә Дауытова һүҙҙәренә һәм көйөнә Тыуған ил, милли батырҙарыбыҙ һәм президенттар тураһындағы йырҙар уңышҡа өлгәшә, республика кимәлендәге сараларҙа яңғырай.
Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы нимә тураһында ғына яҙмаһын, дәртле куплеттары аша уның изге күңеллелеге һәм оптимизмы сағыла.
«Ярты быуат ғүмерем Урта Азияла – Төркмәнстан менән Үзбәкстанда үтте. Атай-әсәйем Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка һәм Переволоцк райондарында тыуып үҫкән. Улар башҡортса һөйләште, шуға туған телдә иркен аралаша инем. Әсәйем халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, атайым әсәйем өсөн йырҙар сығарыр, «Перовский»ҙы бейер ине. Оҙаҡ йылдар Урта Азияла йәшәгәс, төркмән, үзбәк телдәрен өйрәндем, әммә башҡорттар менән аралашыу бәхете теймәне. Өфөлә урынлашҡас, ете йыл башҡорт иҡтисад лицей-интернатында мөдир, рус теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Тәүҙә рус, тора-бара, таныштарымдың өгөтләүе буйынса, башҡорт телендә йырҙар яҙа башланым. Туған телемдә сыҡҡан йырҙарым өсөн ҙур ҡыуаныс кисерәм, күңелем илһам менән тула. Хистәремде, уйҙарымды донъялағы иң гүзәл, матур яңғырашлы, иң бай, атай-әсәйем теле булған башҡорт телендә халҡыма еткерәм икән – бәхетлемен! Ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған ғәжәп, аҫыл, ҡәҙерле телебеҙҙән артыҡ башҡа тел юҡтыр, тип иҫәпләйем», – тип һөйләй үҙе хаҡында йырсы һәм композитор.

Альберт ШАҺИЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы
Беҙҙең кумирҙарБашҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиевтың ҡабатланмаҫ моңо ниндәй генә сәхнәләрҙән яңғыраманы икән?! Тыуған ауылы клубында йырлаһынмы ул, йә булмаһа, Франция, Япония сәхнәләренән сығыш яһаһынмы – күкрәгенән урғылып сыҡҡан моңо бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ижад иткән артистың күп ваҡыты юлда үтә. Шулай ҙа йылдар үтеү менән оҙайлы гастролдәр араһында үҙ концертын ойошторорға форсат таба ул.
Альберт Шаһиев бер көнлөк еңел-елпе йырҙар менән мауыҡҡан йырсылар­ҙан түгел, уның репертуарының төп өлөшөн халыҡ йырҙары, композиторҙарҙың йылдар һынауы үткән әҫәр­ҙәре тәшкил итә. Шуға ла йырсының концерттарын ысын моңға, тере тауышҡа сарсағандар көтөп ала.
Моң өлгөһө булған халҡыбыҙ йырҙарын, романстарҙы, мәшһүр «Сәлимәкәй», «Уйыл»ды Альберт Шаһиев һымаҡ һәр бер бөгөлөнә тиклем еткереп, бар нескәлегендә аһәңле итеп башҡара алыусылар һирәк. Тап был йырсы «Тәфтиләү» йырын тәҡдим иткәс, кинорежиссер Рияз Исхаҡов «Һөйәнтүз» фажиғәһе темаһына тотона ла инде.

Рәүилә МӘСӘЛИМОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Беҙҙең кумирҙарБынан биш йыл самаһы элек «Гәлсәр һандуғас» конкурсы аша тамашасыларҙың күңелен яулаған еңеүсе башҡарыуында Х. Мөҙәрисова hүҙҙәренә Б. Йәнекәев яҙған «Ваҡыт» йырын һәр йортта яратып тыңлайҙар ине. Бөгөн инде «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булған Рәүилә Мәсәлимова ижад багажын әллә күпме яңы йыр менән байытты.
Миәкә һылыуы электән йырлай, йыш ҡына үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының район-ара смотрҙарында ҡатнаша, 1984 йылда Fәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге конкурс­та лауреат була. Ул саҡта Рәүилә Ғүмәрова фамилияһы аҫтында сығыш яһай. Тамашасы, ниңә Рәүилә элегерәк йырламаны икән, тине. Ә йыр – ул Рәүиләнең булмышы, тик әҙәпле, итәғәтле ҡатын һәр саҡ, мин йырлайым, тип ҙур сәхнәләргә үҙе теләп сығырға тартына. Үҙ алдына көйләп йөрөhә лә, кеше алдында йырламай. Тора-бара ул йырсы булыу хаҡындағы хыялын тормошҡа ашырырға тигән маҡсат ҡуя һәм ире, яҡындары ярҙамында сығыш яһай башлай. Йырсы телевидение-радионан тәүге сығыштарынан уҡ барыһын да таң ҡалдыра.
Бөгөн Рәүилә Мәсәлимованың бер көн дә йырhыҙ йәшәгәне юҡ. Төп белемегеҙ сәнғәткә ҡағылмаған булыуы арҡаһында, тирә-йүндәгеләрҙең ҡарашы нисек, тигән һорауға ул былай ти: «Төрлөhө бар. Әммә мин сәхнәгә кемдеңдер урынын алыр, кем менәндер бәхәсләшер, көрәшер өсөн сыҡмайым. Йәнем моңлана икән, йырлайым. Мине дәғүәсе итеп тә, йә булмаhа, үҙешмәкәр итеп тә күрергә кәрәкмәй. Йырлана икән, моңланам, әммә көсәнмәйем. Эйе, махсус белем алмағас, бәлки, ноталарҙы башҡаса аламдыр, әммә йырҙы тойоп, мәғәнә hалып, кисереп башҡарырға тырышам».










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы