01.11.2013 Эстрада даръяһында – яңы «Тулҡын»
Эстрада... Кемдәр генә уға ғашиҡ түгел дә, кемдәрҙе генә ул үҙенә ылыҡтырмай. Был илаһи моңло йәшәйештә лә һәр кемдең үҙ йондоҙло сәғәте, үҙ балҡышы һәм яҙмышы. Бөгөн эстрадабыҙға йәштәрҙең күпләп килеүе күҙәтелә. Шундай яңы тауыштарҙың береһе – «Тулҡын» төркөмө. Ниндәйерәк булыр уларҙың тулҡынланыуҙары, талпыныуҙары, ҡағыныуҙары һәм ҡабыныуҙары? Быны ваҡыт күрһәтер. Ә әлегә төркөм менән яҡындан танышыу бер ҙә ҡамасауламаҫ кеүек.
– Һүҙҙе, ғәҙәттәгесә, танышыуҙан башлайыҡ. Үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙсе, егеттәр.
Айгиз. Мин – Айгиз Иҫәндәүләтов. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағандан һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка һәм компьютер бүлегенә уҡырға индем. Бөгөн юғары уҡыу йортоноң икенсе баҫҡысында, йәғни икенсе курста уҡып йөрөйөм.
Рәис. Ә мин Рәис Ҡангилдин булам. Данлыҡлы Буранбай еренәнмен. Шулай уҡ лицей-интернатты тамамланым, әле ӨДИСУ студентымын. Яйлап баш ҡалаға, ундағы тормошҡа өйрәнеп бөттөк шикелле.
– Йыр-моң даръяһы менән бәләкәйҙән бәйлеһегеҙме? Ҡасан тәүләп сәхнәгә сыҡтығыҙ?
Рәис. Дүртенсе синыфтан алып бейейем һәм йырлайым. Лицейҙа уҡығанда Ғәлинур Ҡарасурин һәм Рәсимә Моратова етәкләгән хәтәр шәп «Өс таған» вокаль ансамблендә Айгиз, Илгиз дуҫтарым менән йырлай инек.
Айгиз. Мин дә бала саҡтан сәхнәләмен. Рәис телгә алған ансамблдә 5-се синыфтан йырланым. Тап лицей-интернатта уҡыған йылдарҙа сәхнәгә нығыраҡ яҡынлаштым, уны яраттым һәм уға эҫендем.
– Һәм, белеүемсә, һеҙ Өфөгә килеп уҡый башлағандан һуң тамашасы хөкөмөнә иң беренсе тапҡыр «Беҙ бергә саҡта» исемле йырығыҙҙы тәҡдим иттегеҙ. Йәштәр араһында ул ярайһы ғына популяр булды кеүек, шулай бит?
Айгиз. Эйе. Тәүге ҡоймаҡ төйөрһөҙ булмай, тигәндәй, етешһеҙлектәре лә булды инде. Әммә был беҙгә тик өмөт, ышаныс, дәрт кенә өҫтәне.
– Егеттәр, ә йырҙарҙың һүҙҙәрен, көйөн кем яҙа? Һәм һеҙгә был ижади эшегеҙҙә кемдәр ярҙам күрһәтә?
Рәис. Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙебеҙ бергә яҙабыҙ. Тәүҙә башлап китергә Фәиз Юмалин, Рәлим Заманов ярҙам итте. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр күп тамашасы алдында йәш йырсыларҙы күреү-таныу, асыҡлау маҡсаты менән Белорет ҡалаһында ойошторолған «Алға, йәй алда!» исемле концертта сығыш яһаныҡ һәм шунда уҡ үҙебеҙгә «Тулҡын» исемен алдыҡ. Был концертта шулай уҡ беҙҙең һымаҡ яңы ғына йырлай башлаған «Хыял» төркөмө ҡыҙҙары, АМК һәм «Йыртҡыс» төркөмдәре лә ҡатнашҡайны.
– Киләсәктә мотлаҡ йырсы булып китергә теләйһегеҙме?
Рәис. Шуға ынтылабыҙ.
Айгиз. Бәләкәй саҡтан бейергә яраттым, бейеүсе булырға хыялланғайным, әммә йыр үҙенекен итеп, барыбер алға сыҡты.
– Йырҙарығыҙҙың темаһы ниндәй?
Айгиз. Йәш кешеләрҙең темаһы шул мөхәббәт инде. Артабан, Алла бирһә, тормош, йәштәр йәшәйеше, миҙгелдәр темаларын да сағылдырмаҡсыбыҙ. Ололар өсөн дә йырҙар ижад итергә ине.
– Әйткәндәй, күптән түгел тағы бер яңы йырығыҙҙы ишетеп ҡыуандыҡ. Һеҙҙе төрлө концерттарҙа, сараларҙа, атап әйткәндә, Салауат майҙанында йыш ҡына күрәбеҙ. Әүҙемһегеҙ, афарин!
Рәис. Рәхмәт! Киләсәктә лә яңы йырҙар менән һөйөндөрөрбөҙ (яҡын арала өр-яңы йырыбыҙҙы тамашасы хөкөмөнә сығармаҡсыбыҙ). Клиптар төшөрөү тураһында ла уйлайбыҙ. Теләк булһа, яйы, әмәле табылыр, тибеҙ.
– Йәштәштәрегеҙгә әйтер һүҙегеҙ булһа, рәхим итегеҙ.
Айгиз. Йәштәр әүҙем, тырыш булһын. Һәр саҡ атай-әсәйҙәренә, туғандарына булышһындар. Һәм, әлбиттә, йыр-моңдан айырылмаһындар.
Әлиә ХӘСӘНОВА,
Сибай институтының филология
факультеты студенты.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»