01.11.2013 «Йондоҙҙар йыям!»
Учалының талантлы егете – «Ҡош юлы» конкурсы еңеүсеһе Тимур Ямаловтың Башҡорт дәүләт академия драма театрында концерты уҙасаҡ
Уны тәүге тапҡыр Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллиндың иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса зона турнирында күрҙем. Дөрөҫөрәге, тәүҙә ишеттем. Сөнки алдымда киң яурынлы көрәшселәр торғас, турнирҙы асыу тантанаһында йырлаған егеттең тауышы ғына миңә килеп етә алды. Бөтә залды һелкеткән көслө, үҙенсәлекле тауышлы егеттең исемен аңғармай ҡалыусылар бер-береһенән, кем ул, тип һорашты. Мин дә, ошоғаса уны ишеткәнем булмағас, йырсыны күрергә теләп, аяҡ осона баҫып, тауыш яғына тырышып-тырышып муйынды һуҙҙым. Ниһайәт, быға ирешеп, гитарасыны күрҙем дә, аптыраным, сөнки, тауышына ҡарағанда, унда кәмендә буйы ике метрға еткән, шкаф кеүек олпат кәүҙәле бәһлеүән күҙгә ташланыр һымаҡ тойолғайны. Әммә микрофонға башын эйеберәк йырлаған егет тышҡы ҡиәфәте менән башҡаларҙан бер ҙә айырылмай ине – ҡаҡса кәүҙәле ябай ғына бер йәш кеше. «Айырылмай кеүек ине» – ошо беренсе алдатҡыс тойғоно йырсының тауышы тиҙ арала юҡҡа сығарҙы. Уның эске моңо, көслө рухы күңелдәрҙе арбаны, йөрәктәргә дәрт өҫтәне, ҡабындырҙы, елкендерҙе, һоҡландырҙы... Башҡортса һәм русса йырлаған егеткә спортсылар оҙаҡ ҡул сапты. Кемдер, хисләнеп китеп, маладис, Тимур, тип ҡысҡырҙы. Рәттән-рәткә тулҡын кеүек «Тимур Ямалов» тигән исем китте. Шунда барыбыҙҙың да күңеленә ошо йырсының исеме инеп ояланы ла инде.
Күп тә үтмәне, Тимур Ямалов менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Учалыла үткәрелгән «Минең Рәми» шиғри марафонына әле йүнләп таныш та булмаған йырсыны саҡырғайным, ул, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, бер ҙә инәлттереп: «Бәлки, килермен, бәлки, юҡ», – тип мыйылдап торманы. Ҡыҫҡа ғына итеп, эштән бушап өлгөрһәм, мотлаҡ киләм, тип айырата әйтте. Әйтте лә, ысын ир-егеттәргә генә хас булғанса, үҙ һүҙен тотто – сараның ҡыҙған мәленә килеп етеп, йыры менән шиғри марафонға дәрт, сәм, йәм өҫтәп ебәрҙе. Бына шундай шәп кеше менән нисек дуҫлашмайһың?! Әлбиттә, ул дуҫтар рәтенә инде! Тимур менән танышҡан һәр кем уны шулай яҡын күрәлер ул. Әллә күпме конкурста, фестивалдә еңеү, танылыу яулаған күркәм холоҡло, гүзәл сифаттарға эйә егет уңыштары менән кәперәйеп, танау сөйөп йөрөмәй, һәр йәһәттән барыһына өлгө итеп ҡуйырлыҡ баҫалҡы, тыныс, аралашыуҙа ябай кеше булып ҡала. Тимурға «йондоҙ ауырыуы» бөтөнләй ят нәмә, уның ынтылыштары, маҡсаттары аңлайышлы, изге.
– Халҡыбыҙҙың иманға килеүенә булышлыҡ итеү – төп бурыстарымдың береһе, тип иҫәпләйем, – ти Аллаһы Тәғәләнең барлығы бала саҡтан күңеленә һалынған Тимур. – Хәҙер нимә теләйһең – шул бар, ә тормоштоң ҡәҙере юҡ. Кеше үҙенең кешелеклеген юғалтҡан кеүек, бер-береһен генә түгел, хатта иң ҡәҙерле, яҡын кешеләрен дә ихтирам итмәй башланы, ғәҙеллек, хаҡлыҡ, изгелек кеүек бөйөк төшөнсәләрҙе һанлау бөттө. Ә бит тап шуларға бар донъя ҡоролған...
Ҡотой ауылында тыуып үҫкән Тимур, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер аҙ Өфөлә йәшәй. Шунда дуҫы Динар Сафин уны мәсеткә килтерә. Рамаҙан айы башланған була, һәм Тимур, дуҫына эйәреп, ураҙа тота. Тәүге өс көндә уға ҡыйын була, ҡояш байығанын көтөп, бер туҡтауһыҙ сәғәткә ҡарап йөрөй. Аҙаҡ тәнендә лә, йәнендә лә ниндәйҙер рәхәтлек, еңеллек тойғоһо барлыҡҡа килә. Шул ураҙа ваҡытында Тимур үҙе лә һиҙмәҫтән бөтә насар ғәҙәттәренән ҡотола. Ураҙанан һуң бер ай самаһы үткәс, йоҡларға ятҡан егеттең күңелендә шиғыр тыуа:
Ҡотҡар мине ҡар менән тулғанда
болоттар,
Йөрәгемдә уттар һүнгәндә,
Күренмәгән саҡта күктә йондоҙҙар,
Күңелемдә хистәр үлгәндә...
Ә бер аҙҙан ул тыуған ауылына ҡайта һәм, әүҙем егет-ҡыҙҙарҙы туплап, күрше Ураҙ ауылында үткәрелгән «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы» уйынында ҡатнашырға булып китә. Ҡуй, беҙҙең бер нәмә лә килеп сыҡмай, тип ҡайһы берәүҙәр ҡул һелтәһә лә, Тимур ныҡышып, сценарий яҙа. Шул уйында уларҙың командаһы еңеүсе була. Уйын аҙағында таныштарының береһе «Йырла, гитарам!» конкурсы тураһында иғлан иткән афишаны Тимурға күрһәтә. Егет, был бәйгелә ҡатнашырғамы-юҡмы, тип, оҙаҡ икеләнеп, уйланып йөрөй. Динар дуҫына «Ҡайҙа, ҡасан, нисек?» йырын йырлап ишеттерә. Дуҫы, бик үҙенсәлекле йыр, тип маҡтап, күңелен күтәрә. Әсәһе Лидиә Нәжип ҡыҙы ла, улым, конкурсҡа бар, ҡатнаш, тип фатихаһын бирә. Тулҡынланыуҙан аяҡ-ҡулдарын тоймай тиерлек халыҡ алдына сығып баҫһа ла, йәш йырсы тәүге аккордтарҙан уҡ үҙен ҡулға ала. Һәм ул беренсе урын яулай! Жюри ағзаһы булған «Офоҡ» туристик үҙәге директоры Зилә Фәтҡуллина уны «Беҙҙең ихата йырҙары» конкурсында ла көсөн һынап ҡарарға саҡыра. Был конкурста иһә Тимурға һис бер һүҙһеҙ гран-при бирелә.
– «Йырла, гитарам!» конкурсында ҡатнашҡан Азамат Маусунбаев, Антон Панкратов мине Белоретта уҙғарылған «Уралтау тауыштары» фестиваленә барырға күндерҙе, – тип һөйләй яҡташым. – Унда бик көслө йырсылар ҡатнашҡас, үҙ көсөмә ышанмай ғына барҙым. Ә жюри мине беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләгәс, юғалып ҡалдым. «Тамашасылар һөйөүе» призын да миңә тапшырҙылар.
Бынан һуң Тимур Ямалов алты ижади бәйгелә ҡатнаша, һәр саҡ финалсылар иҫәбендә таныла. Дәртләнеп, ҡанатланып, Динар менән көҙ көнө Ҡотойҙа концерт ойошторалар. Альбина Шәмсетдинова, Лидиә Танатова, Андрей Харитонов ҡатнашҡан концертҡа ауыл халҡы әүҙем килә, хатта ултырырға урын етмәй. Был сара ла, шулай итеп, Тимурҙың «йондоҙло» сәғәттәренең береһенә әйләнә. Һуңынан Тимур менән Динар Һәйтәк ауылы мәсетенең имам-хатибы Рәфис хәҙрәт ярҙамы менән Зәйнулла ишандың тормошон бәйән иткән спектакль ҡуя (әйткәндәй, Зәйнулла ишан мәсете лә егеттәргә һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙа). Бынан һуң Тимур Белоретта үткән «Уралтау тауыштары» бәйгеһендә дипломант исеменә лайыҡ була, Учалыла «Ҡалҡан – 2013» конкурсында гран-при яулай, Ырымбурҙағы хәрби-патриотик йырҙар фестиваленән лауреат исемен алып ҡайта. Ә «Ҡош юлы»нда беҙҙең егет беренсе урын алып, Өфөлә концерт ойоштороу хоҡуғын яулай. «Йондоҙҙар йыям» тип аталған концерт 6 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк. Унда, Тимурҙан тыш, әлбиттә, уның дуҫтары ла сығыш яһаясаҡ.
– Риф ағай Вахитов әйтмешләй, Хоҙай бирә икән, юлыңа сығара икән, тимәк, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булып, алырға, эшләргә кәрәк, – тип йомғаҡланы һүҙен йәш йырсы. – Шуға мин тормошома рәхмәттәр уҡып, алға барам. Хәлемдән килгәнсә донъяға матурлыҡ, яҡтылыҡ, изгелек орлоҡтары сәсергә тырышам. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй, тимәк, ҡасан да булһа улар мотлаҡ емеш бирер, тип ышанам.
Тимурҙың уңыштарына әсәһе, Салауат ҡустыһы, башҡа туғандары ғына түгел, иртә вафат булған атаһы Васиф Әхмәҙулла улының рухы ла шатлана кеүек миңә. Сөнки Тимур үҙ юлынан китеп бара. Туҡтап ҡалмай, гел алға бара
P.S. Лучшая стоматология в Уфе, клиника "Люкс+". Бесплатные консультатции.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»