18.10.2013 «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете – «Ете ҡыҙ» бейеүе тарихы
Башҡорт халҡының милли cәнғәт ҡомартҡылары – бейеүҙәре, ҡобайырҙары, йыр-көйҙәренең төрлө варианттарҙа беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп етеүе үҙе бер тарихи ҡиммәт. Ысынлап та, халыҡ ижады тип аталған сәнғәт әҫәрҙәренең төп һыҙаты – авторлыҡ дәғүәһенең булмауы һәм шул уҡ ваҡытта төрлө варианттарҙа һаҡланып ҡалыуы. Мәҫәлән, «Байыҡ» көйөнөң генә нисә вариантын ҡурайҙа уйнайбыҙ: «Урман Байығы», «Ялан Байығы», «Тау Байығы», «Үҫәргән Байығы». Минеңсә, халыҡ ҡомартҡыларының төрлө варианттары – быуындан-быуынға тапшырылып һәм һаҡланып килеүе генә милли әҫәрҙәрҙе үлемһеҙ итә. Заман йәмғиәтенең үтә тиҙ үҙгәреүе телсе, фольклорсы, тарихсы ғалимдарыбыҙға яңынан-яңы халыҡ ҡомартҡыларын эҙләү һәм тикшереү бурысын ҡуя.
Яҡташыбыҙ, «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсының ойоштороусыһы Рита Өмөтбаеванан, халҡыбыҙҙың данлыҡлы «Ете ҡыҙ» бейеүе Баймаҡ ерлегендә тыуған, тигән фекерҙе ишеткәс, бейеү тарихының бер вариантын яҙып үтмәксемен.
Баймаҡ районының төньяғында мәғрур ҡаялы Ханҡала тауы урынлашҡан. Уға атама биргән тау итәгендәге боронғо ҡала-ҡәлғә тураһында мәҡәләм «Йәшлек» гәзитендә баҫылғанға күрә туҡталып тормайым. Тик Ханҡала ҡәлғәһенең Ҡараһаҡал яуына бәйле булыуын ғына иҫкә төшөрәм. Беҙҙең төбәктә киң таралған «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете Ханҡала тауы тарихы менән бәйле икәнен яҙып үтмәксемен. Бәйеттең төрлө варианттарында ҡыҙҙарҙың һаны төрлөсә бирелә: утыҙ ике ҡыҙ, ун ике ҡыҙ, ете ҡыҙ. Бала саҡта тиҫтер ҡыҙҙарҙың уйыны күҙ алдыма баҫа. Йәшенмәк уйыны алдынан ҡыҙҙар, бер-береһенең баш бармаҡтарынын тотоп, ҡулдарын һелкетеп һамаҡлай ине:
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек,
Баҙға төштөк, май
ашаныҡ,
Таң атҡас та юҡ булдыҡ,
Ҡап та ҡоп, ауыҙ йомоҡ.
Уйындың шарты: бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫып тотҡан, ауыҙҙарын ҡымтып йомған әхирәттәрен уртала тороусы ҡыҙ көлдөрөп, ҡытыҡлап ауыҙҙарын астырырға, түңәрәкте өҙөргә тырыша. Кем түҙмәй, ауыҙын асып, тешен күрһәтә, йә түңәрәкте өҙә, ул йәшенгән ҡыҙҙарҙы эҙләйәсәк. Ә беҙҙе, малайҙарҙы, был уйында, ниңәлер, уйнатмай торғайнылар.
«Утыҙ ике ҡыҙ» бәйетенең тулы вариантын Әбйәлил районы аҡһаҡалы, уҡытыусы Мөғәлләм Мирхәйҙәров олатай (1900 – 1974) заманында ауылдашы Ырыҫйән Хөснитдиновтан яҙып алып ҡалған. «Ҡараһаҡал батыр Ханҡала тауы янында ғәскәр йыйған, яуға әҙерләнгән. Тауҙа ике ҡыш ҡышлаған, йәйен яуға күтәрелгән. Уның ғәскәрендә ирҙәренән, бала-сағаһынан, донъяларынан яҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙан да атлы төркөм булған. Улар дошмандың йоҡлап ятҡан сағын һағалап тороп һөжүм итә икән. Яу һүрелгәс, Уралдың Көнтөшмәҫ төбәгендә йәшенеп ҡыш сығалар ҙа, тағы яуға күтәреләләр икән. Дошман да уларҙан юл яҙҙырмай йөрөй, эҙләй, ти. Бер ваҡыт ҡыйыу ҡыҙҙар Ханҡала тауы башында нығынып ала. Карателдәр көнө-төнө һөжүм итә икән. Хәлдәре бөткән, яраланған батыр ҡыҙҙар ҡулға-ҡул тотоношоп ҡаяташтан түбәнгә ташланған». Бәйеттең һүҙҙәре йөрәкте телерлек булып яңғырай:
Ата-әсәбеҙ аҫылды,
Беҙ-энәләр юғалды,
Бер гонаһһыҙ сабыйҙар
Һөңгө осона алынды.
Ҡурҡып-нейтеп торманыҡ,
Дошман көсөн туҙҙырҙыҡ,
Әйҙә улар ҙа ҡырылһын,
Ҡош-ҡорт ашап кинәнһен.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Утыҙ ике ҡыҙ инек,
Ҡулға алғанды ҡырҙылар,
Йөрәккә ҡыу һалдылар.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Йөҙләгән дошман ине,
Аңғармаҫтан баҫтыҡ беҙ,
Кәрәктәрен бирҙек беҙ.
Дошманға бирелергә теләмәгән, ҡаты яраланған, аяҡтарында саҡ баҫып торған ете ҡыҙ, һуңғы түҙемлектәрен туплап, ҡулға-ҡул тотоношоп ташланған Ханҡала тауының бейеклеге – 889 метр. Бына ҡайҙан килә бер-береһенең ҡулын ебәрмәй бейегән данлыҡлы «Ете ҡыҙ» бейеүе! Үлемесле яраланған ун ике ҡыҙҙы дошмандар нисек кенә язаламаһын, улар Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы янындағы Көнтөшмәҫ төбәгенә йәшеренгән иптәштәрен һатмаған, ауыҙ асып һүҙ әйтеү генә түгел, тештәрен дә күрһәтмәгән («Ҡап та ҡоп, ауыҙ йомоҡ»). Карателдәрҙең ҡыҙҙарҙы төрлөсә әүрәтеп, май-бал тәҡдим итеүе лә һөҙөмтә бирмәгәс, иртә таңда батыр ҡыҙҙарҙы язалағандар («Баҙға төштөк, май (бал) ашаныҡ, таң атҡас та юҡ булдыҡ»), тип фараз итеү тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер. Шулай уҡ Ханҡала тауы итәгендә табылған уҡ башаҡтары, ерҙән 80 – 120 см бейеклектә ҡырҡылған ҡарағас төптәре – «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете геройҙарының һуңғы батырлығының өнһөҙ шаһиты.
Режиссер Айсыуаҡ Йомағолов сентябрь – октябрҙә Әбйәлил районының Ташбулат ауылы янында «Башҡорт легендалары – йырҙарҙа» тип аталған фильм төшөрөү ниәте менән эш башланы. Данлыҡлы Ф. Ғәскәров сәхнәгә сығарған, Игорь Моисеев ансамбле репертуарына ингән мәшһүр «Ете ҡыҙ» бейеүе лә фильмда лайыҡлы урын алып, мәңгеләштерелһә, киләсәк быуын тик рәхмәттәр генә уҡыр ине.
Айҙар МӘЖИТОВ,
тарихсы.
Баймаҡ районы,
Өмөтбай ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»