RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәнғәткә һөйөүе нәҫелдән килә

23.08.2013 Сәнғәткә һөйөүе нәҫелдән килә

Сәнғәткә һөйөүе нәҫелдән килә Илнур Рамаҙанов йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡурайҙа ла һыҙҙыра
Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле, Илнур 3 – 4 йәшенән үк музыкаға, йырға, бейеүгә тартыла. Әсәһе Йәмилә Сабир ҡыҙы, Күмертау ҡалаһындағы «Дуҫлыҡ» мәҙәни-методик үҙәктә методист булып эшләгәндә, малайҙы мөмкин тиклем үҙе менән алып йөрөй. Кескәй Илнур ҡурай моңон, йыр тыңлап, бейеүҙәрҙе күҙәтеп, нәфис һүҙ ишетеп үҫә. Олатай-өләсәһенең матур йырлауы, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы, ата-әсәһенең сәнғәтте мөккиббән китеп яратыуы ла быға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Нисек кенә булмаһын, дүрт йәшлек малай үҙәктә эшләп килгән «Айым» театр студияһында бик теләп шөғөлләнә башлай. Әсәһе, үҙе Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлаусы булараҡ, улының ижади һәләтен асыуға, уны камиллаштырыуға айырым иғтибар бүлә. Йәш артист көн дә ныҡышмалы күнегеүҙәр, дәрестәр ала. Илнур спектаклдәрҙә, театрлаштырылған тамашаларҙа йыр-бейеүҙәрҙе, ролдәрҙе уңышлы башҡара. Ҡалала бейеү студияһында, музыка мәктәбенең вокал, ҡурайсылар бүлектәрендә шөғөлләнеүе уның мәктәптәге уҡыуына һис тә ҡамасауламай. Уны тик алдынғы уҡыусы, әүҙем йәмәғәтсе, мәктәптең мәҙәни, спорт тормошонда актив ҡатнашыусы тип телгә алалар.
Ижади һәләтен, уны даими камиллаштырыу Илнурҙы сәнғәттә тәүге уңыштарға килтерә. Салауат ҡалаһында уҙғарылған балаларҙың республика «Яҙғы тамсы» фестиваль-конкурсында йырсы малай беренсе дәрәжә лауреат исемен яулай, Ырымбур өлкәһендә үткәрелгән башҡорт мәҙәниәте байрамында дипломант, «Сулпылар» телевизион конкурсында лауреат исемдәренә лайыҡ була. 2004 йылда Сибайҙа уҙғарылған «Ирән­дек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә лә Күмертау ҡалаһы вәкиле уңышлы сығыш яһай. Ошо уҡ йылда республика «Йәш ғаилә» бәйгеһендә малай ата-әсәһенә – Ра­маҙановтар ғаиләһенә лауреат исемен алыуға ҙур өлөш индерә. Ә 2005 йылда йәш йырсы Күмертау ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың гран-прийына лайыҡ була.
Санкт-Петербургта ойошторол­ған «Европаға тәҙрә» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр фестиваль-конкурсының дипломанты, ҡала кимәлендә уҙғарылған «Йәш музыкант» баянсылар ярышында 3-сө, Ишембайҙа ойошторолған «Вәлиди уҡыуҙары» конкурсында 2-се урындар, Бөтә Рәсәй «Алтын сапсан» йыр конкурсында гран-при, Сочиҙа үткәрелгән «Европа өмөттәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсының халыҡ вокалы номинацияһында еңеүгә өлгәште.
Быйыл Илнур 3-сө республика гимназия-интернатының 10-сы си­ныфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Уҡыу алдынғыһы мәктәп парламенты етәксеһе вазифаһын да уңышлы башҡара. Заман менән бергә атлаған егет компьютерҙы ныҡлап үҙләштереп, унда сәнғәткә ҡағылған рекламалар ҙа эшләй икән. Урта мәктәпте тамамлағас, ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыуын дауам итмәксе. Минең: «Ә ниңә сәнғәт юлын һайламаясаҡһың?» – тигән һорауыма, Илнур:
– Атайым газ сәнәғәтендә хеҙмәт итте, мин уның эшен дауам итергә теләйем. Ә йыр-моң тормошомда тоғро юлдаш, ярҙамсы, яңы үрҙәргә әйҙәүсе булыр тип уйлайым, унан бер ҡасан да айырылмаясаҡмын, – тип яуапланы.
Үҙ маҡсатына ныҡышмалы барыу­сы йәш яҡташым теләген бойомға ашырыр ҙа, бында шигем юҡ.

Урал ҠӘЙҮПОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы