26.07.2013 Йырлы-моңло виртуаль сәйәхәт
Интернеттағы “Бәйләнештә” сайтында кем генә теркәлмәгән. Бында иң әүҙемдәр, ғәҙәттә, 10 – 40 йәшлектәр, йәштәрҙән ҡалышмаған ололар ҙа бар, хатта яңы тыуған сабыйҙы ла ата-әсәһе теркәп ҡуя. Уның һәр яңы фотоһын һалырға йыбанмай, бәпәй бутҡа ашаймы, көршәктә ултырамы, ҡыҫҡаһы, тыуғанынан алып виртуаль донъяны яулай башлай. Интернет тигән замана мөғжизәһен төшөнөп етмәгәндәр өсөн был материал бер аҙ аңлашылмаҫ та. Ә бына башы-аяғы менән интернетҡа сумыусылар менән “Бәйләнештә” йырсыларҙың биттәренә күҙ һалайыҡ.
Радик Юлъяҡшин
(Элвин Грей)
Радик хәҙер башҡортса башҡарған йырҙарын русса һәм татарсаға тәржемә яһап йырлай, клиптар төшөрә. Элвин Грей тигән исем аҫтында Мәскәүҙе яулағандан һуң күрше туғандаш республикаға күҙе төштө егеттең. Хатта “Өфө ҡыҙы Гөлиә” исемле йырын “Казан кызы Гөлия”ға үҙгәртеп ҡуйҙы. Былай фанаттары барыһынан да ҡәнәғәт. 8 – 14 йәшлек аудиторияға иҫәпләнгән ижадтың балҡышы иң юғары нөктәгә еткән, сөнки мәктәп уҡыусылары, үҙегеҙ беләһегеҙ, интернет менән иң әүҙем ҡулланыусы социаль ҡатлам. Бында тик “Класс!”, “Супер!”, “Афарин!”, “Мин һине яратам!”, “Мәңгелеккә һинең менән булырға теләйем!” тигән комментарийҙарҙы ғына күрергә була. Психикалары нығынып етмәгән, мөхәббәт тип төндәрен мендәр сылатҡан үҫмер ҡыҙҙар әйтмешләй, иң мөһиме, Радик Юлъяҡшиндың йөҙөнән “фәрештәләр йылмайыуы” һүрелмәһен! Әйткәндәй, конкурстан конкурсҡа ырғыған йырсы Украинаның “Балалар музпарады” бәйгеһендә ҡатнаша икән. Тиҙҙән егетебеҙҙең, хохол телен үҙләштереп, Украинаны яулай башлауы бер кемде лә ғәжәпләндермәҫ, күрәһең.
Гөлсөм Бикбулатова
Гөлсөм аш-һыу әҙерләргә, яҡындарын тәмле аштар менән һыйларға ярата, ахыры. Нисек итеп дөрөҫ ҡыяр тоҙлау, сейәле манник бешереү һ.б. рецептар менән күберәк ҡыҙыҡһына ул. Шулай уҡ хуш еҫле сәскәләргә, матур итеп йыйылған гөлләмәләргә битараф түгел. Йортҡа йәм өҫтәү, биҙәү кеүек кәңәштәрҙе ҡуллана, ата-әсәләргә ҡағылған төркөмдәргә өҫтөнлөк бирә. Ҡыҫҡаһы, Гөлсөм Бикбулатова – барыһынан да ҡәнәғәт хужабикә, бәхетле ҡатын һәм әсә, тип һығымта яһарға була.
Искәндәр Ғәзизов
Искәндәрҙең сайтында күҙгә ташланғаны – ул ҡайҙа йөрөгәнен, кем менән күрешкәнен мәңгеләштереп ҡалырға тырыша. Хатта радиоға бәләкәй генә интервьюға барыуын иҫбатлаған фото мотлаҡ кәрәк тип һанай. Ябай кешеләр – ”йондоҙҙар”, ә “йондоҙҙар” үҙҙәренән бейегерәк “йондоҙҙар” менән фотоға төшөргә ынтыла, ҡыҙыҡ. Үткән айҙа Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған һабантуйҙа башҡорт эстрадаһы йырсылары Михаил Боярский һәм Азиза менән сират тороп фотоға төшкән. Ә уға тиклем Искәндәр, Питерға һабантуйға осасаҡмын, тип бер нисә тапҡыр барыһын да ”иҫкәрткән”. Күп һанлы тамашасыларым мине юғалтмаһын, ә юғала ҡалһам, ҡайҙан эҙләргә белһен, тигәндер инде. Сөнки барлыҡ йыуаныс-көйөнөстәрен ул иң тәүҙә фанаттарына еткерә – яңы машинаһын да, яңы костюмын да, һөйгәнен һағыныуын да тигәндәй. Искәндәрҙе иң хаталы яҙған йырсылар тәңгәленә индерергә була – ул фотолары аҫтына “Даулакандан дустарым”, “Йырлармын хеззен осон”, “Эштамен”, “Дингеззамен” тип яҙып ҡуя. Фан-клубын етәкләүселәрҙең дә белем яғы аҡһай, күрәһең, “Ҡәҙерле Тамашасыларбыҙ!!!! Бары тик һеҙҙен өсөн генә беҙҙен йөрәктәрҙен ин нескә ҡылдарын тибрәтеусе яратҡан йырсыбыҙ Искәндәр Гәзизов уҙенен яны программаһы менән … Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ!” (авторлыҡ стиле һаҡланды) тигән шыр хата иғланды уҡығас, һығымтаны үҙегеҙ яһарһығыҙ инде.
Ғәзим Ильясов
Башҡортостандың халыҡ артисы аватарына йышыраҡ матур концерт костюмдарында төшкән һүрәттәрен һайлай. Ғәзим ағай интернетты күберәген сығыштарына анонстар биреү, тамашасылары менән аралашыу өсөн ҡуллана икән. Афишалар менән сыбарланған биткә ҡарағанда, йырсы быйыл гастролдәрҙән бушамаған. Тағы ла ул “Минең ҡайһы йырым һеҙгә нығыраҡ оҡшай?”, “Асия Смаҡова менән сығыш яһауыбыҙға нисек ҡарайһығыҙ?”, “Мине ҡайһы ҡала-районда күрергә теләр инегеҙ?” һәм башҡа һорауҙар биреп, ижадын һөйөүселәр менән туранан-тура аралаша. Ҡыҫҡаһы, Ғәзим ағайҙың ижады гөрләй, эштәре ал да гөл бара кеүек. Күптән түгел Йомағужа һыу һаҡлағысы янында “Наза” концерт-дискотекаһын дан иттереп уҙғарып ебәргәндәр. Саф һауала, Ғәзим Ильясовтан тыш, Фәрүәз Урманшин, Фидан Ғафаров, Резеда Әминева һәм башҡа йәш “йондоҙҙар” төнө буйы халыҡтың күңелен асҡан. Эх, мин дә баш тартмаҫ инем бындай тамашанан!
Зилә Лира
Йүнселдәр “Бәйләнештә” сайтын рәхәтләнеп үҙен һәм эшмәкәрлеген рекламалауға тотона, һәм был бер ниндәй закондарҙы боҙмай. Мәҫәлән, профессиональ тамадаға әүерелгән Зилә Лира улы Ян Лира менән байрамдарҙы нисек яҡшы һәм күңелле уҙғарыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ пиар яһай. Афишалар, репортаждар оператив рәүештә эленә, фанаттарҙың бер һорауы ла яуапһыҙ ҡалмай. Концерттарҙы ойоштороусыларҙы һәм администраторҙарҙы әрләп оҙон хат та яҙып һалған диуарына Зилә. Баҡһаң, был йүнһеҙҙәр Янды, әсәһе менән килешмәйенсә, теләһә ҡайҙа сығыш яһаталар икән. Әсә кеше улының бер көнлөк йырсылар менән бергә сығыш яһап, фонограммаға кәүҙәләрен генә һелкетеп тороусыларҙың сафын тулыландырыуына ҡырҡа ҡаршы. Ян тере тауышҡа йырларға тейеш, тип бара ул. “Мин улыма әсә генә түгел, педагог та, продюсер ҙа. Концертта ҡатнашыу өсөн иң беренсе минән рөхсәт алығыҙ, сөнки барыһы ла минән тора”, – тип яҙа Зилә. Улының ижадын ҡайғыртыуҙан тыш, интернетта уның төркөмөндә фанаттар менән ҙур эш алып барған, көндән-көн фотолар, йырҙар исемлеген арттырған, төрлө конкурстар уҙғарған әсәһе менән тағы ниндәй йырсы маҡтана ала?
Фирүзә Париж (Аллаярова)
Ә бына Фирүзә һылыуҙың битенә инеп, уны йырсы, актриса тип уйламаҫһың да. Ул, күберәген фәлсәфә менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә оҡшаған фекерҙәрҙе диуарына элеп, һәүетемсә генә йәшәп ята. Бәхет, ғаилә төшөнсәләренә ҡағылышлы төркөмдәрҙе, тренингтарҙы үҙ итә йырсы. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөнәсәбәттәренә арналған аҡыллы һүҙҙәргә үҙ фекерен дә белдереүен күргәс, “Йәнеңде ҡанатып, ҡайырып ҡанатын, ташлама йәреңде, ташлама…” тип йырлауы ҡолаҡ төбөндә сыңлап киткән кеүек булды. Ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете асылын аңларға ынтылған Фирүзәнең тағы ла моңлораҡ йырҙарын ишетергә яҙһын.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»