12.07.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары
«Йөрәккүл ҡурсаулығы» фотокүргәҙмәһе
БР Милли музейында «Йөрәккүл ҡурсаулығы» фотокүргәҙмәһе асылды.
Ойоштороусылар – БР Милли музейы, «Йөрәккүл» милли паркы (Силәбе өлкәһе, Һатҡы ҡалаһы).
Фотокүргәҙмә Рәсәйҙең иң матур тәбиғәт парктарының береһе – «Йөрәккүл»дең 20 йыллығына арнала. Унда С. Городилов, А. Брюханов, В. Ғәлимов, С. Колесников, А. Костюченко, А. Ладыгиндың эштәре ҡуйылған. Күргәҙмә 5 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Дим Мәннән рухына бағышлап
«Дәрүишхан» төркөмө башҡарған йырҙарҙы йәше-ҡарты һаман да яратып тыңлай.
XX быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рок-музыкаһына йәшендәй килеп ингән һәм унда үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған «Дәрүишхан» төркөмөнөң феномены нимәлә?
Быға яуап табыуы ҡыйын түгел. Хәҙер инде мәрхүм Дим Мәннән һәм уның музыканттары үҙҙәренең ижадында Калифорния рок-н-ролы музыкаһы менән халҡыбыҙҙың борондан килгән йыр-моңдарының нигеҙе – бер октава сиктәрендәге биш баҫҡыслы тауыш системаһын – пентатониканы ҡулланған. Был үҙенсәлекле синтез һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан башҡорт рухлы, сал Урал, ер-һыуыбыҙ тарихы сағылған йырҙар үҙҙәренең заманса яңғырашы менән әле лә йөрәктәргә үтә.
Яңыраҡ Учалы районының Туңғатар ауылында «Дәрүишхан»дың 2005 йылда мәрхүм булған солисы Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) рухына арналған хәтер кисәһе үтте.
Гүзәл Өфө
«Мираҫ» галереяһында 31 июлгә тиклем билдәле рәссам Рәйес Ғәйетовтың «Минең ҡалам» тип аталған шәхси күргәҙмәһе үтә.
Унда төп урынды ҡала пейзажы биләй. Рәссам Өфөнөң шаулы урамдарын, иҫтәлекле урындарын, ҡала ҡомартҡыларын киндергә төшөргән. Картиналарҙа Өфө берсә сағыу, күңелле, берсә моңһоу, уйландырғыс итеп күрһәтелә.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»