12.07.2013 Мөхәббәт йәшкә ҡарамай
Боронғо рус йырҙарын оҫта башҡарыусы Прохор Шаляпин өйләнергә уйлаған. Һөйгәне – Лариса Копенкина, улар инде ярты йыл самаһы осраша.
Лариса – бай ҡатын, уның байлығы миллиондар менән иҫәпләнә. Был пар, йәш айырмаһына ҡарамай, бер-береһенә ҡарата тойғоларын асыҡтан-асыҡ белдерергә бер ҡасан да тартынманы. Лариса йәш йырсының оло сығымдарын ҡаплап ҡына ҡалманы, 18 миллион һумға фатир ҙа бүләк иткәйне, тик ҡатындың малайы, оло ғауға ҡуптарып, милекте үҙенә тартып алды. Ошо көндәрҙә Прохор Ларисаға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Бының өсөн тотош карапты ҡуртымға алған һәм яҡын дуҫтарын саҡырған. 28 йәшлек егет, ҡунаҡтар алдында буласаҡ кәләше алдында тубыҡланып, уға ҡиммәтле балдаҡ кейҙергән. Ә Ларисаға – 51 йәш. Бына бит мөхәббәт кешене ни эшләтә!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»