RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Алтын ай”ҙың алтындай етәксеһе

28.06.2013 “Алтын ай”ҙың алтындай етәксеһе

“Алтын ай”ҙың алтындай етәксеһеБаймаҡ егете Нәзир Байегетов Мәскәүҙә, башҡорт студенттарын һәм балаларын йыйып, бейеү ансамбле ойоштора.
Йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген елкендереп, әбейҙәрҙең йәш саҡтарын иҫләтеп уфтандырырлыҡ шәп, сибәр бер егет менән таныштырмаҡсымын “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын. Ул Баймаҡ районының Яковлевка ауылында (хәҙерге Урғаҙа) тыуып үҫкән бейеүсе Нәзир Байегетов бу­лыр. Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы, “Аҡ йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Нияз Мул­лахмәт улы менән бухгалтер Фәрзәнә Миң­неғәзим ҡыҙының өс улы ла – Рияз да, Нәзир ҙә, Эдуард та бейеүгә ғашиҡ кешеләр (Эдуард Ф. Ғәс­кә­ров исемендәге ан­самб­­л­­­­дә бейей). Атаһынан күргән – уҡ юнған, әлбиттә, был ғаиләлә ир балалар бәләкәйҙән бейеп үҫә.

– Бейеүгә һөйөү атайҙан килә, – ти Нәзир. – Үҙемде белә-белгәндән һәр саҡ төрлө концерттарҙа ҡатнаштыҡ. 1997 йылда, буғай, республикала “Ғаилә йылы” иғлан ителгәндә, ғаиләбеҙ ме­нән район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алдыҡ. Шул уңайҙан беҙҙе, хатта республика һабантуйына ла саҡырҙылар. Геүлә­теп бейеп ҡайттыҡ!
Нәзир Йылайыр урта мәктәбен тамамлағас, 2001 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлегенә уҡыр­ға инә. Икенсе курсты та­мам­лағанында Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыялар һәм улар­ҙың колледжынан да ете парҙы үҙҙәренә конкурсҡа саҡыралар. Һынауҙы уңышлы үткән Нәзир, шулай итеп, данлыҡлы ан­самбль составына эләгә. Бын­дай уңышты төшөндә генә күргән егет-ҡыҙҙар ике уйлап тормай, уҡыуҙы ҡалдырып тороп, Өфөгә юллана. Унда репетитор­ҙар Рим Әбделмәнов, Гү­зәл Әсәҙуллина йәш артистар­ҙы ансамблдә, йәғни бөтә хәрәкәттәрҙе лә барыһы менән бергә генә эшләп, бар күңелен һалып бейергә өйрәтә. Оҫталыҡ дә­рестәре өсөн уларға Нәзир ғүмер буйы рәхмәтле.
– Татыу, ижади коллективта эшләүе ныҡ оҡшаны, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Колледжда ҡалған ике йылды ситтән тороп уҡып бөтөргә тура килде-килеүен. Ләкин ауырлыҡтарҙы еңел үткәрҙек. Эшем дә, уҡыу ҙа шул тиклем күңелемә яҡын булды. Сөнки бейеү – ул минең тормошом!
2003 – 2006 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгәс, Нәзир Санкт-Петер­бург ҡалаһының Ленин­град хәр­би округының йыр һәм бейеү ансамбленә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ике йыл бейеп кенә хеҙмәт иткән башҡорт егете Питерҙан тыуған яҡҡа ҡайтырға ашыҡмай, үҙен баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә лә һынап ҡара­ғыһы килә. Беренсе барған бейеү коллективы – РФ Эске эштәр министрлығының йыр һәм бейеү академия ансамбле етәкселеге уға – һәләтле, рухлы, сибәр бейеүсегә теше-тырнағы менән йәбешә. Һәм 2008 йылдан беҙҙең Нә­зиребеҙ ошо ан­самбль составында сәхнәләр­ҙә осҡон сәсрәтә.
– Тәүге йылдарҙа ҡыйын булды, хәйер, оло мегаполисҡа килгән һәр кемгә лә шулай ауыр булалыр, – тип йылмая Нәзир. – Ярай ҙа яңы коллектив мине яҡшы ҡаршы алды, үҙ итте (бында барыбыҙ ҙа тиерлек йәштәштәр). Бейеү программаһын өйрәнгән саҡта уҡ, төрлө сара­лар­ҙа ҡатнашҡанда, Мәс­кәү­ҙә милли коллективтарҙың күплегенә иғтибар иттем. Улар үҙҙәренең халҡының мәҙәниәтен, сән­ғә­тен шул тиклем һаҡлай, яҡлай, күтәрә, күрһәтә. Башҡорт мәҙәниәтен дә, минең осраҡта бейеүгә ҡағылышлы өлөшөн, шулай күрһәтеү, пропагандалау кәрәк, тигән уйға килдем. Беҙҙә бит бейеү сәнғәте ныҡ үҫешкән, бай тарихлы, бөтөн тарихыбыҙ улар­ға һалын­ған тиһәк тә була. Ошо инициатива менән Башҡор­тостан вә­киллегенә килгәйнем, минең идеямды хупланылар. Бейергә теләүселәрҙе интернет аша саҡырырбыҙ ҙа бит, тик бейеү залы менән проблема, тинеләр. Баҡтиһәң, бына ни өсөн Мәс­кәүҙә ошоғаса үҙебеҙҙең бейеү ансамбле булмаған икән!
Ләкин Нәзир уйлағанын тор­мош­ҡа ашырмайынса, эшен еренә еткермәйенсә туҡтаған кешеләрҙән түгел. Шөғөл­лә­нергә бейеү залын булдырыу өсөн ул тиҙ генә ял итеү үҙәгенә хореография уҡытыусыһы бу­лып эшкә инә. Ял итеү үҙәге етәкселәренә бер генә шарт ҡуя – ял көндәрендә башҡорт төркөмө менән шөғөлләнәм, ти. Нә­зирҙең кешене ышандыра, өгөтләй, күндерә белеү һәләте бар (хәйер, ҡатын-ҡыҙға бер йыл­май­һа ла, гүзәл заттар иреп төшә, ахыры), уның шартына ҡуш ҡуллап риза булалар, эшлә генә, тиҙәр. 2011 йылдың сентябрендә ул “Алтын ай” исемле Мәскәү башҡорт бейеү коллективына балаларҙы һәм студент­тар­ҙы йыйыу тура­һында иғлан бирә. Бындай бейеү түңәрәге ойоштороу­ҙың төп маҡсаты, әлбиттә, илебеҙ баш ҡалаһында башҡорт халҡының бейеү сәнғәтен по­пуляр­лаштырыу, милли традицияларҙы, фольк­лорҙы һаҡ­лау, ҡала саралары аша Башҡор­тостан Респуб­ликаһы менән яҡындан таныштырыу, күрһәтеү. Тырыш егеттең теләге бойомға ашҡан: бөгөн баш ҡалабыҙҙа “Алтын ай” коллективының балалар һәм студенттар төркөмдәре бар. Бала­лар төркөмөндә Мәс­кәүҙә төпләнгән милли рухлы яҡташтарыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары шөғөллән­һә, студенттар төркөмөндә юғары уҡыу йорттарында белем алыу­сы егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ бейеү серҙәренә төшөнә. “Алтын ай” төрлө концерттарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, ә сығыштарын инде һәр саҡ дәррәү алҡыштар оҙата. Быйыл 2 мартта Мәскәү башҡорт бейеү коллективы, үҙенең тыуған көнөн билдәләп, беренсе концертын ҡуйҙы, «Бейеү­ҙәрҙә – беҙҙең тарих» тип аталған был тамаша тураһындағы сюжетты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ла күрһәттеләр.
Ҡайҙан улар милли кейем ала икән, тигән һорау, моғайын, һәр кемдә тыуғандыр. Нәзир тәүҙә ярҙам һорап, Өфөгә хаттар яҙа, яҡташтар, вәкиллек аша ла һорап ҡарай, әммә һөҙөмтә булмай. Инде ир башым менән гел инәлеп тормам, тигән коллектив етәксеһе мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә тотона. Балаларға кейем тектергәс, хаҡын ата-әсәләр үҙҙәре түләй. Студенттарға ке­йем табыу мәсьәләһен ата-әсәһе (бигерәк тә атаһы) ярҙамында хәл итә.
– Атайым миңә көйҙәр ҙә табыша, бейеүҙәрҙе лә уларҙың ре­пер­ту­арынан алам, иҫәптән сыға­рылған иҫке бейеү костюмдарын да ул бирә. Бейеү аяҡ кейемен ансамблдәге коллегалар­ҙан алып торам, – тип һанап кит­те бейеүсе. – Юбилей концертыбыҙ алдынан Өфөлә “Алтын ай” өсөн махсус рәүештә алты парға бик матур костюмдар тектер­ҙем. Студенттарҙың ба­шы күккә тейгәндәй булды, һәр кем­гә яңы кейемдә сығыш яһа­уы оҡшай бит.
Бындай коллектив Мәскәүҙә мотлаҡ булырға тейеш тип иҫәпләйем, ул бит беҙҙе, башҡорт­тар­ҙы, берләштереп торған, хал­ҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уят­ҡан ойошма. Әлбиттә, хөкүмәтебеҙ яғынан ярҙам ойош­торол­һа, бигерәк тә шәп булыр ине, сөнки барыбыҙ ҙа бер үк маҡсаттар менән йәшәйбеҙ.
Форсаттан файҙаланып (көн дә “Йәшлек”кә яҙып тормайҙар), ҡәҙерле атай-әсәйемә, уҡытыу­сыла­ры­ма,“Алтын ай”ға балаларын йөрөткән яҡташтарыма, уҡыу араһында бейергә лә өл­гөргән студенттарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мин үҙемдең иңемдә тотош халҡым, мәҙәниәт, сәнғәт өсөн яуаплылыҡ тоям, шуға ла артабан да һынатмам, гөрләтеп йәшәрмен, эшләрмен, тим.
Ярҙам итмәһәләр ҙә, ярҙан этмә­һендәр, яҡташ, күңелле ал­ға, үрҙәргә тәгәрәгән тәгәрмәстәргә таяҡ тыҡмаһындар, тип теләнем Нәзир Байегетовҡа. Тырыш, талантлы, егәрле кешегә ҡарап һоҡландым, ҡыуан­дым. Халҡымдың шундай шәп улдары бар, нисек шуға ҡыуан­майһың?!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы