02.11.2010 ҠатайҘар тамырҙарын барланы
Һуңғы йылдарҙа Шәжәрә байрамы кеүек саралар ойошторолоуы күптәрҙең рухи үҫешенә, ата-бабаларын асыҡлауға этәргес булды. Белорет районының Бирҙеғол ауылында ла был йәйҙә шундай матур байрам үтте.
Ауылға ингән урында уҡ бар ҡунаҡтарҙы
«Ырыуым – ҡатай,
Ауылым – Бирҙеғол,
Һыуым – Инйәр,
ҡошом – ҡауҙы,
Ағасым – артыш,
Ораным – аҡтайлаҡ,
Тамғам – балта (балға)» тигән яҙыу ҡаршыланы. «Беҙ – ҡатай ырыуы йәштәре, ҡолман бей тоҡомонан» тип яҙылған плакат та кемдәр икәнебеҙҙе аңғартып тора ине. Был байрамды ойоштороу ауылдашыбыҙ, ҡурайсы, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәнис Алтынбаевтың уй-ниәте булды. Ул йыл һайын йәйге ялында ауылда йәштәр өсөн тәрбиәүи сара уҙғара. Үҙ тарихыңды, нисәмә быуын ата-бабаңды белеү – башҡортта борондан килгән йола. Шәжәрәнең ни тиклем әһәмиәтле икәнен йәштәр аңлай башланы. Шуға ла Бирҙеғолға байрамға ҡайтыусылар бик күп булды. Хеҙмәт ветераны Тәнзилә Йомадилова, клуб мөдире Әнисә Зиязетдинова ауыл йәштәре менән берлектә сараны иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп уҙғарырға тырышты. Сығыштар фәһемле булды. Йыр-моң, бейеүҙәр дәртләндерһә, «Ике урам килендәре», «Һыу ташыу» кеүек шаярыу ҡатыш уйын-ярыштар, ир-егеттәрҙең көс-таһыллыҡ һынашыуы сәм уятты. Беҙҙе, ауылға ситтән ҡайтҡандарҙы, ҡунаҡтарҙы ауыл йәштәренең әүҙемлеге, тәртипле булыуы һоҡландырҙы. Шәжәрә байрамын халыҡ киләһе йылда ла уҙғарырға ниәтләп таралышты.
Айгөл ҒӘЛИНА.
Магнитогорск ҡалаһы.
Ауылдаштарыма
Берсә бағам яҡты йондоҙҙарға,
Берсә һеҙгә, ауылдаштарым.
Асмандарҙа күпме йондоҙ
булһа,
Шунса ерҙә ырыуҙаштарым.
Тыуған яҡҡайыма һоҡланам да,
Ауылдаштар, тиеп йән атам.
Әлдә әле тыуған ауылымда
Туғандарым бар, тип йыуанам.
Имен торһон, дуҫтар, был
донъялар,
Шартламаһын туптар һис ҡасан.
Көн дә сәләмләһен ҡайнар
ҡояш,
Көн дә атһын, әйҙә, алһыу таң.
Ырыу байрамдарын ҡәҙер итеп,
Гелән генә татыу йәшәйек.
Ата-бабам рухын иҫкә алып,
Тамырҙарыбыҙҙы беләйек.
Тәнзилә ЙОМАДИЛОВА.
Белорет районы,
Бирҙеғол ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»