28.05.2013 Яуызлыҡтың тамыры ниҙә?
Йәш режиссерҙың тәүге спектаклендә ошо һорауға яуап эҙләнә
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сираттағы премьера үтте. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың диплом спектакле «EXPERIMENT» тип атала. Ул Валентин Красногоровтың «Аяуһыҙ һабаҡ» пьесаһы буйынса ҡуйылды.
Спектакль – Илсурҙың тәүге эше. Быйыл режиссер Рәсәй театр сәнғәте университетын (ГИТИС) тамамлай. В. Красногоровтың драмаһында йәмғиәттә хөкөм һөргән яуызлыҡтың социаль һәм психологик сәбәптәрен асыҡлауға, әхлаҡи һәм яман ҡылыҡтарҙы айырған сиктәрҙе билдәләүгә ынтылыш яһала. Пьеса нигеҙенә ҙур шаңдау тыуҙырған реаль психологик тәжрибә һалынған: ике студент профессор етәкселегендә фәнни маҡсаттарҙа ҡатынды язалай. Спектаклдә профессор ролендә − Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов, Тимур ролендә − Артур Кәбиров һәм Урал Әминев, Лилиәне Лилиә Ғәлина һәм Зилиә Хәлилова, Ренатаны Айһылыу Йомағолова, Ирада Фазлаева уйнай.
Тамашасыларҙың тәьҫораттарынан төҫмөрләгәндә, йәш режиссерҙың тәүге спектакле уңышлы һәм көслө ҡуйылған, тигән һығымтаға киләһең. Әҫәрҙең драматизмы һәм идеяһы тулыһынса, бар ҡырҡыулығында асыла. Режиссерҙың яңы алымдарға мөрәжәғәт итеүе лә быға булышлыҡ итә. Сәхнә түрендә ҡабыҙылған видеоэкран ғына күпме мәғәнә, образды сағылдыра. Спектакль тамашасыларҙы тәрән уйҙарға батыра. Драманың бәләкәй залда үтеүе тағы ла нығыраҡ йоғонто яһай.
Театрҙы тиҙҙән сағыу гастролдәр ҙә көтә. Коллектив «Эдип батша» спектакле менән Ырымбур ҡалаһына «Гостиный двор» исемле халыҡ-ара театр фестиваленә юллана. Йәй башында Украинаның Херсон ҡалаһында уҙасаҡ 15-се «Мельпомена Таврия» халыҡ-ара фестивалендә актер Алмас Әмиров «Әлифбанан бер себеш» тип аталған моноспектакль менән ҡатнаша. Ҡазанда ойоштороласаҡ «Наурыҙ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә театрыбыҙ «Ай тотолған төндә» трагедияһын алып барасаҡ.
М. ИҠСАНОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»