30.10.2010 Йыр-моңдарыбыҙ уртаҡ
Санкт-Петербург ҡалаһының «Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә «Ирәндек» башҡорт ансамбле эшләй. Ул бик күп ҙур мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе халҡын бына инде нисәмә йыл башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра һәм халҡыбыҙҙың милли асылын Башҡортостандан ситтә лә асып биреүгә өлгәшә.
Ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында 31 октябрҙә «Ирәндек» фольклор ансамбле Өфөгә киләсәк. Улар өсөн филология фәндәре докторы Ә. Сөләймәнов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Р. Хәйруллин ҡатнашлығында ижади лаборатория булдырыласаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре халыҡ ижады буйынса мастер-кластар ойошторасаҡ.
Ә 1 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Кустар урамы, 17-се йорт адресы буйынса ҙур байрам-концерт ойоштороласаҡ. Унда, ҡунаҡтар менән бер рәттән, башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары ла сығыш яһаясаҡ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»