RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иҫһеҙ ҡолағансы бейегән бар...”

26.04.2013 “Иҫһеҙ ҡолағансы бейегән бар...”

“Иҫһеҙ ҡолағансы бейегән бар...”Роберт Хәмиҙуллин. Ейәнсура районының Самаҙы ауылында тыуған. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле солисы. Яңыраҡ ҡына “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған артисы” исемен алды.

– Роберт, юғары исемгә лайыҡ булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Был – лайыҡлы баһа. Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башлаған ғына ваҡытығыҙ иҫегеҙҙәлер, моғайын?
– Рәхмәт. Ансамблгә килеп бейей башлауым, ысын мәғәнәһендә, ҡапыл һәм көтмәгәндә килеп сыҡты. Техникумды тамамларға тырышып, район үҙәгендәге мәҙәниәт йортонда практика үтеп йөрөгән саҡ. Бер гәзиттә баҫылған иғлан күҙемә салынды – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә яңы кадрҙар талап ителә. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит – мәҙәниәт йортонан бер автобус халыҡ Өфөгә китергә йөрөй. Оҙаҡ уйлап та торманым, ултырҙым да, баш ҡалаға юлландым.
Ансамблгә бейеүселәрҙе конкурс шарттарында йыялар, ул ике этапта бара. Дөрөҫөн әйткәндә, конкурсты үтермен тигән өмөтөм булһа ла, ышанысым юҡ ине. Шулай ҙа жюри ағзалары алдында дәртләнеп-дәртләнеп бейеп, ан­самблгә алындым. Ул көн бөгөнгөләй күҙ алдымда тора – яҙмышыңды хәл иткән ваҡыт онотолорлоҡ түгел.

– Талант быуындан-быуынға ҡан аша күсәме икән – ниндәйҙер өлкәлә уңыш яулаған ижадсылар араһында туғандары ла ошо уҡ эш менән шөғөлләнгәндәр күп. Һеҙҙең ғаиләлә лә сәхнә күрке булырлыҡ шәхестәр булдымы?
– Юҡ. Бер туғаным да артист түгел, хатта ауылдаштарым араһында ла сәнғәтте яҙмышы итеп һайлаусылар юҡ тиерлек. Шулай ҙа бейеү сәнғәтенә килеүемә лә, ғөмүмән, тотош тормошомда инде хәҙер мәрхүм булған Ғариф ҡартатайым ҙур йоғонто яһаны. Дәртле, уңған булды, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы бар ине. Ҡаты итеп әрләп ташлай ҙа, артынан йылмайып та ҡуя. Һәр ваҡыт уның йылы ҡанаты аҫтында булдым. Хәтерләйем – ауыл клубында барған концерттар ваҡытында һикереп тора ла: “Шулай бейейҙәр тиме ни?! Бына ошолай, ҡарағыҙ, тап ошолай бейергә кәрәк!” – тип, клуб иҙәнен дер һелкетеп бейеп ала торғайны.
Бәләкәй генә сағымда ҡартатайым “Перовский” көйөнә миңә беренсе бейеүемде һалды. Әлбиттә, ул профессионал түгел, ләкин дәртле, маһирлығы ташып тора ине. Махсус кейемдәр, хатта төлкө ҡойроҡло бүрек тә тегеп бирҙе. Шунда бейей башланым, оялып-фәлән торғанымды хәтерләмәйем. Ҡартатайым балдаҡ кеүек әйберҙәр ҙә һуға торғайны, бейеү өсөн кәрәкле аксессуарҙарға ҡытлыҡ булманы.
Алтынсы синыфҡа Ейәнсура башҡорт гимназияһына уҡырға күсеп, Гөлнар Әҙип ҡыҙы Юлдашбаева алып барған бейеүселәр түңәрәгенә йөрөй башланым. Солист та инем. Ләкин балалығыма барып, төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыл мәктәбенә кире ҡайтып уҡыным да, туғыҙынсы синыфҡа яңынан гимназияға күстем. Ауылға ҡайтып китеүемдең сәбәбе бөтөнләй ҡыҙыҡ инде – йыр дәресендә ике дәфтәр урынына бер дәфтәр генә ҡулланған өсөн уҡытыусы сиреккә “өслө” ҡуйҙы. Ҡартата­йымды был хәл сығырынан сығар­ҙы һәм ул мине алып ҡайтты ла китте.

– “Ҡош юлы” йыр конкурсында беренсе урын яулаған кеше өсөн йыр дәресендә “өслө” алып ултырыу, ысынлап та, килешмәгәндәй шул…
– Әйтәм бит, шул дәфтәр арҡаһында ғына бәләгә тарыным. Ләкин был “өслө” мине сәмләндер­ҙе генә, гитарала уйнай, үҙем йырҙар яҙып йырлай башланым. Мәктәптә егеттәр ойошторған “Нур” эстрада ансамбленә лә йөрөнөм. Үкенескә күрә, элек яҙ­ған йырҙарымды һаҡлап ҡалмағанмын. Хәҙерге­ләре егермегә яҡын. Йырҙарымдың көйөнән бигерәк, һүҙҙәренә иғ­ти­барымды нығыраҡ бүләм – мәғәнәһе бул­һын тим. Бер нәмә лә ишетмәй, дискотекала онотолоп бейей торған форматтағы йырҙарға күңелем төшмәй.
Гитарала уйнап йырлаусылар өсөн ойошторолған “Ҡош юлы” конкурсында ике йыр менән сығыш яһаным. Икеһе лә – үҙем яҙған, ярат­ҡан музыкаль әҫәрҙәрем. Профессиональ йырсы түгелмен, шулай ҙа йырлау – күңелем талап иткән шөғөл.

– Ә бейеүҙәрҙең ниндәйе күңелегеҙгә яҡын?
– Үҙемә Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр бик оҡ­шай. “Зарифа”, “Гөлнәзи­рә”, “Кейәү”, “Өс таған”, “Бесәнселәр”, “Яҙғы таш­ҡын” кеүек классик бейеүҙәрҙе камил тип әйтер инем. Уларҙа сюжет та аңлашылып тора, һәр бер бейеү бәләкәй генә спектакль кеүек. Юмор ҙа һиҙелә, күңел йылылығы ла һалынған. Ошо бейеүҙәрҙе ихлас башҡарам, яратам.
Бейеү сәнғәтендә быуаттар буйы һаҡланып килгән стиль, хәрәкәттәр һаҡланып ҡалырға тейеш, тип һанайым. Үҙгәртмәһендәр, заманға яраҡлаштырырға тырышмаһындар ине уларҙы. Егеттәр менән ҡыҙҙар­ҙың хәрәкәттәрен, үҙ-үҙен тотошон бутап бөткән сәхнә әҫәрҙәре йәнде көйҙөрә. Һәр халыҡтың үҙенсәлеге бар, бейеүҙәрҙә ул сағылырға тейеш. Башҡорт ҡыҙҙары оялсан һәм һалмаҡ, егеттәре ут кеүек булған бит борондан. Ә бейеүҙәрҙә ошо үҙенсәлегебеҙҙең сағылыш табыуы дөрөҫ тип һанайым.

– Ансамбль – Рәсәйҙе генә түгел, донъяны башҡорт бейеүҙәре менән таныштырған коллектив. Әле сит илдәргә гастроль менән йыш сығаһығыҙмы?
– Европаны бер нисә тапҡыр тулыһынса урап сыҡтым, Азияла ла булған бар. Былтыр Бразилияға барып, һоҡланып, үҙебеҙҙең бейеүҙәрҙе күрһәтеп ҡайттыҡ. Сит илдәргә йөрөү мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ, әлбиттә. Ни тиһәң дә, башҡаларҙы ла күреп, үҙеңде лә күрһәтеп ҡайтырға офоҡтар асыла. Сит илгә йылына бер нисә тапҡыр сығабыҙ.
Ғөмүмән, гастролгә йыш йөрөргә тура килә. Был артист эшенең ҡыҙыҡлы ла, ҡыйын да өлөшө. Рәсәй буйлап та, республикабыҙ буйлап та концерттар менән йөрөйбөҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – ҡайҙа ла сығыштарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән, яратып ҡабул итәләр. Сит илдәрҙә концерттан һуң килеп, бүректәребеҙҙе тотҡолап, төрлө һорауҙар биреп, ҡунаҡҡа саҡыралар. Беҙ инглизсә вата-емерә булһа ла, барса халыҡ менән аралашырға тырышабыҙ.
Ошо урында Башҡортостан тамашасылары хаҡында айырым әйтке килә. Әлбиттә, үҙебеҙҙә сығыш яһау нисектер айырым бер рәхәтлек бирә, яуаплылыҡ өҫтәй. Беҙҙең халыҡ айырыуса ихлас, мәҙәниәтте, сәнғәтте һөйөүсән, быны тамашасылар залынан килгән энергетика аша тәрән тояһың. Халҡыбыҙ һоҡлан­ғыс та, үҙе лә һоҡлана, ярата белә. Тамашасыларыбыҙға рәхмәт әйтке килә.

– Бөгөн һеҙ – уңышлы эшләгән, талантлы егет. Шулай ҙа әйтегеҙ әле, амбицияларға бай кешеһегеҙме?
– Амбицияһыҙ булмай инде. Ләкин уның да самаһы булыуы кешенең үҙе өсөн яҡшыраҡ. Һәр кем үҙенең баһаһын белеп, башҡаларҙы ла хөрмәт итеп йәшәргә, ижад итергә тейештер. Әҙәп кәрәк. Амбиция буш урында тыумаһа, үҙеңдең мөмкинлектәреңде белһәң, уңыш менән бәхет оҙаҡ көттөрмәй. Тәнҡит әйтеүселәргә үпкәләмәйем, үҙем дә башҡаларға ысын күңелдән кәңәш бирергә тартынмайым.
Сәнғәттә бөтәһе лә талантҡа барып тоташа. Талант булмаһа, тырышлыҡ менән генә әллә ни уңыш­ҡа өлгәшеп булмай. Шул уҡ ваҡытта ялҡау кешегә бирелгән таланттан да мәғәнә юҡ. Икеһе бергә килгәндә генә кеше үҫә, мәҙәниәтте, сәнғәтте күтәрә икәнлеген беләм, тоям.

– Мәжлестәрҙә, ауыл клубтарында профессиональ ҡағиҙәләрҙе онотоп китеп бейегәнең бармы?
– Юҡтыр. Улар хәҙер ҡанға һеңгән инде. Шулай ҙа мәжлестәрҙә ауылса төшөп бейеүҙең үҙе бер айырым ҡыҙығы, матурлығы бар. Мин был бейеүҙәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Ихласлыҡ ылыҡтыра, үҙенә тарта бит. Шуға ла һәр эште онотолоп китеп башҡарғанда бөтәһе тарафынан да йылы ҡабул ителәлер тип иҫәпләйем.

– Бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүҙе талап иткән эшегеҙ арытмаймы?
– Аҙнаһына алты көн буйы бер нисә сәғәткә һуҙылған репетициялар, күнекмәләргә йөрөйбөҙ. Бигерәк тә классикаға ваҡытты йәлләмәҫкә тырышабыҙ. Ул бейеү сәнғәтенең нигеҙе бит. Арыта, әлбиттә. Бөгөнгөләй иҫемдә – эшләй башлаған ғына осор, әле бер эш хаҡы ла алынмаған. Минең, кисәге студенттың, кеҫәһе һай бит инде, баш ҡалала аҡса тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Ярай әле шундуҡ ятаҡтан бүлмә биргәйнеләр. Өс көн буйы шәкәр бутап ҡоро сәй генә эсеп йөрөп, биш-алты сәғәт бейегәндән һуң, иҫтән яҙып ҡолай яҙҙым. Бейей алмай, әлһерәберәк ултыра инем, етәксебеҙ яныма килде. “Асһыңмы әллә?” – ти. Уңайһыҙ булһа ла, хәлде аңлатырға тура килде. Шундуҡ яңы ғына тупланған егет-ҡыҙҙарҙы йыйып, аҡса бирҙеләр. Һәйбәт булып ҡалды.
Беҙҙең артистар пенсияға 20 йыл бейегәндән һуң сыға. Йәшерен-батырыны юҡ – сәхнә һаулыҡты ныҡ ҡына ҡаҡшата, һәр нәмәнең үҙ мәле бар. Урыныңды белә белергә лә кәрәк. Әйткәндәй, пенсияға сығыу­сылар үҙе шөғөлләнгән станок аҫтындағы иҙәнгә тәңкә ҡаҙап китә. Был матур йоланы һаҡлайбыҙ, тулыһынса үтәйбеҙ. Бынан башҡа ла йолаларыбыҙ, ышаныуҙарыбыҙ бар. Юлда күп йөрөгән, халыҡ менән йыш аралашҡан сәнғәт кешеләре төрлө нәмәгә ышаныусаныраҡ булалыр инде.

– Бейеүселәр һәр ваҡыт диетала ултыралыр ул?
– Юҡсы, теләгәнемде ашайым. Ҡайсаҡ фитнес залына барып киләм, уныһы ла ауырлыҡты ташлар өсөн түгел, мускулдарҙы ҡатырыр өсөн. Егеттәр араһында диетала ултырыусылар бик аҙҙыр ул – артыҡ ауырлыҡ былай ҙа йыйылмай. Ә бына бейеүсе ҡыҙҙар ашау рационын контролдә тоторға мәжбүр.

– Шәхси тормошоғоҙ нисегерәк һуң, Роберт?
– Өйләнгәнмен, кәләшем Алина – “Мираҫ” фольклор ансамблендә бейеүсе. Өфө эргәһендә үҙ йортобоҙҙо төҙөп бөтөп киләбеҙ һәм, әлбиттә, иң ҙур хыялыбыҙ – шул йорттоң йәме булырҙай бәпестәр үҫтереү.

– Тағы ла ниндәй пландарығыҙ бар?
– Әле бер мәктәптә бейеү түңәрәге алып бара башланым. Бейеүҙәр һалып ҡарарға ине, тигән уйҙар инә башҡа. Пландар күп инде ул. Ғаиләмде лә, эшемде лә иғтибар­һыҙ ҡалдырмай, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ине – иң мөһиме шул.

– Роберт, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Матур пландарығыҙ тормошҡа ашһын, осҡонло сығыштарығыҙ артабан да беҙҙе ҡыуандырһын, һеҙҙе лайыҡлы данға күмһен, тип теләйбеҙ.




Фото: "Бәйләнештә" селтәренән






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы