26.04.2013 МОҢ ЭЙӘҺЕ МИҢЛӘХМӘТ
“Хикмәт, ни, Миңләхмәттә инде ул...”
Нисәмә тиҫтә йыл дауамында музыка сәнғәте өлкәһендә тир түккән кеше булараҡ, кемдең кем булыуына ҡармай, һәләтле талант эйәләрен һәр саҡ күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышылынды. Шуларҙың береһе Миңләхмәт Ғәйнетдинов булыр. Штаттан тыш хеҙмәткәребеҙме ни?! Ул үҙе лә редакцияла йыш булыр булды. Шулай булмай һуң. Радиоға яҙылыр булһалар, күп кенә йырсылар:
– Миңә Миңләхмәт Ғәйнетдинов уйнаһа ине, – тиер ҙә торор ине. Унан ҡалһа:
– Уның менән сығыш яһау – үҙе бер бәхет, – тигән булырҙар ине.
Бер ниндәй шаштырыуһыҙ, әйтә алам. Эйе, эфирға ла, сәхнәгә лә Миңләхмәт менән сығыу һәр йырсы өсөн оло мәртәбә иҫәпләнер булып китте.
Йырсыны илаһи моңо менән күтәрмәләп, ул башҡарған әҫәрҙе аккомпаниатор үҙ йөрәге аша үткәргәндә генә, ансамбль хасил була. Шул саҡта ғына йырһөйәрҙәрҙең күңелен арбарға мөмкин. Миңләхмәт ана шундай музыканттарыбыҙҙан. Йырсыларыбыҙҙың, Миңләхмәт тә Миңләхмәт, тип тороуының бар хикмәте бына шунда ла инде.
Бик күп йырсыларға көй күтәреште Миңләхмәт. Улар араһында Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков кеүек мәшһүрҙәрҙән тыш, уларға алмашҡа килеүсе талант эйәләре лә, үҙешмәкәр йырсылар ҙа бихисап. Тура һүҙлелегенә барып, ҡайһы саҡта кемдәргәлер: “Ғәфү итегеҙ, һеҙгә уйнай алмайым!” – тип әйтер булды. Асылы шул: моңо-ние юҡ көйөнсә лә, йырсымын, тип күкрәк һуғып йөрөүселәрҙе түгел (ә ундайҙар бөгөн бихисап), ул ысын йырсыларҙы ғына үҙ итә. Әйткәндәй, ундайҙарҙы Миңләхмәт үҙе табып, радиоға яҙылырға килтерер булды. Уның тәҡдиме менән радиоға яҙылған йыр маһирҙарының байтағы күптән инде халыҡ йырсыһы дәрәжәһенә иреште. Уларҙың яҙмалары радиобыҙҙың алтын фондында һаҡлана.
Берҙән-бер көндө йырлап ҡына торған ир-егет тауышы:
– Фәниә һылыу, Миңләхмәт Ғәйнетдинов менән яҙылырға ваҡыт һорарға ине. Ҡасан килергә булыр икән? – тине.
– Һеҙ кем булаһығыҙ әле? – тим.
– Ишбулатов тигән кеше булам...
Икенсе көндө үк сәғәт икегә саҡырҙым таныш булмаған Ишбулатовты.
Билдәләнгән ваҡытҡа килгән теге йырсы. Студияға барып, тыңлап ултырырға форсат юҡ. Ваҡыттың тығыҙ сағы. Эске телефондан ғына һорай ҡуйҙым:
– Яҙылалармы? Нисек йырлай?
– Ох, будь здоров! Вот по-ет! Так поет!
Шулай тине тауыш режиссеры Георгий Николаевич Мельников (һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем, радиобыҙҙың алтын фондын туплауҙа баһалап бөткөһөҙ эш атҡарған кеше ине ул).
Бер сәғәт үттеме-юҡмы, редакция бүлмәһенә сәсе ярайһы саллана төшкән мөһабәт кәүҙәле бер ағай килеп инде.
– Мин булам инде шул Ишбулатов. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәғим Хажиғәле улы, – тине был.
– Ә-ә, нисек яҙылдығыҙ?
– Нисек, тип, был Миңләхмәттең баян моңона көйһөҙ әҙәм дә йырлап китер. Бер һыуһында әллә ете, әллә һигеҙ йыр яҙҙырып ташланылған. Шулай итмәй һуң, хикмәт Миңләхмәттә инде ул, Миңләхмәттә, – тине лә, рәхмәт әйтеп, хушлашты яңы танышыбыҙ. Ә радио фонды, Миңләхмәт менән шул профессор арҡаһында, “Ҡымыҙ”, “Саҡырмасы, кәкүк”, “Ҡалды” кеүек хәҙер инде онотолоп барған йырҙар иҫәбенә байый төштө. Уларҙы хәҙер, радиотапшырыуҙарҙан отоп алып, йәш йырсылар йырлай башланы.
Миңләхмәт Ғәйнетдинов табып, үҙе үк әҙерләп радиоға килтереп яҙҙырған йырсыларҙың тағы икәүһе хаҡында әйтмәһәм, яҙыҡ булыр кеүек. Уның береһе – Ришат Вәхитов. Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән уҙаман. Күмертауҙың шифалы ҡуллы был табибын йә сәхнәнән, йә радионан тыңлап, йырһөйәрҙәребеҙҙең нисәмә быуыны кинәнә хәҙер. Йырсының йөрәк йылыһы менән байытылған күңелгә ятышлы йомшаҡ тауышы тәүләп эфирға сыҡҡан көндән алып һәр тыңлаусыны әсир итә. Уның йырҙарын йышыраҡ биреүебеҙҙе һорап яҙылған хаттар йыш килер булды. Шуларҙың береһе бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб апай Биишеванан ине. Унда бына бындай һүҙҙәр бар: “Фәниә һылыу! Ришат Вәхитов тураһындағы тапшырыуыңды тыңлап, йырсының тауышына һоҡландым. Һоҡландым да, ғорурландым да. Халҡыбыҙҙың моң байлығы, уны беҙгә еткергән маһирҙарыбыҙ барлығына инандым. Ул (Ришат Вәхитов) һөнәре буйынса табип икән. Тимәк, икеләтә табип булып сыға. Уны күберәк яҙып, йышыраҡ ишеттерегеҙ беҙгә”.
Оло әҙибәбеҙҙең дә, башҡаларҙың да үтенесен үтәргә тырышылынды.
Миңләхмәт юлыҡҡан яралы яҙмышлы моң эйәһенең һағышлы йырының батырлыҡ йыры булып яңғырағаны...
“Йыр һәм сәхнә өсөн генә яратылғандыр был!” Бынамын тигән баритон тауышлы, һомғол буйлы, алсаҡ йөҙлө был егет тәүләп радиоға яҙылырға килгәнендә шулай тип һоҡланып ҡалғайныҡ. Әммә яҙмыш тигәнең үҙенекен итә лә ҡуя шул. Ейәнсура районында механизатор булып эшләп, кистәрен сәхнәнән төшөүҙе белмәгән Марат Илбаев тигән был егет Чернобыль фажиғәһе килеп тыуған тәүге көндәрҙә үк, үҙе теләп, шул ғәрәсәт ҡупҡан ергә китә. Унан ҡайтҡас, үҙ хәлен яҡшы аңлаптыр инде, нисек тә йыр-моңон тамашасыға еткереү хәстәрен күрә башлай. Шул ниәт менән Күмертау ҡалаһына күсеп килә. Ысынлап та, бында мәҙәниәт һарайы уға талант-һәләтен нығыраҡ асырға шарттар тыуҙыра. Маратҡа тамашасы менән йышыраҡ осрашыу форсаты тейә. Тик үҙ хәленең мөшкөлләнеүен алдан тойоуы раҫҡа сыға. Чернобыль радиацияһы үҙ хөкөмөн ғәмәлгә ашыра башлай: Мараттың сәләмәтлеге көндән-көн насарая бара... Һыҙланыуҙарын йыр менән баҫырға, рухына һынырға форсат бирмәҫкә ныҡ тырыша ул. Әммә яман сир яман сир инде ул. Ул яман менән үҙ аллы көрәшеүҙән мәғәнә сыҡмаҫтай булғас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итә егет. Уны бер ҡарауҙа уҡ уларҙың иҫ-аҡылдары киткәндәй була. Ошо хәлендә нисек эшләп йөрөгән дә, ни ғиллә менән сәхнәгә сығырға көс-ҡеүәт тапты икән?! Һәм тиҙ генә Өфөгә оҙатыу сараһын күрәләр...
Һыҙланыуҙарын баҫырға теләп, ҡысҡырып йырлап ебәргәндер ул Марат. Өфө дауаханаһына юлыҡҡас, бынан имен-аман сығыуына өмөтө ҡалмағанда ла, йыр, тик йыр ғына дауа булып тойолғандыр, тим, уға. Ана бит ҡусты тейешле кешеһенә ни тигән? Ни тиһен? “Салауат, әллә Миңләхмәт Ғәйнетдиновҡа мөрәжәғәт итеп ҡарайһыңмы? Радиоға яҙылып булмаҫмы икән?” – тигән. Был үтенесте ишетеү менән Миңләхмәт шунда уҡ дауаханаға бара. Марат менән танышып, хәлен белгәс тә, табиптарҙан рөхсәт алып, уны үҙ фатирына алып ҡайта. Көн аша тиерлек төрлө-төрлө йомош менән ауылдан килгән туған-тыумаса, таныш-тоношто алсаҡ һүҙ, яҡты йөҙ, ауылса яраштырылған һыйлы табын менән ҡаршыларға күнеккән Ғәйнетдиновтар ғаиләһе. Шундай уҡ мөнәсәбәтте Марат та татый уларҙа. Уны Тәңре ҡунағылай күреп ҡаршылай был ғаилә. Шундай йылы мөнәсәбәткә юлығыуы, Миңләхмәттең баянына ҡушылып, күнекмәләр эшләүе, хужабикә булған Мәүсиләнең ҡоротло һурпаһы – барыһы ла иң шифалы дарыу-дармандан да шифалыраҡ йоғонто яһай яралы яҙмышлы йырсыға. Һәм уның репертуарындағы йырҙарҙың көйөнә Миңләхмәт баянын һуҙып ебәреүе була – быуылып ятҡан йылға быуаһын ярып атлыҡҡандай булып, күкрәгендә ҡамалып торған моңо йыр булып урғылып китә. Шул етә ҡала, Миңләхмәт баянын ҡуя ла:
– Киттек! – ти йырсыға.
– Ҡайҙа? Балнисҡамы? – тип йырсыбыҙ баҙап ҡала.
– Студияға!
– Нисек инде ҡапыл? Заявка ла бирмәнек бит әле.
– Һинең өсөн ваҡыт табырҙар.
Бына шулай эйәртенешеп килеп инде улар музыкаль редакцияға. Мараттың хәле хаҡында хәбәрҙар булғанлыҡтан, программа буйынса яҙылаһы яҙмаларҙы туҡтатып, уларҙы студияға индерҙек.
Студияның тәҙрәһе аша күреп торолона. Миңләхмәттең йылғыр бармаҡтары, баян телен барлағандай, үрле-түбәнле бер йүгереп үтеүгә үҙәк өҙмәле моңға сорналған йыр ағыла башланы... Гүйә йырсы йыр һүҙҙәре әйтеп еткермәгән һағышты моңо менән әйтергә теләй ине... Ике йыр яҙҙырыуға Миңләхмәт туҡтап ҡалды. Беҙҙең һораулы ҡарашты күреп:
– Бөгөнгә шул да етеп торор, – тине. Маратыбыҙ иһә, ауыр тын алып:
– Ярар һуң, – тигән булды.
Бына шулай, йырсының хәлен үтә лә яҡшы тойғанға, Миңләхмәт, нормалап ҡына, көн һайын икешәр йырын ғына яҙҙыртты. Күрә торабыҙ, килгән һайын Мараттың йөҙөндә өмөт сатҡылары яҡтыраҡ балҡығандай тойолдо миңә. Килгән һайын, студияға үтерҙән алда, редакцияға һуғылыр булды. Ингән һайын, ҡулында тере сәскәләр булыр ине. Ә берҙән-бер көндө, һуңғы йырын яҙҙыраһы көндө, ниңәлер тере сәскәләр түгел, ә ап-аҡ ҡына яһалма сәскәләр тотоп килеп инде лә, уларҙы ҡулға тотторманы, пианино өҫтөнә һалды... Күңелдә шом тыуҙы... Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты...
– Бөгөн йырҙарымдың һуңғыларын яҙҙырам инде, – тине егет тыныс ҡына һәм, рәхмәт әйтеп, студияға ыңғайланы. Мин дә шунда табан атланым. Уның йырын баштан-аяҡ тыңлап ултырҙым. Алдан һиҙенеп, уйлап килгәндер был юлы йырланасаҡ йырының һуңғы яҙма ғына түгел, иң һуңғы йыры булырын.
Керәйем әле урмандарға,
Урмандың ҡараһына.
Бәлки, дауа таба алырмын
Йөрәгем яраһына,
Йөрәгем яраһына...
Студиялағылар барыбыҙ ҙа көслө рухлы йырсының үҙен тотошона һоҡландыҡ, үҙәк өҙгөс моңонан тетрәндек... Ул саҡ тыуған тойғоларҙы тыя алмайынса, барыбыҙ ҙа илап ултырҙыҡ... Шул саҡ ни күрәм: Миңләхмәттең дә күҙҙәренән йәш тәгәрәй ҙә, йөҙө буйлап ағып килеп, баяны өҫтөнә тама. Тама ла, күреген һуҙған һайын һибелеп, сәсрәп-сәсрәп китә. Әйтерһең, эйәһенә ҡушылып, баяны ла илай ине... Күрәһең, барыбыҙ ҙа уның был йыры беҙҙең менән, беҙҙең менән генә түгел, моңһөйәр халҡы менән бәхилләшеү йыры икәнен аңһыҙ рәүештә һиҙенгәнбеҙҙер...
... Ошо көндән һуң күп тә үтмәне, моң эйәһе Марат Илбаевтың яҡты донъя менән мәңгелеккә бәхилләшеүе хаҡында ҡайғылы хәбәр килеп етте... Яралы яҙмышлы йырсының бынамын тигән моңға бай йырҙары иһә мәңгелеккә беҙҙең менән ҡалды. Шул хаҡта уйлайым да шундай һығымтаға киләм: бары Миңләхмәттең шәфҡәт менән һуғарылған иғтибарлылығы ғына ирештерҙе бындай мөмкинлеккә. Тағы шулай тип уйлап ҡуям. Миңләхмәттең шул һәләткә эйә булыуы Маратҡа, үҙ йырынан үҙе шифа алып, бер аҙға булһа ла ҡотолғоһоҙ Әжәлдең юлын ҡыйып торорға форсат биргәндер. Шулайҙыр ул, моғайын... Йыр гәүһәрҙәре радиобыҙҙың алтын фондында тап Миңләхмәт һымаҡ иғтибарлы вә шәфҡәтле энтузиастар арҡаһында ишәйә. ә инде Марат Илбаевтың йырҙарына килгәндә, шуны әйтке килә. Гәзитебеҙҙең хөрмәтле уҡыусылары, әгәр ҙә радионан уның йырҙары тапшырыла ҡалһа, ни тиклем һағышлы булмаһындар, уларҙы яралы яҙмыштың батырлыҡ йыры тип ҡабул итегеҙ.
Ғаилә
Сәнғәт әһеленең ғаиләһендә әлегә ете Ғәйнетдинов. Миңләхмәт менән Мәүсиләнең ике улы, ике ейәне, бер килене бар. Улдары Азамат менән Азат бишектән үк моңға күмелеп үҫте. Бөгөн булһын, ҡурай тотһалар – ҡурайҙа, баян, гармун алһалар, уларында өҙҙөрә генә улар. “Был һәләттәре егеттәрҙең икеһенә лә ыңғай йоғонто яһай. Улар хоҡуҡ һаҡлау даирәһендә хеҙмәт итәләр бит. Унда иһә стресҡа еткермәле хәлдәр булып тора. Музыка уларға шунан ҡотолорға ярҙам итә”, – ти атай кеше.
Азаматтың улдары Батырхан менән Әмирханға йортта йыш яңғыраған бейеү көйҙәре тиҙ арала быуындарын нығыта һалып, аяҡҡа баҫып китеүенә булыша. Уларҙың ыңғайына өләсәләре Мәүсилә үҙенең бейегән мәлдәрен иҫкә төшөрөп ала. Иҫкә төшөрөрлөгө бар шул. Филармонияла эстрада бейеүсеһе булып эшләгәндә, өйрөлөп-сөйрөлөп сәхнәләрҙе бер итеп, иңләп-буйлап бейей-бейей үткән юлдарын бер ептәй итеп теҙһәк, бөтә Башҡортостандың иңен-буйын йәйәү үткән кеүек булыр инек. Шул бейеү сәнғәте осраштыра ла инде уны Миңләхмәт Ғәйнетдинов атлы күркәм баянсы менән. Әле ҡасан ғына ошо Ҡырмыҫҡалы һылыуы:
– Уф, Миңләхмәт! – ти ҙә шымып ҡала ине. Шымып ҡала ла тағы-тағы:
– Уф, Миңләхмәт! Уф, Миңләхмәт! – тип, хыялға бата ине. Уфтандырған Миңләхмәте ғүмерлек йәре булып, күпме тиҫтә йыл үткәс тә, әҙ генә төҙәтмә индереп, бөгөн булһын шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай Мәүсилә:
– Эй-й, ошо Миңләхмәтте!
Әгәр ҙә һеҙ барҙа ла шулай тиһә, аптырамағыҙ берүк. Был ауаз уның бәхет, шатлыҡтарын, хәләл ефетенә лә, уның моңона ла бөгөн мөкиббән ғашиҡ булыуын аңлата. Шулай булғас, таныша ғына башлағандарында, әйтер булған “Уф, Миңләхмәт!”кә һалынған хис-тойғоноң кимәлен үҙегеҙ самалағыҙ...
* * *
Баянсы Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы Ғәйнетдинов үҙенең матур юбилейын республикабыҙ кимәлендә арҙаҡлы сәнғәт оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булып ҡаршылай. Был мәшһүр ваҡиғаға ғаилә кимәлендә лә ул абруйлы һәм һөйкөмлө ир, атай, ҡайны, олатай тигән титулдарҙың мулына эйә булған хәлдә килеп етте.
Беҙ, тамашасылар, тыңлаусылар, Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың бик тә камил һәм зауыҡлы моңдары сәхнә түрҙәренән дә, эфирҙан да, “зәңгәр экран”дарҙан да туҡтауһыҙ яңғырап тороуын теләйбеҙ. Миңләхмәттең баян менән айырылғыһыҙ ҡуш булып уйнауын күҙәтеп ултырған бер тамашасы ханым:
– Йәнһеҙ бер ҡумтанан нисек шулай моң сығарып була икән? – тигәйне бер саҡ.
– Йөрәк менән уйнағанға!
Шулай тинем дә, бөтә донъяһын онотҡандай, сәхнә түрендә баянда уйнаусы Миңләхмәттең йүгерек бармаҡтарына текәлдем. Ысынлап та, Зөлхизәнең әсе яҙмышын көй ярҙамында нисек аңлатып була икән? Була икән шул. Быны бары оло йөрәкле, киң һәм изге күңелле, шуға бәрәбәр итеп, Хаҡ Тәғәлә биргән талант-һәләтен халҡы менән йомарт бүлешеүҙән йәм һәм тәм тапҡандар ғына булдыра алалыр. Миңләхмәт Ғәйнетдинов тап шундайҙар когортаһына ҡарай ҙа инде. Атаһының: “Исеме есеменә тап килһен!” – тигәнен ул ана шулай ғәмәлгә ашыра.
Хөрмәтле юбилярыбыҙ, һуңғы йылдарҙа репертуарыңа “Йәшлегемә кире ҡайтыр инем” тигән йырҙың көйөн индерҙең. Һин шуны уйнағанда, баяныңдан тел менән әйтеп, ҡәләм менән яҙып аңлатҡыһыҙ хис ағылғандай була. Һине лә, был көйҙөң һүҙендәге “Кире ҡайта торған юл булһа” тигән һүҙҙәр һағышландыра торғандыр, моғайын. Әммә йәшлек әҙәм балаһы ҡылған ғәмәлдәре, изгелектәре һәм, ғөмүмән, йәшәлгән йылдары булмышына һарыла-һарыла килеп, мәңгелеккә юл ала. Шулай ҙа һин, икенсе бер йырҙа әйтелгәнсә: “Үкенерлек түгел үткәндәр”, – тип ҡабатлай алаһың.
Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
(Аҙағы. башы 31-се һанда).
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»