RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талант ҡанаттары талмаһын

23.04.2013 Талант ҡанаттары талмаһын

Талант ҡанаттары талмаһынЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сән­ғәт академияһының ак­тер­лыҡ бүлеге студенты Рәйлә Солтанова Санкт-Пе­тербургта үткән мәртәбәле “На крыльях таланта” халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивалендә оло еңеү яулап ҡайтты – гран-приға эйә булды.

Платонов һәм Назар уңышҡа килтерҙе

Фестиваль йыл да илдең тиҫтәләгән ҡалаһында үтеп, сәнғәткә аяҡ баҫҡан йәштәрҙе – буласаҡ йырсыларҙы, музыканттарҙы, актер­ҙарҙы бер ҡорға йыя. Төбәктәрҙә еңеүгә өлгәшкән ҡатнашыусылар Санкт-Петербургҡа конкурстың финалына килеү хоҡуғын яулай. Башҡа илдәрҙән дә йәш артистар күп йыйыла бында. Шуға күрә, ҡат-ҡат һынауҙар үтеп, иң юғары баҫҡысҡа иң талантлылар ғына үтә алалыр. Рәйлә Солтанова «Нәфис һүҙ» номинацияһында сығыш яһаны. Тәүҙә Өфөлә лауреат исемен алды. Уның һөҙөмтәһе буйынса финалда ҡатнашыу мөмкинлеге биргән сертификат тапшырылды. Мәле килеп еткәс, икенсе курс студенты алыҫ юлдан баҙап ҡалмайынса, яңғыҙы сәфәргә сыҡты. Талант ҡанаттары булғанда, аралар ҙа бер ни түгелдер ул.
– Минең өсөн әсәйем Зөбәржәт Фәнүс ҡыҙы айырыуса борсолдо, әммә изге фатиханы ла иң тәүҙә ул бирҙе. Өфөнән конкурсҡа тағы бер төркөм ҡатнашыусы юлланған булған. Улар менән бер вагонда барҙым. Питерҙа класташым уҡып йөрөй. Ҡалала ул миңә иптәш тә, көйәрмәнем дә булды, – ти Рәйлә.
Буласаҡ актриса Андрей Платоновтың «Һыйыр» хикәйәһенән өҙөк, Назар Нәжмиҙең «Ҡоя ямғыр» шиғырын уҡыны. Шиғырҙың русса тәржемәһенән тыш, башҡортса оригиналды ла башҡарып, жюри ағзаларының күңелен яуланы. Был хаҡта йәш артист:
– Башта башҡортса дүрт юллыҡты ғына уҡып күрһәтергә уй бар ине. Әммә художество етәксем Юрий Заяц, тулыһынса ятла, тип кәңәш бирҙе. Моғайын, был да уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ иткәндер. Ҙур мәҙәни ҡалала туған телемде танытып ҡайтыуыма хәҙер ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, – ти.
Художество етәксеһенең: «Беҙ бит аңламаһаҡ та, сит телдәрҙәге йырҙы, телмәрҙе тыңлап һоҡланабыҙ, Петербургта ла башҡорт телен шулай ҡабул итерҙәр», – тигән һиҙгер, аҡыллы һүҙҙәре дөрөҫкә тура килә. Бар ҡатнашыусылар, ҡаҙаҡ, татар студенттары ла русса телмәр тотҡанда, Рәйлә Солтанова ғына туған телендә әҫәр уҡый. Улай ғына түгел, алдынғылыҡҡа сыға. Ошонан һуң Рәми Ғариповтың «Бер телдән дә телем кәм түгел» юлдары нисек иҫкә төшмәһен.
Андрей Платоновтың моңһоу, күҙҙәргә йәш тулырлыҡ әҫәрен хисләнеп уҡығанда, һин һыйыр һауа беләһеңме әллә, тип һорайҙар Рәйләнән. Өфөлә үҫһә лә, Архангел районының Аҙау ауылында йәшәгән олатай-өләсәһендә лә йыш була ул. Шуға үҙен ауыл ҡыҙы итеп тә тоя. Уҙған йыл йәйгеһен уға хикәйәләге сюжетҡа оҡшаш хәл-ваҡиғаның шаһиты булырға тура килә.
– Өфөгә китеп барған электричкабыҙ аҫтында һыйыр тапалып ҡалды. Эргәһендә үгеҙ ҙә булып сыҡты. Тапалған һыйыр, баҫып торған үгеҙ берсә кешеләргә, берсә бер-береһенә ҡарай ине. Ә мөлдөрәп торған күҙҙәре йәшкә тулышҡан. Шул ваҡиға хәтерҙә ҡалды. Ә аҙаҡтан Платоновтың хикәйәһен уҡып, имтихан тапшырҙыҡ, – тип һөйләй Рәйлә.
Шуға ла «Һыйыр» хикәйәһендәге драматизм үтә лә яҡын уға. Конкурста Рәйлә әҫәрҙәге герой – Вася исемле малай һүҙҙәрен ҡыҙ исеменән һөйләп, бала йөрәгенең һыйыр кисерештәрен аңлауын матур итеп асып бирә ала.
– һигеҙ минутлыҡ сығышта конкурсант төрлө жанрҙағы ике әҫәрҙе башҡарып өлгөрөргә, шул уҡ ваҡытта үҙ һәләтен дә күрһәтергә тейеш. Беҙ проза менән шиғырҙы һайланыҡ, – ти Рәйләне конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыһы Земфира Хөсәйенова. – Башҡорт төркөмөндә уҡыусы студенттар ике телдә лә матур, дөрөҫ уҡырға бурыслы, сөнки киләсәктә улар ике телле актер буласаҡ. Фестивалдә иһә телмәр­ҙең әҙәби кимәле, тауыштың асыҡлығы, моңо баһалана.
Рәйләнең еңеүе уҡытыусыһының хеҙмәтен дә күрһәтеп тора, әлбиттә. Ғөмүмән, Земфира Хәмзә ҡыҙы алып барған сәхнә теле дәресе Өфө дәүләт сәнғәт академияһында юғары кимәлдә уҡытыла. Быны студенттар билдәләй. Милли йәштәр театрында эшләүсе Лилиә Исҡужина ла заманында ошо фестивалдә гран-при яулаған.

Мәктәптә үк актер
булып таныла

Буласаҡ актрисаның амплуаһы, үҙе әйтеүенсә, травести – ҡыҙ, егет образын да башҡара. Ысынлап та, Рәйлә менән аралашҡанда, уға егет­тәрсә ҡыйыулыҡ, саялыҡ һыҙаты хас булыуын күрәһең. Шул уҡ ваҡытта бик нескә, йомшаҡ күңелле булыуын төҫмөрләйһең. Актер­ҙарға ғына хас алсаҡлыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп тора Рәйләнең тәрән, янып торған ҡарашынан. Кеше менән ябай ғына әңгәмә ҡорғанда ла юҡтан тиҙ генә һүҙ табыуы, үҙенә ҡарата иронияһы, урыны менән шаян йылмая белеүе, ташып торған дәрте, ашҡынып торған күңеле – барыһы ла актер сифаттарын таныта. Шулай үҙеңдең ысын артист менән аралашыуыңды аңлайһың кеүек. Актерҙың кешеләргә, донъяға ҡарата һөйөү сатҡыларын балҡытҡан яҡты нурын сәхнәнән түгел, ә күҙгә-күҙ ҡарашып тойоу ниндәй ҙур бәхет икән. Актер дәрте, кәйефе һиңә лә йоға, уның менән бергә йылмаяһың, көләһең, йәшәү көсө алаһың. Рәйләгә тәбиғәттән бирелгән һәләтен үҫтерергә генә ҡала. Тамырҙарың ҡайҙан, тигән һорауға ул көтмәгәндә шиғри тел менән яуап бирҙе:
– Тамырҙарым Яйыҡ буйынан,
Ырыу осом Тамъяндан,
Табыныма килеп һыйынам –
Әсәм ошо ырыуҙан.
Сая башҡорт ҡыҙы мин,
Сал Уралдан килгәнмен,
Яйыҡ һыуын эскәнмен,
Ҡыйыу булып үҫкәнмен.
Башҡорт рухы, башҡорт теле –
Шулар өсөн тибә йөрәгем.
Илем өсөн, халҡым өсөн
Талмаҫ минең беләгем.
Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда ул драма түңәрәгендә шөғөлләнә. Етәксеһе Римма Нәбиева артислыҡҡа һөйөү уята. Шулай уҡ ярҙамсы, кәңәшсе булған уҡытыусыһы Фирҙәүес Ҡотлогилдина күңелен үҫтерә. 5-се класта уҡығанда Рәйлә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала сағы»нан Әсҡәт ролен башҡарып, барыһын да хайран ҡалдыра. 9-сы класта «Тамыр» балалар студияһына килә. Унда Рәйлә «Артылыш», «Тау-тау хәбәр» тапшырыуҙарын алып бара. Танылған КВН-сы ла була. Унда ла актерлыҡ һәләтен күреп, баһалап өлгөрәләр. 2011 йылда «VIP-йәштәр» командаһында сығыш яһап, «Иң яҡшы ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе була. Ҡыҙ бына шундай багаж менән актер һөнәрен үҙләштерергә килә.
Ҡурсаҡтарҙы терелтә

– Театр факультетына имтихан тапшырғанда, ҡулыма ҡурсаҡ тоттороп, шиғыр һөйләт­тер­ҙеләр. Мәктәптә уҡыған сағымда ла һеңле-ҡустыны ҡарап, улар менән ҡурсаҡ уйнай инем. Шулай ҡурсаҡ театры актерҙары курсына инеп киттем, – тип һөйләй Рәйлә. – Бында ҡабул ителеүемә үкенмәйем. Бәғзеләр беҙҙең хаҡта, ширма артында ғына уйнайһығыҙ, тип әйтеүе ихтимал. Әммә предметты күҙ алдында терелтеү – ҙур сәнғәт. Шулай уҡ беҙ драматик яҡтан да шөғөлләнәбеҙ. Башҡа студенттарҙан айырмалы, ҡурсаҡ менән эш итергә лә, драма актеры булырға ла өйрәнәбеҙ.
Йәш актриса, ҡурсаҡ яһап, уларҙы уйнатыр­ға ла өлгөрә, драматик планда ла спектаклдәр­ҙә сығыш яһай. 5-се курс студенты, буласаҡ режиссер Алһыу Ғәлинаның Польша драматургы Кшиштоф Бизё пьесаһы буйынса ҡуйыл­ған «Сеңләүҙәр» диплом спектаклендә уйнай. Әйт­кәндәй, был спектакль менән студенттар Яр Саллы ҡалаһында үткән йәш театрҙар фестивалендә ҡатнаша.
Рәйлә Солтанова быйыл «Байыҡ» телевизион конкурсында ла ҡатнашырға була. Буласаҡ актерҙар йыр-бейеү дәрестәрен дә үҙләштерә бит, Рәйлә бәләкәйҙән бейергә ярата. «Ғәйбәтсе» бейеүен башҡарған ҡатнашыусының артислыҡ һәләтен, зал менән аралаша белеүен оҡшаталар.
Санкт-Петербургта күңеле үҫеп, яңы кисерештәр, белем алып ҡайта йәш артист. Ҡаланың иҫтәлекле урындарында булып, бер нисә тамаша ҡарай. Рәйлә, ундағы һәм беҙҙәге театрҙы, тамашасыларҙы сағыштырып:
– Ундағы театр миңә бик оҡшаны. Актерҙары үтә лә сағыу, импульсив икән. Бәлки, спектаклдәр шундай булғанғалыр. Беҙҙә бит халыҡ спектаклдәрҙе ҡарағанда илап-көлөп алырға ғына ярата. Ни өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған «Эдип батша», Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Гроза» пьесаһына йөрөмәйҙәр – сөнки унда уйланырға кәрәк. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта беҙҙең тамашасының кимәле лә күтәрелә башланы кеүек, – ти.
Рәйлә Солтанова ышаныслы аҙымдар менән ҙур сәхнәгә, ижад бейеклегенә юл яра. Иң мөһиме, уның талант тип аталған ҡанаттары бар. Ошо ҡанаттарҙы ҡағыр ҡеүәт табылып торһа, актриса Рәйлә Солтанова тураһында киләсәктә ишетербеҙ әле.

Мөнир ИҠСАНОВ.
юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы