RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Хыял ҡанаттары һынмаһын”

19.04.2013 “Хыял ҡанаттары һынмаһын”

“Хыял ҡанаттары һынмаһын” Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин 60-ҡа яҡын роль ижад иткән
1987 йыл, йәй. Баш ҡалабыҙ Өфөлә инде бер нисә йыл шаулап-гөрләп “Тальян гармун” республика фольклор байрамы үтә. Ошо осорҙа Ғафуриҙың күп кенә үҙешмәкәр коллективы байрамдың күркенә әйләнде. Үҙеш­мәкәрҙәр араһында байтаҡ ҡына “йондоҙ” ҡабынды. Шуларҙың береһе − Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп йөрөгән Юнир Ғәйнуллин. Район һәм Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорттарының бейеү ансамблдәрендә бейергә, илленән ашыу кешене берләштергән гармунсылар ансамбле менән сығыш яһарға, үҙе етәкләгән мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәрен ҡурсалап йөрөтөргә өлгөргән Юнирыбыҙ бер мәл “спектакль уйнарға” әүәҫләнеп алды. Сығыштарға әҙерләнгән арала бергә бейегән берәй ҡыҙҙы янына ултырта ла, берәй персонаж образына диалогка еткәс: “Хәҙер һин шулай тип әйт”, − тип өйрәтеп ала. “Репетициялар”ҙың сере көҙгә табан асылды. Юнир Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға ингән икән. Ул саҡтарға сирек быуат ғүмер үтеп тә киткән. Бөгөн Юнир Шәкүр улы – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының тәжрибәле актеры, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың алтын юбилейы − уға 50 йәш тула.

− Юнир, сәнғәткә юлығыҙ нисек башланды?

− Һаман иҫемдә: бәләкәйҙән гармун уйнарға хыялландым. Бөгөн билдәле композитор булып танылған Рәмил ағай Ғимраниға яҡын ғына йәшәнек. Ә улар­ҙың ғаиләһендә барыһы ла гармунсы. Эй, шулар кеүек уйнағы килә! 12 йәшемә инәйем гармун алып ҡайтты. “5-се клас­ты тик “бишле”гә тамамлаһаң ғына тотонаһың!” − тип шартын да ҡуйҙы. Күнмәгән ҡайҙа! Әммә уҡыу бөткәнде көтөрлөк тәҡәт юҡ, мәктәптән гармунымды һағынып йүгереп ҡайтам, баҡсаға инеп тысҡылдатам, мунсала ла. Рәмил ағай нисек көй сығарырға күрһәтеп бирҙе. Йәй етеүгә 52 көйҙө апаруҡ өйрәнгәйнем. Унан, ҡыйыуланып, урамға уҡ сығып уйнай башланым. Күрше-күлән ялҡып та бөткәндер инде. Аҙаҡ гармунсы тигән дан китте, бәләкәй тип тормай, клуб­ҡа, туй-ҡунаҡтарға алып йөрөй башланылар.
Беҙ үҫкән осорҙа “Лениндың тыуыуына – 100 йыл”, “Партия съезын ҡаршылап”, тигәнерәк төрлө смотр-бәйгеләр йыш үтә ине. 8-се класта уҡығанда Рәмил ағай (ул клуб мөдире) үҙе яҙған “Көт һин мине” тигән йыр менән тәүләп сәхнәгә сығарҙы. Артабан концерттарҙа йыр, бейеү, гармун менән ҡатнашыу үҙенән-үҙе китте.
Һәләтеңде күреп, уға йүнәлеш биргән, ҡанатландырған кешеләр осрауы ҙур бәхеттер, тим. Минең өсөн шундай кешеләрҙең береһе Рәмил ағай Ғимрани булды. Рәхмәт уға.

− Профессиональ сәхнәгә туп-тура барып инмәгәнһегеҙ шулай ҙа...

− Эйе. Мәктәптән һуң тоттом да Стәрлетамаҡҡа һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Уны тамамлағас, тире-күн фабрикаһында эш башланым. Әммә, бер нисә мәртәбә бармаҡты станокта ныҡ ҡына ҡыҫҡас, уйға ҡалдым: “Бармаҡ имгәнһә, нисек гармун уйнармын?” Ауылда клубҡа мөдир кәрәк ине, ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Бында йөҙөп йөрөп алты йыл эшләнем. Иҫләй китһәң, үҙе бер алтын дәүер булды инде ул. Колхоздар гөрләп торған саҡ, ауылда йәштәр күп. Үҙешмәкәр сәнғәт бик көслө булды, төрлө концерт-спектаклдәр ҡуябыҙ. Кистәрен иһә дискотека-уйындарға күрше-тирә ауыл йәштәре генә түгел, Иҙел аръяғындағы Төкөн, Нағаҙаҡ ауылыныҡылар килеп етә. Иң мөһиме – бер ниндәй тәртип боҙоу, һуғышыу юҡ. Йәштәр үҙҙәре тәртипте ныҡ тотто. Ә көндөҙ, клуб хеҙмәткәре тип тормай, колхоз эшенә лә сығаһың. Шуны ла әйтеп үтәйем. 1985 − 86 йылдар­ҙа республика “Тальян гармун” байрамына әҙерләргә районға атаҡлы бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙинды ебәрҙеләр. Район мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле өсөн бик күп матур бейеү ижад итеүҙән тыш, беҙҙең ауылға килеп, 12 парҙан торған ансамбль ойоштороп, байтаҡ бейеү өйрәтте. Беҙҙең төбәктә сыҡҡан ҡара-ҡаршы “Быҙыбыт” йәштәр бейеүен һалды. Миңә иһә үҙенең төп бейеүен − “Кәкүк”те, унан ике ҡыҙ менән өсөбөҙгә “Сонайым” тигән шаян бейеүҙе өйрәтте. Халыҡ шул тиклем яратып ҡабул итә торғайны. “Кәкүк”те, Йәүҙәт ағайҙың иҫтәлеге, аманаты күреп, әле лә яратып башҡарам. Донъянан бик иртә киткән Йәүҙәт Бикбирҙинды сәнғәткә юл күрһәтеүсе йәнә бер остазым тип иҫәпләйем.
1987 йылда клубыбыҙ район буйынса 1-се урынға сыҡты, һәм һабантуйҙа баян менән бүләкләнеләр. Тап шул йылда сәнғәт институтына өҫтәмә ҡабул итеү ойоштороуҙары хаҡында гәзиттә иғлан күреп ҡалдым. Әҙерләнеп барып ҡараным. Һәм ҡабул иттеләр. Курс етәксебеҙ Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов булды. Уҡытыусыларым − Таңсулпан Бабичева, Нурия Ирсаева, Булат Хәйбуллин, Тамара Хоҙайбирҙина, сәхнә теленән Илшат Йомағолов уҡытты. Бер бүлектә уҡыған курсташтарым бөгөн танылған шәхестәр: Рәсүл һәм Айгөл Ҡарабулатовтар, Светлана Хәкимова, Мәхмүт Нәҙершин, Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләүсе Азамат Хәлилов, Физалиә менән Илһам Рәхимовтар, Фәһим Әхмәтйәнов, Алмас Сәйетов (“Нефтсе” мәҙәниәт һарайы директоры), Зилә Сәйетова (Милли йәштәр театры), Гөлназ Ирсаева (радио). Шулай итеп, 24 йәшемдә күбеһе саҡ мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан егет-ҡыҙҙар менән уҡып алып киттем.

− Студент йылдарында ғаилә ҡорорға ла өлгөргәнһегеҙ бит әле.

− Шулай. Кәләшем − Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылы һылыуы Фәүнә Мәснәүи ҡыҙы менән Өфөлә уҡығанда танышып ҡауыштыҡ. Ике бала үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ Лилиәгә хәҙер 23 йәш, Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө­ләге филиалын тамамлап, Себер яҡтарында банкыла эшләп йөрөй. Улыбыҙ Ғәзинур Сибайҙағы 2-се гимназияның 9-сы класында уҡый. Ҡатыным үҙебеҙҙең театрҙа костюмдар бүлеге мөдире булып эшләй.

− Ғаилә хаҡында һүҙ йөрөткәс, тыуып үҫкән ғаиләгеҙгә лә туҡталайыҡ әле, һеҙҙең ғаиләнән бер түгел, ике артист сыҡҡан.

− Эйе, бер туған һеңлем Айгөл Зөбәйҙуллина − Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, ул да бәләкәйҙән сәхнәгә тартылды, матур бейей. Бейеүгә әүәҫлек инәйебеҙҙән килә, ә атайыбыҙ оҫта йырлай. Улар ябай хеҙмәт кешеләре булһа ла, йәш саҡтарында драма түңәрәгендә ҡатнашып йөрөгән. Беҙҙең Үзбәк ауылы һәүәҫкәр театры һуғышҡа тиклем һәм унан һуң оҙаҡ ваҡыт тирә-йүнгә данлы булған. Ошо тирә ауылдарҙан ғына дүрт артист: беҙҙән башҡа тағы Бәрлеүәҫ ауылынан Гөлфиә Рафиҡова (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Гөлфирә Сафиуллинаның (Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй) сығыуы юҡтан түгелдер. Үҙ шағирҙарыбыҙ, композиторыбыҙ бар. Уңған игенселәр, төҙөүселәр, башҡа һөнәр эйәләре хаҡында әйтәһе лә түгел.

− Институтты тамамлағас, һеҙҙе йүнәлтмә буйынса Сибай театрына эшкә ебәргәндәр. Унда эшләгән 22 йыл эсендә башҡар­ған ролдәрегеҙгә туҡталып үтәйек әле.

− Тәүге башҡарған ролем − Илшат Йомағоловтың “Семәрле тәхет” драмаһында ғәскәр башлығы Алғыр. Бөгөнгө көнгә 60-ҡа яҡын роль ижад иткәнмен. Һәр образ балаң кеүек, йөрәгеңдән өҙөп сығараһың, һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡәҙерле. Бына, мәҫәлән, В. Же­ребцовтың “Вәлигәме, Ғәлигәме, кейәүгә барам әле” комедияһында кирерәк персонажды, йәнә “Бәхеткә ҡасҡандар” трагикомедияһында Иблисте башҡарам. Ошо ике образ өсөн ике йыл рәттән Сибайҙа худсовет тарафынан “Иң яҡшы актер” булып танылдым. Н. Ғәйетбайҙың “Юлдар ярҙа өҙөлә” драмаһында Айрат, Н. Гоголдең “Өйләнеү”ендә Аночкин образдары өҫтөндә эшләү ҡыҙыҡлы булды. Аночкин өсөн 1994 йылда “Театр яҙы” республика фестивалендә “Тамашасы һөйөүе” призы менән бүләкләнеләр.
Р. Кинйәбаевтың “Их, Байтимер дуҫ” спектаклендә Фәнүр, Т. Ғәниеваның “Тамарис”ындағы Ҡанбаба, Ф. Бү­ләковтың “Буйҙаҡтар”ында ҡурҡаҡ Ғәли, ошо уҡ авторҙың “Таштуғай”ында хулиган Фәнил − барыһы ла күңелгә яҡын.
С. Әбүзәрҙең “Хыялый” спектаклендә төп герой − Ғиззәт ҡарт образын башҡарам. Ғүмере тимерлектә эшләп үткән алтын ҡуллы оҫта осҡос яһау хыялы менән йәшәй. Тик уның күңелен аңлаусы ғына юҡ. Барыһы ла ниндәйҙер донъяуи мәшәҡәткә сумған. Һәм бына ауылға эшкә шәфҡәт туташы Йондоҙ килә. Фатирға Ғиззәт ҡарттарға төшөрәләр. Бабай ҡыҙҙы күргәс тә һиҫкәнеп китә: ғүмер буйы хыялында йөрөткән кеше бына бит ул! Ҡыҙ иһә, бабайҙың күңел сере хаҡында белгәс, уны төрлөсә ҡеүәтләй, эшкә өндәй… “Хыялһыҙ кеше − ҡанатһыҙ ҡоштай. Был донъяла йәшәүебеҙ донъя ҡыуыуға ғына ҡайтып ҡалмаймы?” − Ғиззәт бабай ана шул хаҡта иҫкәртә беҙҙе.

− Ниндәй ролдәр еңелерәк бирелә?

− Комик һәм характерлы образдар өҫтөндә эшләргә яратам. Актер булараҡ уларҙа нығыраҡ асылаһың кеүек. Ә бына герой-һөйәр минең амплуа түгел. Ғөмүмән, пьесаға тотонғас, ролдәрҙе режиссер бирә бит инде. Актерҙарҙың мөмкинлеген ул нығыраҡ белә, әҫәрҙең йөкмәткеһен нисек асырға икәнен ул хәл итә. Был яҡтан театрыбыҙҙың баш режиссеры Дамир Ғәлимовҡа тулыһынса ышанабыҙ.
Репертуарҙа уйландырғыс, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле әҫәрҙәр өҫтөнлөк итә. Халыҡ йылы ҡабул иткән спектаклдәр бик оҙаҡ ҡуйылырға мөмкин. Мәҫәлән, Т. Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” әҫәре һәр саҡ тулы зал йыйҙы, илай-илай ҡарай торғайнылар. Театрыбыҙ гастролгә күп йөрөй. Дүрт бригада, республиканың төрлө яҡтарына сығып, береһе ҡайтып, береһе китеп, туҡтауһыҙ әйләнеш яһай.

− Юбилейығыҙ айҡанлы яратҡан тамашасыларығыҙға ни тәҡдим итмәксеһегеҙ?

− 26 апрелдә театрыбыҙҙа минең бенефисымды үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Унда төрлө йылдарҙа ижад иткән ролдәр­ҙә тамашасы алдына сығасаҡмын.

− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Юнир. Һәр сығышығыҙ тулы залдарҙа, алҡыштар аҫтында үтһен. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

Зифа ҒАЙСИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы