RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уйнаһын ғына ҡурайҡай

19.04.2013 Уйнаһын ғына ҡурайҡай

Уйнаһын ғына ҡурайҡайКөйөргәҙе ерендә ҡурай сәнғәтенең бай тарихы бар. Уларҙың байтағы Рәсәйҙә, башҡорт йәшәйешендә булған күренекле ваҡиғаларға бәйле. Әйтәйек, 1913 йылда беҙҙең төбәктә 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең бер быуат­лыҡ юбилейына арналған ҡурайсылар бәйгеһенең үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Былтыр, ошо оло датаның 200 йыллығына арнап, меңдән ашыу милли музыка ҡоралында уйнаусы ҡатнашҡан 2-се республика йыйынының Көйөр­гәҙе ерендә уҙғарылыуы ла ҙур ваҡиға булды. Күптән түгел Ермолаев ауылының «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда үткәрелгән район ҡурайсыларының сираттағы конкурсын тамашасылар шул данлы ваҡиғаларҙың дауамы булараҡ ҡабул итте. Бына өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған ижади ярышта 23 ҡурайсы, 16 йәшкә тиклемге һәм шунан өлкәнерәктәр төркөмдәренә бүленеп, яңғыҙ һәм ансамблдәр составында сығыш яһаны. Башҡорт халҡының төп музыка ҡоралында уйнауҙы үҙләштереп, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл һаны ишәйеүе һәм географияһы киңәйеүе бик тә һөйөнөслө күренеш. Мәҫәлән, быйыл сарала Яҡут, Мораптал, Яҡшымбәт, Айсыуаҡтан килеүселәр булыуы ошо фекергә дәлил. Мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәктәренә йөрөүселәр һаны артыуы ла боронғо музыка ҡоралының киләсәге булыуына ишара. Был тәңгәлдә Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәүеф Әбйәлилов етәкләгән ҡурайсылар түңәрәгенең әүҙем эшләүен билдәләп китеү ҙә урынлы булыр. Уның даими, маҡсатлы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә йылдан-йыл үҫмерҙәр милли музыка ҡоралында уйнарға күберәк йәлеп ителә, уларҙың оҫталығы ла камиллаша бара. Түңәрәк ағзалары район, төбәк ярыштарында ла һәр саҡ ҡатнаша. Быйылғы ҡурай байрамына Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан да конкурсанттар саҡы­рыл­ғайны. Сөнки, баһалама комиссияһы ағзалары белдереүенсә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау етмәй, ә көслөләр менән ярышыу тик сәмде арттыра ғына.
Көсөргәнешле ижади алыш һөҙөмтәһендә 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар араһында Көйөргәҙе егете, Күмертауҙа уҡыусы Әлфир Сурин гран-при яуланы. Икенсе төркөмдә Мәләүез ҡалаһы вәкиле Тәлғәт Нуриев иң ҙур баһаға лайыҡ булды.
Ансамблдәр араһында беренсе урын Мәләүездән килгән «Урал» уҡыусылар коллективына бирелде. Ә икенсе урынға «Айсыуаҡ» триоһы сыҡты. Яҡуттан «Аҡтамыр» ансамбле өсөнсө күрһәткескә өлгәште. Шулай уҡ ҡурайсылар төрлө номинацияларҙа ла ярышты. Әйтәйек, иң йәш оҫта башҡарыусы тип 7 йәшлек Илшат Рамазанов, ә иң өлкәне тип Мәләүездән 68 йәшлек Тәлғәт Нуриев билдәләнде. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр алып һөйөндө.
Районда ҡурай сәнғәтен тергеҙеүгә, үҫтереүгә ҙур өләш индергән «Мираҫ» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Альберт Юлдыбаев йыл һайын милли музыка ҡоралында уйнаусы иң һәләтле балаға үҙенең шәхси премияһын тапшырырға ҡарар итеүе хаҡында белдер­ҙе. Быйыл бүләккә – бер умарта бал ҡортона Айсыуаҡ ауылынан Линар Аҙнабаев лайыҡ булды.
Сираттағы конкурс райондың билдәле ҡурайсыһы, балаларҙың остазы Альберт Ғәйфулла улының 65 йәшлек юбилейы менән тап килде. Ошо айҡанлы милли уйын ҡоралын пропагандалау йәһәтенән ҙур маҡсатлы эш башҡарған А. Юлдыбаевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының миҙалы, БР Мәҙәниәт министрлығының, Башҡортостан ҡурайсылар берлегенең, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм бүләктәре тапшырылды.

Урал ҠӘЙҮПОВ.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы