09.04.2013 Театр тураһында закон сығасаҡ
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театраль эшмәкәрлек тураһында» закон проекты тәҡдим ителгән. Был документты Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты депутаттары тикшерҙе. Әйткәндәй, әлеге законды булдырыу кәрәклеге хаҡында быйыл мартта үткән парламент тыңлауҙарында белдергәйнеләр.
Закон проектына ярашлы, Башҡортостанда эшләгән театрҙарҙы иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеү маҡсатында реестр алып барыу ҡарала. Был реестр театрҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә, Башҡортостанда физик һәм юридик шәхестәрҙе театраль хеҙмәтләндереүҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе, координациялауҙы һәм контроллек итеүҙе ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Әгәр закон ҡабул ителһә, республикала театраль эшмәкәрлеккә ярҙам итеүҙең һәм уны үҫтереүҙең хоҡуҡи гарантиялары булдырыласаҡ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»