26.03.2013 БейеҮсе актер
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Урал Әминевтың ижады тамашасыларҙың күбеһенең күңеленә хуш килә. Театрға килеү менән үҙен үҙенсәлекле актер итеп күрһәтте, матур ролдәрҙе башҡарыуға өлгәште. Күптәр уны бейеүсе тип тә белә. Йыш ҡына ошо һәләтен театр сәхнәһендә лә файҙалана.
“Артислыҡ ҡандан килә”
Урал Әминев – Бөрйән районының Кейекбай ауылы егете. Ауыл бәләкәй булғанға күрә уға бейеү, йыр түңәрәктәрендә шөғөлләнергә тура килмәй. Әммә, үҙе әйтмешләй, ул клубта үҫә. Мәктәптә, ауылда үткән бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай, гел сәхнәлә йөрөй. Айырыуса һүҙ сәнғәтенә оҫта була. Шуҡлығын күрһәтеп, көләмәстәр, юморескалар һөйләп, халыҡтың күңелен аса.
− Ул ваҡытта уҡытыусылар, концерт бригадаһы ойоштороп, ауылдар буйлап йөрөй торғайны. Улар менән бергә интермедияларҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша инем. Шуға бала саҡтан артист булырға хыялландым. Башҡа һөнәр тураһында уйламаным да, − ти егет.
Урал актер һөнәре барлығын белмәй. Шуға бейеүсе йә йырсы булырға теләй. Бала саҡта һинд кинофильмдарын ҡарап, ундағы бейеүҙәрҙе оҡшата. Үҙе лә бейеүгә маһир була. Тик, һәләтен тойомлаһа ла, үҫтерергә мөмкинлек булмағанлыҡтан, мәктәптә бейеүҙән ситләшеп тора. Иҫке Собханғол мәктәбенә 10-сы синыфҡа уҡырға килгәс кенә бер ай бейеү түңәрәгенә йөрөп ҡарай. Тик үҙенән кесерәк уҡыусылар менән бейергә уңайһыҙлана. Уҡыуҙа ла һынатмай, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. “Урал батыр” эпосын дүрт телдә ятлауы аҙаҡ Мәскәүгә уҡырға инергә ярҙам итә. 11-се синыфта Урал актерлыҡҡа уҡырға инеү тураһында ныҡлы уйлана һәм, театр түңәрәгенә йөрөп, ҡабул итеү имтихандарына әҙерләнә башлай.
Әлбиттә, артислыҡ һәләте юҡтан ғына килмәгәндер. Уралдың әсәһе бейеү ярата, атаһы ҡурайҙа уйнай.
− Атай нәҫеленән артистар күп. Туғандарыбыҙ араһында цирк оҫталары, акробаттар бар. Ысынлап та, сәхнәләге хәрәкәт ҡандан киләлер ул.
“Педагогтар
режиссер һымаҡ ине”
Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә йөрөгәндә Уралды район мәҙәниәт бүлегенә саҡыртып алалар һәм Мәскәүҙең М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына ебәреү өсөн абитуриенттар йыйылыуы тураһында хәбәр итәләр. Урал ата-әсәһенең фатихаһын ала ла Өфөгә һайлап алыу турына юллана. Имтихандарҙы июндә үк тамамлап, студент булыуға өлгәшә.
− Театр вуздарының барыһында ла имтихандар бер үк: шиғыр ятлау, йыр йырлау. ҡыҫҡаһы, нисек булһа ла үҙ һәләтеңде күрһәтеү, ғәжәпләндереү. Элек “Элен и ребята” сериалы популяр ине. Шунан французса монолог ятлап алдым. Өфөлә һайлап алыу турын үткәс, беҙҙе Мәскәүҙәге имтихандарға әҙерләй башланылар. Баш ҡалала иһә тышҡы ҡиәфәткә лә ныҡ иғтибар иттеләр. Әйтәйек, тауыш менән кәүҙәнең тап килеп тороуын баһаланылар, − тип хәтерләй Урал.
Училищеға өйрәнеп китеү ҡыҙ-егеттәргә еңел булмай. Бигерәк тә тәүге йылда ҡыйынға тура килә. Сөнки талаптар үтә лә ҡаты, һәр педагогтың уҡытыу кимәле лә юғары.
− Юҡтан ғына баһа ҡуйманылар. Имтиханға әҙерләнмәй килһәң, тапшырырмын тимә. Көндәлек дәрестәр ҙә өйрәнеп киткәнсе йонсота торғайны. Киске cәғәт 11-гә тиклем уҡыныҡ. Педагогтар режиссер кеүек, ҡасан теләй, шул ваҡытта ебәрәләр. Оҫталыҡ дәрестәре ауыр буласаҡ, тип иҫкәрттеләр. Был дәрестең асылын, әһәмиәтен ваҡыт үтеү менән генә аңланыҡ. Башта күнекмәләр уйындар кеүек ябай ғына булды, тора-бара этюдтар эшләй башланыҡ, йәнлектәрҙе, әйберҙәрҙе күрһәтергә өйрәндек. Шулай оҫталыҡ дәресе училищела төп дәрес булып сыҡты. Унан беҙҙе төрлө театрҙарҙа эшләгән дүрт режиссер уҡытты. Шулай ҙа беҙҙә иң тәүҙә шәхси сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыштылар. Башта кеше булып үҫергә, һуңынан ғына үҙ һөнәреңдә йөҙөп эшләргә тейешһең, тип туҡынылар.
ҙур ҡалала сынығыуы отошло, әлбиттә. Студенттар берҙәмлеккә, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Училищела ла уларҙы бер театрҙа уйнай торған актерҙар итеп тәрбиәләйҙәр. Шуға күрә беҙҙең студенттарҙа Мәскәүҙә ҡалыу тигән уй булмай. Ситтә тыуған яҡтың ҡәҙерен белә башлайһың, шуға ла Өфөлә эшләп китеүе еңел тойолдо, ти Урал. Шулай ҙа училище аудиторияһының бәләкәй сәхнәһенән ҙур сәхнәгә ҡапыл күсеүе йәш актерҙы тәүҙә ҡаушата. Баҡтиһәң, ҙур сәхнәлә уйнауы башҡасараҡ икән, уға күнегергә кәрәк. Әгәр ҙә бәләкәй сәхнәлә шым ғына һөйләргә кәрәк булһа, ҙурында тауышты көсәйтергә тура килә. Тамашасыны тойоу үҙенсәлектәре икенсерәк. Был йәһәттән Өфө студенттарына отошлораҡ. Улар практиканы үҙ театрҙарыбыҙҙа ҙур сәхнәләрҙә үтә.
Ролдәр нисек тыуа?
Театрҙа йәш актерҙар тәүҙә бер спетаклдә уйнай. Мәҫәлән, Мәскәүҙә әҙерләнгән “Шоколадный солдатик” спектаклен Өфөгә алып килделәр. Драмтеатрҙа ҡуйылған тәүге пьеса − Арыҫлан Йәнбәковтың “Серле көршәк” спектакле. Был әкиәт менән актерҙар сит төбәктәргә, Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайта. Уралдың бер-бер артлы үҙ ролдәре барлыҡҡа килә. “Минең ғаиләм” спектаклендә – Азатты, “Балаҡайҙарым”да Дамирҙы уйнай. Мәскәүҙә эшләгән режиссер, Айрат Әбүшаһмановтың курсташы Нәркәс Искәндәрова ҡуйған “Хәйерле иртә, Эмми” спектаклендә Пол Полок ролен башҡара. Унда Уралға фокустар күрһәтергә кәрәк була. Был иң яратҡан ролдәренең береһенә әүерелә. “Ай тотолған төндә” спектаклендә актер Диуана ролен килештереп уйнай. Был образ, уның хәрәкәт итеү рәүеше ниндәйҙер кимәлдә Урал тарафынан да уйлап табылған. Репетиция ваҡытында, премьераға ике генә көн ҡалғанда ҡотороп тигәндәй төрлө хәрәкәттәр эшләп ултырғанды режиссер күреп ҡалды, ти актер:
− Диуана – саф, камил, бер гонаһһыҙ кеше. Был сәхнәлә йомшаҡ, пластик хәрәкәттәр аша күрһәтелә. Әммә күңелең менән дә ошо образды сағылдырырға кәрәк. Диуана кеүек булмаһаҡ та, һәр беребеҙҙең тормошта Мостай Кәримдең Диуанаһы кисергән мәлдәр була. Шуларҙы иҫкә төшөрөп, ҡабаттан күңел аша үткәреп алырға тура килде. Образға инеп китер өсөн Айрат Әхтәм улының кәңәше буйынса “Идиот” фильмын да ҡараным.
− Ғәҙәттә, режиссер ролдәрҙе үҙе тәғәйенләй. Әлбиттә, актер уларҙан баш тарта йәки башҡа ролде талап итә ала. Әммә был − бик һирәк күренеш. Шулай ҙа Айрат Әхтәм улы сценарийҙы таратып, актерҙарға һайлау мөмкинлеген дә бирә. “Серле көршәк” спектакле шулай ҡуйылды. Актер үҙе лә автор. ҡараштарын, әйтергә теләгән һүҙен барыбер сәхнәлә сағылдыра ул.
“Руди – never off”та йәш актер билдәле ролдәренең береһен башҡара. Бейеүгә оҫта булғанға күрә Уралға төп образды – Рудольф Нуриевты уйнарға ҡушалар. Был роль өҫтөндә күп эшләргә тура килә. Спектаклдең яңы йүнәлештә ҡуйылыуы ла, бәлки, актерға ҡыйынлыҡтар өҫтәгәндер. Ни тиһәң дә, сәхнәлә бейеүсе тормошоноң иң сағыу мәлдәре күрһәтелә бит. Был спектаклгә Урал ике йыл әҙерләнә.
– Сәхнәләге күренеште фараз итеп ҡабул итергә кәрәктер. Рудольф Нуриевҡа бөгөнгө заман күҙлегенән ҡараш ташлана. Уның хаҡындағы уйҙарыбыҙ сәхнәлә сағылыш таба, − ти актер. – Рудольф Нуриев шәхес булараҡ миңә бик яҡын. Оҡшаш яҡтарыбыҙ ҙа бар. Ул балет училищеһына 17 йәшендә уҡырға инһә, мин дә шул йәштә актерлыҡҡа уҡый башланым. Өҫтәүенә, тап Мәскәүҙә бейеү һәләтемде ҡайтанан үҫтерҙем. Бала саҡта халыҡ бейеүҙәре оҡшаһа, хәҙер классик бейеүҙәр ҙә күңелемә яҡын.
Актерлыҡ серҙәре
Һәр театрҙың үҙ йүнәлеше бар. Драмтеатрҙағы мәктәп Уралдың актер булараҡ асылыуына, үҫешенә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай, әлбиттә. Спектаклдәр яратҡан тамашасы актерҙың сығышынан уҡ ниндәй театрҙа тәрбиәләнгәнен әйтә алалыр. Республикала театрҙар күп булһа ла, тамашасы театр сәнғәтенә әлегә етди ҡарап етмәй, ти Урал:
− Баш ҡалалағы тамашасылар башҡасараҡ. Унда ниндәй спектаклгә барғанын белеп, өйрәнеп киләләр. Беҙҙә иһә тамашасы театрға ял итер өсөн генә килә. Мәскәүҙә тәнҡит көслө, шул уҡ ваҡытта яңы әйберҙәрҙе аңлап ҡабул итәләр. Беҙҙә әле тәжрибәләргә күнегеп өлгөрмәгәндәр. Яҡшы спектакль булһа ла, халыҡтың йөрөмәүе ихтимал. Әммә үҫеш өсөн яңылыҡ кәрәк. Гел генә комедиялар күрһәтеп булмай. Европала иһә хәҙер традицион спектаклдәр ҡуйылмай тиерлек. Беҙҙә тәжрибә һаналған әҫәрҙәр унда классикаға әүерелгән инде.
Күптәр актерҙар хаҡында тормоштан айырылған, хыялдарға бирелеп йөрөгән кешеләр тип уйлайҙыр. Был хаталы ҡараш, ти Урал:
− Тормошта йыш ҡына ролдәге һүҙҙәрҙе, шаяртып, телмәребеҙгә индереп ебәрәбеҙ, әммә образдан сыға алмай йөрөгән мәлдәр булмай. ҡыҙыҡлы хәл булып китә. “Бер мәл санаторийҙа...” спектакле менән гастролдә йөрөгәндә санаторийҙа ҡунып яттыҡ. Спектаклдә сюжет буйынса тостар әйтелә, беҙ иһә сәй эсергә төшкәндә, бер-беребеҙгә тостар әйтеп, ролдәге һүҙҙәребеҙҙе ҡабатланыҡ. Ысынлап та, спектаклдән һуң күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ булғандай. Тик был күренеш башҡа һөнәр эйәләренә лә ят түгелдер.
Ни тиһәң дә, актер кешенең хәтере шәп булалыр, моғайын. Табаҡ-табаҡ ҡағыҙға яҙылған һүҙҙәрҙе, монологтарҙы иҫләргә тура килә бит. Әммә, Урал әйтеүенсә, репетиция ваҡытында һүҙҙәр үҙенән-үҙе күңелгә һеңә бара. Ваҡыт ҡыҫа башлаһа, ятларға тура килә.
− Рудольф Нуриев монологын миңә, ысынлап та, ятларға тура килде. Әммә һүҙҙәрҙе онотҡан хәлдә лә барыбер ни һөйләреңде күҙ алдына килтерәһең. Шулай осона сығаһың. Тик классикала импровизация күренеше ҡабул ителмәй. Һөнәреңә тап төшөрөү кеүек ул.
Ваҡыт үтеү менән тотороҡло күренгән театр сәнғәтенең ҡанундары ла бер аҙ үҙгәреп китеүсәндер, теҙгене бушап ҡалғандай тойолалыр. Хәҙер сәхнәлә үҙеңде тәбиғиерәк тотоу яҡшы күренеш һанала кеүек. Был һыҙат бигерәк тә йәш актерҙарға хас. Урал Әминев та арттырып уйнау яғында түгел, һәр нәмәлә сама кәрәк, ти: “Шулай ҙа күбеһе мәктәптән, режиссерҙан, спектаклдең жанрынан тора. Комедияла арттырып та алырға мөмкин. Роль өҫтөндә эшләгәндә артыҡ ҡыланып алырға кәрәк, сөнки аҙаҡ уйнап еткермәйәсәкһең».
Башҡа театрҙарҙа эшләп ҡарау теләге актерҙың күңеленә инмәүе хәйерлерәк икән. Уға сәхнәлә үҙен иркен тотоу мөһим. Сит театр сәхнәһенә баҫһа, ана шул иркенлек юғала, тимәк. Роль дә килеп сыҡмай. Шуға күрә актер бер театрҙа ни тиклем оҙағыраҡ эшләй, шул тиклем яҡшыраҡ.
− Әммә театр рөхсәт итһә, үҙеңде башҡа сәхнәлә лә һынап ҡарарға мөмкиндер, − ти актер.
Кино сәхнәһендә үҙен һынап өлгөргән дә инде. Бер нисә телевизион фильмда төшкән, “Минең йондоҙом” фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡарыуы Мәскәүҙә уҡып ҡына ҡайтҡан осорона тура килә. Уралдың тағы бер нисә курсташы ошо картинала уйнай. Хәҙер төшһәм, бөтөнләй икенсе төрлө уйнар инем, ти егет.
− Күп күренеште уйнап еткермәгәнмен. Барыбер тәжрибә юҡлығы үҙен һиҙҙертә.
Урал кинола ғына умартасы булып китмәй, бал ҡорттарын бәләкәйҙән ҡарап өйрәнә. Әле лә ата-әсәһе умарта тота.
Ысын актерҙың кинола ла, театрҙа ла уйнап танылыу алыу мөмкинлеге бар. Ни генә тимәһендәр, театр залдары буш тормай. Был сәнғәттең киләсәге тормош, заман һулышын тойоп йәшәүенә бәйле, тигән фекерҙә Урал Әминев. Ысынлап та, кешене, йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр, күренештәр сәхнәлә сағылһа, театр ҙа ғүмерле буласаҡ.
Урал Әминев сәхнәлә ниндәй генә ролдәрҙе уйнамаһын, ни тиклем сағыу образдарҙы һынландырмаһын, тормошта үҙ ҡарашы, үҙ йөҙө һәм тауышы ишетелә. Ролдәр аша үҙеңде танытыу, театр битлегендә юғалып ҡалмау ысын актерҙарға хас сифаттыр.
Мөнир ИҡСАНОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»