RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша

26.03.2013 Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша

Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша
Башҡортостан Республикаһы­ның Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы үҙенең егерме өсөнсө ижад миҙгелендә тамашасыларҙа матур тәьҫораттар уятты. Башҡорт һәм рус труппаларынан торған театр йылдан-йыл үҫә, төрлө юҫыҡта ижад итә – за­манса драматургиянан да, классик әҫәрҙәрҙән дә үҙенсәлекле тамашалары менән ҡыуандыра. Заман менән бергә ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта һалынған традицияларға һаҡсыл ҡарап алға бара театр актерҙары.
Быйылғы ижад миҙгелендә рус труппаһы бөйөк Александр Ос­тровскийҙың “Гроза” драмаһын сәхнәләштереп, бик ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы. Кемдер спектаклде ҡулдарын йәлләмәй алҡышланы, берәү бөтөнләй ҡабул итмәне. Театр, тере организм булараҡ, тамашасыла төрлө реакциялар тыуҙырырға тейеш, бөтөнләй битараф ҡалыу­сылар ғына булмаһын. Бөгөн рус труппаһы белорус драматургы Диана Балыконың “Белый ангел с черными крыльями” исемле популяр пьесаһын сәхнәләштерә.
Башҡорт труппаһы яңы миҙгелдә тамашасылар иғтибарына дүрт премьера тәҡдим итте. Уларҙың береһе – Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” комедияһы Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Илсур Хәбировтың юбилейына арналғайны. Спек­таклде Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов сәхнәгә ҡуйҙы. Был тамашала режиссерҙың оҫта ҡулы, тормош мәктәбе, тәжрибәһе, ә иң мөһиме, артистарҙы үҙенең артынан әйҙәй белеүе айырыуса асыҡ сағыла. Пьесаның йөкмәткеһе һайыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, режиссер тарафынан үҙенсәлекле асҡыс һайланған. Артыҡ урындары ҡыҫҡартылған, һайыраҡ мәлдәре, киреһенсә, байытылған. Һәм тамашасы хөкөмөнә бер-береһенә үрелеп килгән характерҙар, образдар берҙәмлеге, оҫта итеп тупланған күренештәр теҙмәһе, ҡыҫҡаһы, бер бөтөн спектакль тәҡдим ителә.
Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша
Театр сәнғәтендә ныҡлы ре­пертуар сәйәсәте, оҫта режиссер ҡулы, көслө әҫәр кеүек әйбер­ҙәр бер-береһенә үрелеп, йәнәшә барырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа башҡорт театрҙарында режиссерҙарҙың һай йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе һайлауы күңелде ҡыра. Йәки идеяһы ҡыҙыҡлы фәлсәфәүи материалды ла көндәлек тормош хәленә төшөрөп, ябайлаштырып ҡуялар. Йөк­мәткеһе буйынса бер-береһенә оҡшаш спектаклдәр, ғөмүмән, башҡорт театрҙарында күбәйеп киткәйне (быйылғы ижади миҙгелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарына ҡағылмай, сөнки, ниһайәт, унда төплө материалға нигеҙләнгән көслө сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим ителә башланы). Режиссерлыҡ эшенә яңы тотонған, тәжрибәһе самалы булғандар спектаклдең нигеҙе итеп тәүҙә көслө әҙәби әҫәргә тотонһон ине. Сөнки һай йөкмәткеле драматургия ысын профессионал булырға теләгән кешене үҫтермәй, уйланырға ерлек бирмәй. Ә инде режиссурала нығынып, үҙ эшеңдең оҫтаһына әйләнгәс, төплө булмаған, ләкин нимәһе менәндер күңелгә ятышлы әҫәрҙе һайлағанда ла була. “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” комедияһына тотоноп, режиссер Азат Нәҙерғолов нәҡ шуны иҫбатланы. Шуға күрә башҡа спектаклдәрҙә йыш осрай торған ҡаңғырышҡа, ҡысҡырыуҙарға, яһалма уйынға, үҙ-үҙҙәренә сәхнәлә урын тапмай, туҡтау­һыҙ йүгереүҙәргә ҡоролған күренештәр тыуманы. ҡайһы бер ваҡытта буш һүҙ урынына бер ҡараш, бер баһа ла етә. Режиссерҙың эш ысулдары киң, иң мөһиме, ул әҫәрҙе һүтеү оҫтаһы, профессияға ҡарата эҙмә-эҙлелек, үҫеш талап итә. “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спектакле үҙ тамашасыһын тапты. Сөнки тамашасы бөгөн баҫып барған замана проблемаларынан арынып, театрға нәҡ көлөү аша уйланырға килә. Спектаклдә Башҡортостан­дың ат­ҡа­ҙанған артистары Илсур Хә­биров, Нәғим Нурғәлин, Альбина Кашанова, Зилә Сәйетова, Гөлшат Ғайсина, артистар Илгизә Ғил­манова һәм Әнүәр Фәйзуллин ҡатнаша.
80 − 90-сы йылдарҙа милли драматургияла яңы исемдәр, яңы ағым барлыҡҡа килде. Флорид Бүләков был быуындың иң сағыу һәм һәләтле драматургтарының береһелер. “Онотолған доға”, “Би­бинур, аһ, Бибинур!”, “Ка­микадзе”, “Һөйәһең­ме, һөймәй­һеңме?”, “Шайморатов ге­нерал”, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙ­ҙәр”, “ҡанатланып ос һин, толпарым!”, “ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сы­рағы”, “Мәскәү-Васютки”, “Әбей­ҙәр­гә ни етмәй?” – был пьесалар беҙҙең республика сәхнәләрендә генә түгел, башҡа төбәктәр театрҙары репертуарында ла үҙ урынын тапты. Быйыл башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов драматургтың өр-яңы пьесаһын сәхнәләштереп, тамашасыға тәҡдим итте. “ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” комедияһы – милли колорит менән һуғарылған сағыу, мауыҡтырғыс уйынлы тамаша. Драматург Ф. Бүләков үҙенең пьесаларын төрлө легендаларға, мифтарға, фольклорға оҫта таянып яҙа. Пьесаның төп геройы – башҡорт халҡының фольклор геройы Шомбай. Ошо уҡ тарих театр тарафынан ҡасандыр ҡуйылған “Йөрәк­тәрҙә ҡалған эҙҙәр” спектакленең нигеҙендә ята, бында ла төп герой – Шомбай. Был Шомбай Нәғим Нурғәлиндың уйнауында күптәр­ҙең хәтерендә уйылып ҡалды. Артист образды оҫта итеп төҙөгәйне. Ул тамашасының иғтибарын үҙ усында тотоп, бер минутҡа ла ысҡындырманы. “ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” пьесаһы үҙенең метафоралығы менән “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” пьесаһын дауам итә. Әҫәрҙә дуҫлыҡ төп тема булһа ла, һүҙ ярлы ат көтөүсеһе менән бай ҡыҙының мөхәббәте тураһында бара. ҡалымһыҙ бер ниндәй ҙә хис мөмкин түгел. Нәфсе байҙың күҙен томалаған, ул хатта бер бөртөк һөйөклө ҡыҙын үлем түшәгендә ятҡан ҡартҡа кейәүгә бирергә риза. Ләкин Шомбай ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай, дуҫының бәхете хаҡына бөтә йылғырлығын, аҡылын туплауы була – сәхнә әҫәре бөтөнләй икенсе йү­нәлеш ала. Шомбай роле тағы Нәғим Нурғәлинға тапшырылғас, актер, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы образ тыуҙырыр төҫлө ине. Ләкин образ драматург тарафынан һайыраҡ бирелдеме, әллә режиссерҙың иғтибары етмәнеме, актер был сетерекле хәлдән тик үҙ тәжрибәһенә таянып ҡына сыға алды. ҡасандыр режиссер Азат Нәҙерғолов актерға Шомбай образын ентекләп асырға, фекер йөрөтөргә ярҙам итһә, режиссер Рөстәм Хәкимов артистың мөмкинлектәрен бөтөнләй файҙаланмаған. Был юлы актер сәхнәлә шыр тилене уйнарға мәжбүр бул­ды, сөнки аҡыллы алйотто уйнар өсөн образға бөтөнләй башҡа ҡараш, фекер йөрөтөү кәрәк. Режиссерҙың аҙ ғына иғтибары ла актерға үҙ образын юғары кимәлдә башҡарырға, йә, уның һәләтенә артыҡ ышанып, иғтибарҙы кәметеү, ниндәй генә талантлы булыуына ҡарамаҫтан, артистың юғалып ҡалыуына килтереүе мөмкин. Был осраҡта шулай килеп сыҡты ла. Хәҙерге Шомбайға ҡарап, үткәндәге Шомбай күҙ алдынан китмәне. Ә бит бер үҡ драматург ижад иткән образды бер үк артист башҡарҙы...
Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша
Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн дә башҡорт труппаһы артистары айырыуса тырышты. Джанни Родари әҫәре буйынса ҡуйылған “Чиполлино” әкиәте бәләкәстәрҙе һис битараф ҡалдырманы. Тик спектакль рус телендә уйнала.
Ошо көндәрҙә башҡорт труппаһы артистары йәнә бер премьера менән ҡыуандырҙы. Болгар драматургы Станислав Стратиев­тың “Автобус” исемле әҫәрен сәхнәгә ҡабарҙы-Балҡар Республи­каһынан саҡырылған режиссер Владимир Теуважуков ҡуйҙы. Спектаклдең сценографы – Мәс­кәүҙән килгән яҡташыбыҙ, талантлы һәм ҡыйыу ҡарашлы Эдуард Ғиззәтуллин. Кәүҙә хәрәкәттәрен ҡуйыусы – шулай уҡ Мәскәүҙән, яҡташыбыҙ Айҙар Зәкиров. Музыкаль яҡтан композитор Ришат Сәғитов биҙәне. Был ижади команда йәмғиәттең социаль хәлен сағылдырған спектакль аша ябай халыҡты борсоған һорауҙарға яуап табырға тырышты. Шуға күрә спектаклдең жанры социаль комедия тип билдәләнде.
Тормошта һәр кешенең бәләкәй генә шәхси донъяһы була. Ул ябыҡ мөхиткә беҙ хатта иң яҡын кешебеҙҙе лә индерә алмайбыҙ. Сөнки ундағы уй-кисерештәр шәхсән үҙебеҙгә генә ҡағыла. Бына шулай үҙ уйҙары, үҙ мәшәҡәттәренә сумып, ҡайҙалыр ашыҡҡан төрлө яҙмышлы, төрлө характерлы, һәр ҡай­һыһының донъяға үҙ ҡарашы булған туғыҙ пассажирҙың яҙмышы ябай автобус йөрөтөүсе ҡулында булып сыға. Тамаша­сының күҙенә һис күренмәйенсә, юлсы­лар­ҙың кешелек сифаттары, үҙенә һәм тирә-йүнгә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡларға ярҙам итә. Ябай ғына транспорт төрөнән спектаклдәге автобус тормоштоң кескәй генә бер ысынбарлығына әйләнә. Сценограф тәҡдим иткән эре-эре кубтар – спектаклдең төп символдары. Ул дүртмөйөштәр кешеләр­ҙең аҙым һайын ҡаршылыҡҡа осрауы тураһында һөйләй. Тормош, ысынлап та, ниндәйҙер сиктәрҙән тора. Актер Рәмзил Сәлмәнов олпат йәштәге Аңлы ир ролендә уйнай − тәү ҡарашҡа көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, иң мөһиме, аҡыллы ир-егеттең спектакль аҙағында ысын йөҙө асыла. Аңлының спектакль барышында тик үҙенең генә яҙмышын ҡайғыртып, башҡаларға ҡарата битарафлығы, ҡурҡаҡлыҡ, йыл­ғыр­лыҡ кеүек сифаттары асыҡланыуы тамашасыны уйға һалды. ҡурҡыуға бирелеү тормошта ла күптәрҙең битлектәрен сисә. Әҫәрҙең тағы бер үҙенсәлеге: әгәр спектакль барышында ыңғай күренгән ролдәрҙең кире яҡтары асылһа, тәү ҡарашҡа ытыр­ғаныу уятҡан образдарҙың матур сифаттары һоҡландыра. Илнур Лоҡманов ижад иткән образ нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ауыл кешеһен уйнаған Илсур Хәбиров та башта бик сәйер күренгәйне. Аҙаҡтан иһә һаран һүҙ һәм хәрәкәттәр аша уның кеше булараҡ алмаштырғыһыҙ сифаттары асылды. Тураһын әйтә белеүе, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуы геройҙың битлектә түгеллеген асыҡланы. ҡайҙа ғына, ниндәй генә хәлдә ҡалыуыбыҙға ҡарамаҫтан, кешелек сифаттарын юғалтмау мөһим. Бына шул хаҡта был спектакль. Ғөмүмән, спектакль күп һорау, күп бәхәс тыуҙыра, ҡайһы бер образдар режиссер тарафынан тулыһынса асылып етмәгән кеүек. Пьеса совет заманында яҙылғанға күрә ундағы ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар ҙа нәҡ шул осорға ғына ярашлы һымаҡ. Мәҫәлән, ир менән ҡатын образдарының тарихын бөгөнгө көнгә яраҡлаштырып сығарырға кәрәк булғандыр.
Халыҡ-ара театр көнөн актерҙар гастролдә ҡаршылай, улар Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” спектакле менән Ханты-Манси автономиялы округына юлланды. Оҙаҡламай коллектив Мостай Кәримдең “ҡыҙ урлау, йәки тоҡ эсендәге бесәй” комедияһы менән Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына юлланасаҡ. Александр Вампиловтың “Өлкән улым” спектакле июнь айында ҡазанда уҙасаҡ халыҡ-ара “Наурыз” төрки телле театрҙар фестиваленә тәҡдим ителәсәк.

Мәҙинә МУЛЛАБАЕВА,
театрҙың әҙәби бүлек мөдире.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы