19.03.2013 Джаз яратыусыларҙы көтәбеҙ
29 марттан 31-енә тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында “Алһыу пантера” исемле XVII халыҡ-ара джаз фестивале үтә. Үҙенсәлекле йыр-моң байрамында донъя кимәлендә билдәлелек яулаған джаз әһелдәре менән бер рәттән Рәсәй джаз-квартеттары, оркестрҙары сығыш яһаясаҡ.
Фестивалдең һәр көнөнә айырым туҡталайыҡ.
29 мартта Франция торбасыһы Жан Лу Ланьон, Башҡорт дәүләт филармонияһының Биг-бэнды, Ирина Остин, “Өфө” һәм “Дүрт плюс” джаз-квартеттары бер сәхнәлә осрашасаҡ.
30 мартта Куба йырсыһы Ивонн Санчес, Екатеринбургтан Сергей Проняның “Проджаз” квартеты һәм Татарстандың дәүләт джаз-оркестры сағыу тамаша бүләк итәсәк.
31 мартта Америка ҡушма Штаттары ҡунағы Шарон Кларк менән бергә Санкт-Петербургтан Алексей Черемизов квартетының ялҡынлы сығышы көтөлә.
Һәм, әлбиттә, ошо уҡ көндә фестивалдә ҡатнашыусыларҙың гала-концерты буласаҡ.
ҡайнар йыр-моңға, тулҡынландырғыс осрашыуҙарға бай ҡыҙыҡлы тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА,
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәре.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»