RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт киноһы моң кеүек

08.03.2013 Башҡорт киноһы моң кеүек

Башҡорт киноһы моң кеүек
Уны бөтә телдә лә аңлап була
“Родина” кинотеатрында “Баш­ҡорт киноһы төнө” үтте. Күркәм сара Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. Кисәлә башҡорт кинематографияһы үҫешенә тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар.

ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәхнә түрендә

Был байрам кисәһендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артис­тары Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушана Бабич, сценарист, режиссер, тележурналист Альда Вәлиева, тауыш режиссеры Памира Әбделбаниева, режиссер-документалистар Лина Мамина, Вилүрә Иҫәндәүләтова, фильмдар директоры Лилиә Ризванова, “Родина” кинотеатры етәксеһе Татьяна Разина сәхнә түрен биләне. Шулай уҡ йәшерәк быуындан бөгөн ең һыҙғанып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар – “Башҡортостан” киностудияһы мөхәррире, режиссер һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева, художниктар Диана Фәхрисламова, Айгөл Байрамғолова, “Кәләш алам!” фильмы авторы, Санкт-Петербургтағы кино һәм телевидение университеты студенты Таңсулпан Бураҡаева иғтибар үҙәгендә булды. Республика кинематографистар союзының яуаплы секретары Фәрит Ғәбитов, режиссер Айсыуаҡ Йомағолов гүзәл заттарға тәбрикләү һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе.
Кино сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән һәр ҡатын-ҡыҙ тураһында айырым китап яҙырлыҡ, әлбиттә. Гөлли Мөбәрәкова ғүмерен театрға бағышлаһа ла, кинола ла ролдәре бар. Иң билдәлеһе – 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән “Ай тотолған төндә” нәфис фильмындағы Тәңкәбикә роле.
– Кинола роль уйнала, тип әйтмәҫ инем. Хәрәкәттәр өҙөк-өҙөк менән төшөрөлә бит инде. Шуға күрә киноактер – бөтөнләй башҡа һөнәр. Театрҙа һынландырылған башҡорт фольклоры, тарихы киноға күсһә, яңы төҫтәр менән баҙыҡланып ебәрер, яңы кисерештәр тыуҙырыр ине. Экранға сығаһы әҙер материалдар етерлек, матур поэтика менән һуғарылған әйберҙәребеҙ күп, йыр-моң, героик мотивтар тулып ята, ҡаһым түрә, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин кеүек тарихи шәхестәр үҙҙәре киноға төшөрөүҙе һорап торған һымаҡ бит. Режиссерҙар ҙа хәҙер ҙур кино өсөн өлгөрөп еткән. Тик кино – ҙур сығымдар талап иткән сәнғәт. Тора-бара киң йәмәғәтселек тә, етәкселәр ҙә быны аңлар, тип ышанам, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичева­ның уҡыусылары бөгөн театрҙа ғына түгел, кинола ла үрҙәр яулай.
– Йәш актерҙарға кинола күберәк уйнауҙарын теләйем. Театрҙағы сығыштарың ваҡыт үтеү менән онотолоуы ихтимал, ә киноны мәңгелек сәнғәт тип әйтергә була, актер майҙанына бер генә тапҡыр сыҡһаң да, сығышың ҡат-ҡат ҡарала. Фильм заманды теркәп ҡалдыра, шул осор­ҙа йәшәгән кешеләрҙең уй-тойғоларын, ынтылыштарын күрһәтә. Йәш актер күренеп ҡалһа, шатлыҡ кисерәм. “Кәләш алам!” фильмын күргәс тә, унда уйнаған бөтә актерҙарҙың минең уҡыусыларым булып сығыуына ҡыуандым. Әммә кино төшөрөүе анһат эш түгел, аҡсаға бәйле, – ти уҡытыусы.
Һәләтле йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаева егеттәрҙән ҡалышмай. Маҡсаттары ҙур, пландары күп. Тик барыһы ла әлеге лә баяғы финанслауҙан тора. Әлеге көндә ул “Бер гренадер тарихы” исемле ҡурсаҡ фильмы төшөрә. XVIII быуатта Санкт-Петербургта хеҙмәт иткән башҡорт гренадеры тураһында ул.
– 8 Март байрамының ысын мәғәнәһе хәҙер онотолоп бара. Асылда, ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеү билдәһе бит. Режиссер, актер булып китер өсөн дә ҡатындар бик ныҡ көрәшкән. Әле лә был йәһәттән беҙгә ауырыраҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ режиссерҙарҙы тейешле кимәлдә ҡабул итеп етмәй­ҙәр, ул гүзәл зат һөнәре түгел, тигән фекерҙәр ҙә йөрөй. Сағыу эштәребеҙ булһа, был фекер үҙенән-үҙе кире ҡағылыр. Ғөмүмән, ҡыҙҙар араһында режиссерҙар күберәк булһын, тип теләйем, – ти Таңсулпан. Режиссер “Кәләш алам!” фильмын тап ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән төшөргән. Бәлки, ысынлап та, кинола ҡатын-ҡыҙ ҡарашы, күңеле аша үткән күренештәр, хәҡиҡәттәр етмәйҙер.
– Халыҡтың үҙ архетиптары бар. Шуларҙы тамашасы күңеленә еңел барып етерлек итеп күрһәтергә ынтылдым. Фильмды бер ҡатлы ғына итеп ҡабул итергә ярамай. Төп геройҙы ыңғай персонаж тип сағылдырмайым. Күбеһе ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтөнөрәк ҡарай, улар бала тәрбиәләргә һәм ашарға бешерергә генә тейеш тип иҫәпләй. Был образ аша башҡорт ирҙәренең ана шул ҡарашы асыла, – ти режиссер.

Яңы кино –
йәштәр өсөн фәһем

Кисәнең икенсе өлөшөндә “Карусель” исемле яңы ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмының исем туйы булды. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Роман Пожидаев. Фильм тәү ҡараш­ҡа мәңгелек тема – мөхәббәт тураһында кеүек. Ә асылда бөгөнгө заманға хас көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә был ижад емеше. Хәйер, йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ. Фильмда ролдәрҙе Илгизә Ғилманова, Фирғәт Ғарипов, Шәһит Хамматов кеүек актерҙар башҡара. Картинала сит ил вәкилдәре лә төшкән. Был фильмға айырыуса бер колорит өҫтәй.
АҡШ-тан килеп Өфөлә йәшәүсе Пигейҙар ғаиләһе республикабыҙҙа ярайһы уҡ билдәле хәҙер. Севидждар менән бергә улар Башҡорт интерколледжында эшләй, инглиз теленән дәрестәр бирә. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре башҡорт телен үҙләштерә. Барыһын да ошо ынтылыштары һоҡландырҙы. Аме­рикандар күп кенә милләттәшебеҙ менән дуҫлашып, аралашып йәшәй. Бына ошо дуҫлыҡ матур хеҙмәттәшлеккә әүерелеп, үҙ емештәрен бирҙе. Фильмда Крейг Пигей һәм уның улы Сэмюэль төшкән. Америка граждандарын уйнап, картинала улар туған телдәрендә һөйләшә. Киноның исем туйында иһә Пигейҙар ҙа, дуҫтары Севидждар ҙа булды һәм, башҡаларға үрнәк күрһәтеп, матур итеп башҡортса аралашты.
– Фильмда ҡатнашыуыма бик шатмын. Кино бик йәнле килеп сыҡҡан, сценарийы оҡшаны. Ғөмүмән, башҡорт фильмдары барыһы ла тәрән тойғоло. Быға тиклем “Рәхмәт” кинокартинаһын ҡараным. Яҡын арала “Минең йондоҙом” фильмын да ҡарап алырға теләйем. Ошоғаса кинола төшкәнем юҡ ине. Роль бәләкәй генә, шуға ла үтә ауыр булманы. Ә яҡшы актер булыу үтә лә ауырҙыр, – тип һөйләй Крейг.
– Тәүге сценарий ныҡ ҡына айырыла ине. Был тәбиғи. Фильмды төшөрмәҫ борон тормошта булмаған образдар күҙ алдына килә. Әммә камераны ҡабыҙғас, барыһы ла үҙ урынына тора. Крейг менән күптән таныш инек. Беҙгә уның ризалығы ғына кәрәк булды. Ул бурысын лайыҡлы башҡарҙы, фильм­дағы драматизмды еткерә алды, – ти Зөһрә Бураҡаева.
Фильмды тамашасылар бик оҡшатты. Кино йәштәр өсөн фәһемле булмаҡсы, тормош ҡорор алдынан уйланырға, тыуған яҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә, ти уны ҡараусылар. Бигерәк тә сит ил вәкилдәренә фильмдың оҡшауы ҡыуаныслы. Бәғзеләре башҡорт телен аңлап етмәһә лә, киноның йөкмәткеһе, ундағы хис-тойғолар барыһына ла еңел аңлашыла. Табип, ғалим-психолог Доти Мерфи һоҡланыуын йәшермәне:
– Башҡорт кино сәнғәте мине хайран ҡалдырҙы. Фильм бик хисле итеп төшөрөлгән. Актерҙар һоҡлан­ғыс итеп уйнай. Бер нисә кеше яҙмышының үрелеп күрһәтелеүе лә оҫта килеп сыҡҡан.
Фильмда ике тарихи осор – совет заманы һәм хәҙерге көн һүрәтләнә. Төрлө әйберҙәрҙең һәм күренеш­тәр­ҙең образ кимәленә тиклем үҫ­терелеүе лә күңелгә ята.
– Беҙ парктағы мөхитте оҡшаттыҡ. Унда ваҡыт туҡтап ҡалғандай, ә был ошо фильм өсөн отошло. Шул уҡ ваҡытта әйләнеп торған карусель мәңгелек ғүмерҙе һынландыра кеүек, – ти художник Айгөл Байрамғолова. – Фильм үҙе яҡты һағыш тойғоһон ҡалдыра.
“Башҡорт киноһы төнө”ндә шулай уҡ “Ай тотолған төндә” (Свердловск киностудияһы, режиссер Б. Халзанов, төп ролдә Гөлли Мөбәрәкова), “Возвращение чувств” (“Мосфильм”, режиссер М. Осипьян, төп ролдә Нурия Ирсаева), “Башватҡыс” (режиссер А. Йомағолов), “Таныш булмаған таныштар” (режиссер А. Хужәхмәтов) фильмдары ла күрһәтелде. Тамашасылар таңғы сәғәт өстә генә таралышты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы