RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙҙарға «Каруанһарай” концертын бүләк итегеҙ

01.03.2013 Ҡатын-ҡыҙҙарға «Каруанһарай” концертын бүләк итегеҙ

Ҡатын-ҡыҙҙарға «Каруанһарай” концертын бүләк итегеҙ
Үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән “Каруанһарай” төркөмө бөгөн дә үҙенең сағыу сы­ғыштары, дәртле, рух­лы йырҙары ме­нән сәхнәләрҙе би­ҙәй. Башҡорт эс­тра­да сәнғәтен үҫ­те­реүгә тос өлөш ин­дергән төркөм ике тиҫтә йылдан ашыу республикабыҙҙа иң абруйлы коллективтарҙан һанала. Улар Башҡор­тостандың ҡала-райондарында ғына түгел, Рәсәй һәм уның сиктәрендә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Силәбе, ҡурған, Мәскәү, Санкт-Петербург, Себер, ҡаҙағстан – теҙеп китһәң, ҡайҙа ғына башҡорттоң йыр-моңон яңғыратмаған улар.
2007 йылда “Каруанһарай” состав яғынан үҙгәреш кисерҙе. Бығаса төркөмдөң нигеҙен тәшкил иткән Рәсүл ҡарабулатов, Әмир Тойғонов, Артур Туҡта­ғо­ловтарҙы йәш, дәрт-дармандары ташып торған Эльмир Әбүбә­киров, Рөс­тәм Шаһыбалов, Заһир Иҫән­сурин, Рифат Йәмлихиндар ал­маш­тырҙы. Йәш “каруансы­лар”­­ҙың ниндәй уй-маҡсаттар, пландар менән йәшәүен белеү ниәтендә төркөм етәксеһе Мәхмүт Нәҙершинға мөрәжәғәт иттек:
– Һуңғы ваҡытта төркөмдөң составы йыш ҡына алмашынып тора, был нилектән?
– Йәштәргә үҙҙәрен һынап ҡарау, эҙләнеү хас. Йәш саҡта үҙ-үҙеңде һынап, үҙ юлыңды табыу төп бурысың бит. Был тәбиғи күренеш. Кемдәрҙер беҙҙең төркөмдә үҙҙәрен таба, ә ҡайһы берәүҙәр артабан китә. Быға ҡарамаҫтан, төркөмдөң төп нигеҙен тәшкил итеүсе егеттәребеҙ бар. ҡурай­сыбыҙ Илшат Ишморатов, бейеүсебеҙ Ильяс ҡарабулатов, йырсыларыбыҙ Эльмир Әбүбә­киров, Рөстәм Шаһыбалов яңы “Каруан­һарай” барлыҡҡа килгәндән бирле эшләй.
– Репертуарығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе...
– Репертуарҙа төрлө йырҙар тупланған. Рөстәм Ша­һы­балов халыҡ йырҙары, лирик йыр­ҙар ме­нән ре­пер­туарыбыҙ­ҙы байыта. Эль­мир Әбү­бә­ки­ровҡа компози­торҙар­ҙың йырҙары килешә. Шулай уҡ ул оҫта итеп сит ил йырҙарын да башҡара. Шулай ҙа, “Каруанһарай”ҙың стиленә ярашлы, күберәк иғтибарҙы халыҡ йырҙарына бирәбеҙ. “Баш­ҡортос­тан-гөлбостан”, “Ай-һай, Салауат”, “Любезники-любизар” кеүек йыр­ҙар репертуарҙан бер ваҡытта ла төшөп ҡалғаны юҡ.
– “Каруанһарай”ҙың “аҡһаҡал”­дары менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Эйе, әлбиттә. Элекке төркөм составында эшләгән Рәсүл ҡарабулатов беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ул күберәк халыҡ йырҙары өҫтөндә эҙләнеүҙәр алып бара торғайны. Әлеге ваҡытта ла беҙ Рәсүл менән кәңәшләшеп торабыҙ. Бөгөн филармонияла музыкаль етәксе вазифаһын башҡарған Олег Жданов та “Каруанһарай”ҙа музыкант булып оҙаҡ йылдар эшләне. Ул беҙгә халыҡ йырҙарын аранжировкалауҙа ярҙамлаша.
– Гастролгә йыш сығаһығыҙмы?
– Сит өлкәләрҙә йәшәгән яҡ­таштарыбыҙҙы онотмайбыҙ. Һа­рытау, Һамар, Силәбе, Сверд­ловск, Ырым­бур яҡтарына йыл һа­йын барып ҡайтабыҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа милләттәштәребеҙ үткәргән һа­бантуй­ҙарға, сит илдәрҙәге Баш­ҡортос­тан көндәренә һәр ваҡыт саҡыралар. Рәсәй ҡалаларына ла гастролгә сығабыҙ. Мәҫәлән, үткән йәй Түбәнге Тагил ҡалаһында булдыҡ. Бик йылы ҡаршы алдылар, рәхмәт әйтеп, тағы килеүебеҙҙе һорап оҙаттылар. 7 мартта буласаҡ концерттан һуң тағы ла күрше өлкәләргә юл тоторға иҫәп бар.
– Йыл һайын йәмле яҙ көндәрендә филармония залдарын тултырып концерттар ҡуйыу “Каруанһарай” өсөн йолаға әүерелеп китте шикелле...
– Яҙ миҙгеле “Каруанһарай” өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Сөнки тап яҙ көнө төркөм сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫты. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арнал­ған концерт ине был. Был көндө “Каруанһарай”ҙың тыуған көнө тип һанайбыҙ һәм ошо ике байрам айҡанлы тамашасыларыбыҙға өр-яңы программа тәҡдим итәбеҙ. Быйыл иһә 7 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында йырлы-моңло тамашала барыһын да көтөп ҡалабыҙ.

Н. АҘНАБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы