01.03.2013 Башҡортостанда тағы бер халыҡ яҙыусыһы булды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән билдәле драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковҡа “Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелде.
Флорид Бүләковтың “Атылған өйөр”, “ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, “Онотолған доға”, “Шайморатов генерал”, “Бибинур, аһ, Бибинур”, “Мәскәү – Васютки” кеүек драма әҫәрҙәре айырыуса киң танылды һәм сәхнәләрҙә ҡуйылды.
Әйткәндәй, 23 февралдә Флорид Бүләковҡа 65 йәш тулды.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»