26.02.2013 СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА БЕРГӘ
Баймаҡ ере элек-электән ҡурайсылар, бейеүселәр, йырсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. ҡурайға тере һәйкәл ҡойған атаҡлы ҡурайсылар Кәрим Дияров, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың эшен дауам итерҙәй хәҙерге быуын ҡурайсыларыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов, Ришат Рәхимов, Азат Биксурин да нәҡ ошо таланттарға бай төбәктән сыҡҡан бит.
Бына шул Баймаҡ егеттәренең береһе – үҙенең ҡурай моңо менән халҡыбыҙҙың данын республикабыҙҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә күтәреүсе, милләтебеҙҙе танытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңлеғәле Хәсәнов була инде.
Ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын юбилейын, ижадтарының һәм бергә ғүмер кисереүҙәренең егерме биш йыллығын билдәләүсе һоҡланғыс пар – Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар тураһында яҙмау мөмкин түгел.
Стәрлетамаҡта филармония асылған тәүге көндәрҙән алып әлегәсә ошо сәнғәт усағына тоғро ҡалып, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе берҙән-бер артистар тиергә була уларҙы.
... Миңлеғәле Хәсәнов башҡарыуындағы “Шафиҡ”, “ҡалды”, “Турат”, “Байыҡ”, “Хәтирә”, “Наполеон Бонапарт”, “Торналар”, “Яҙ”, “Стәрле”, “Март”, башҡорт көйҙәренә попурри – уларҙы ҡайҙа ғына уйнамаһын, һәр милләт вәкиле берҙәй яратып ҡабул итә.
Миңлеғәленең ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райхана Хәсәнова – Дим буйы ҡыҙы. Миәкә районының Әбеш ауылында тыуып үҫкән, үҙенә генә хас дәртле, йор бейеүҙәре менән тамашасы күңелен күптән арбаған. “ҡумыҙ менән бейеү”, “Заһиҙә”, “Батмус менән бейеү”, “Тирәккәйем” тигән башҡорт ҡыҙҙары бейеүе, “Еңгә”, “Әйҙә бейе, Райхана”, “ҡазан ҡыҙҙары”, “Керәшен татарҙары бейеүе” кеүек шаян бейеүҙәре менән кемдәрҙең генә йөрәген елкендермәне икән Райхана!
Сәнғәт – ул халыҡҡа хеҙмәт итеүсе, ата-бабаларыбыҙҙың ауазын халыҡҡа еткереүсе берҙән-бер ҡорал, тере сығанаҡ. Күптәр үҙ исемен күтәрер өсөн тырышҡан заманда Райхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар кеүек мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе күтәрерҙәй шәхестәребеҙ булыуы һөйөнөслө. Әлмисаҡтан ҡаныбыҙға һеңгән рух ныҡлығы артабан да беҙҙе ташламаһын, күңел хазиналарыбыҙ һис ҡасан да кәмемәһен, илһам шишмәләребеҙ һайыҡмаһын ине.
Әйткәндәй, үҙҙәренең күркәм юбилейҙары айҡанлы Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар 27 февралдә киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Сода” мәҙәниәт һарайында үтәсәк “Беҙҙең бергә булыу – мөғжизә” тип аталған юбилей кисәһенә саҡыра. Шулай уҡ тамашала ‒ Башҡортостандың халыҡ артистары Рәсүл ҡарабулатов, Артур Туҡтағолов, Гөлсәсәк Шәрипова һәм Башҡортостандың атҡаҙан артистары Сәйҙә Ильясова, Яҡуп Шәрипов, Фәрүәз Урманшин һәм филармония артистары ҡатнаша. Йырлы-моңло, дәртле бейеүле кисәнән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Роза ҡОБАҒОШОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»