RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Француз телендә – спектакль

15.02.2013 Француз телендә – спектакль

“Сәнғәт күпере” студенттар коллективы франкофон театрҙар фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә. Француз телендә ҡуйылған үҙешмәкәр спектаклдәр конкурсының төбәк-ара туры быйыл март айында Силәбе ҡалаһында үтәсәк. Башҡортостандан унда өс коллектив сығыш яһай: Өфөнөң 155-се лицейы, 39-сы гимназия һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана эргәһендә булдырылған театр. Һуңғыһы инде бер нисә йыл француз уҡыу залы базаһында эшләй. Йыл да үтеп торған фестивалде Екатеринбург ҡалаһының Француз альянсы һәм Франция илселеге ойоштора.
Былтыр заман драматургы Жоэль Помрҙың “Был бала” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль Ека­теринбургта икенсе урынға сыҡты. Төп роль – йәш әсәне уйнаусы Катя Алымова, БДПУ студенты, ”Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде һәм, ике аҙналыҡ тур менән бүләкләнеп, Францияла ял итеп ҡайтты. ”Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында Асҡар Ниғәмәт­йәнов еңеүсе булды. Бөгөн ул БДУ студенты, китапхананың театр студияһында шөғөлләнә, хыялы – профессиональ актер булыу.
Бер коллективҡа тупланған йәштәр республика Рус дәүләт драма театры режиссеры ярҙамсыһы Юлиә Рудакова етәкселегендә шөғөлләнә. Былтырғы уңыш мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы (актерҙар 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш) илһамландырып ебәрҙе. Шуға быйыл да конкурсҡа ҡатнашырға булдылар. Морис Петерлинктың “Изге Антоний мөғжизәһе” пьесаһын сәхнәләштерәләр. Был әҫәрҙе билдәле театрҙар ҙа бик һирәк ҡуя. Коллективҡа консультант сифатында француз гражданы Матье Пометан ярҙам иткән. Конкурс шарттары буйынса сәхнәлә декорациялар күп булырға тейеш түгел. Йәғни йөкмәткене актерҙар үҙ һүҙҙәре, тойғолары аша еткерергә тейеш.
Франкофон театры француз телен өйрәнеү, ижади һәләтте үҫтереү өсөн бик ҡулай. Труппала теләгән һәр йәш кеше шөғөлләнә ала. 22 февралдә Милли китапхананың икенсе корпусында спектаклдең премьераһы буласаҡ, ә 26-һында актерҙар Силәбегә юл тотасаҡ.

М. ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы