12.02.2013 «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш»
Мөхәббәт − кешелә йәшәү дәрте уятҡан, күңелдәрҙе илаһи хистәргә сорнаған Аллаһы Тәғәлә бүләге. Һөйөү хистәре йөрәктәрҙе ялмап ала ла, күңелдәрҙе тирбәлтеп, бөйөклөккә һәм бейеклеккә әйҙәй. Һәр кем һөйгәндә һәм һөйөлгәндә генә үҙен тулыһынса бәхетле тоя.
14 февраль – Ғашиҡтар көнө. Был көндө ғишыҡ утында янғандар бер-береһенә бүләк бирешә, матур, ҡайнар һөйөү һүҙҙәрен йәлләмәй өләшә. Тап ошо көндө Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары “Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш” исемле концертта мөхәббәткә дан йырлаясаҡ. Ғашиҡтар көнөнә арналған тамашала саф хистәр, тәүге мөхәббәт, бер-береһен ҡайнар һөйгән ике йөрәктең ҡауышыуы, мәңгелек мөхәббәт тураһындағы йырҙар яңғыраясаҡ. Филармонияның йәш, дәртле, шәп егеттәренән генә торған шоу-программала Эльмир Әбүбәкиров, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шәрипов, Артем Машков, Ильяс ҡарабулатов, Марсель Сәйетов, Марсель ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Вадим Зәкиев, Руслан Сәйфетдинов, Азат Биксурин, Айгиз Ғиззәтуллин ҡатнаша. Улар барыһы ла Ғәлиә Вахитоваға ғашиҡ. Һылыу ҡыҙҙың йөрәгенә кем юл таба алыр һәм уны үҙенә ҡаратыр? Быны 14 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк тамашала күрерһегеҙ.
Сихри кистә моңло көйҙәр, матур йырҙар, йылы хистәргә сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»