RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт”

08.02.2013 “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт”

12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 81 йәш тулыр ине. Тәбиғи, бөйөк шәхестәрҙең тыуған миҙгелдәре, хатта көндәре лә халыҡ хәтерендә.
Шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы былтыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыға “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт” исемле спектакль тәҡдим иткәйне (сценарий авторы − З. Бураҡаева, режиссеры − Х. Үтә­шев). Был тамаша шағирҙың иҫтәлектәренә һәм шиғырҙарына нигеҙләнде һәм ысын мәғәнәһендә 2012 йылдағы мәҙәни тормошобоҙҙоң мөһим бер ваҡиғаһы итеп ҡабул ителде. Рәми ролен бер үк ваҡытта театрҙың ике йәш актеры – Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров башҡарҙы. Надя ролен Ирада Фазлаева уйнаны. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын сәхнә оҫталары − Гөлли Мөбә­рәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Ил­һөйәр Ғәзетдинова, Рәмзиә Хиса­мова һәм башҡа күренекле артистар башҡарҙы. Ғөмүмән, спектаклдә театрҙың бөтә ижади көстәре ҡатнашты. Был үҙенсәлекле ижади проект менән коллектив шағирҙың тыуған яғында ла сығыш яһаны.
Рәми Ғарипов ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә туған халҡының рухи тормошонда, башҡорт шиғриәтендә мәңгелек эҙ ҡалдырҙы. Фев­раль айы күптәр өсөн Рәми айы, ошо буранлы ай әҙиптең ҡатмарлы яҙмышы кәүҙәләнеше булып күҙ алдына баҫа.
Шағирҙың яҡты рухына бағышлап, 22 февралдә “Февраль. Буран…” театр сәхнәһендә йәнә уйнала. Тамашасылар тағы бер тапҡыр Шағирҙың даръялай киң һәм тәрән рух, фекер, зиһен һәм мөхәббәт иленә сәйәхәт ҡыла ала.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы