29.01.2013 «Киләсәкте һөйләр ҡурай»
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, атаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков тамашасылар күңелен дәртле, халыҡсан көйҙәре менән яулап алды. Шулай уҡ ул тынғыһыҙ, эҙләнеүсән холҡоноң емеше булған ишҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим итеүсе булараҡ та билдәле.
Ишморат ҡәйүм улы Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында 1963 йылдың 1 февралендә йыр-моңға ғашиҡ күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫкән егет кескәй сағынан уҡ артист булырға ҡарар итә һәм, ҡуйған маҡсатына хыянат итмәй, сәнғәт училищеһына уҡырға килә. Әммә ул йырсы булырға хыялланһа ла, яҙмыш уны ҡурай бүлегенә илтә. Училищела уҡыған дәүерҙә егет үҙен һәләтле ҡурайсы итеп күрһәтә, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән, ҡыҙыл ҡалаһында үткән “ҡоолай” фестивалендә – лауреат, Ленинградтағы конкурста дипломант була, “Олимпиада − 80” мәҙәни программаһында һәм ХII Халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивалендә ҡатнаша.
Ишморат Илбәковтың репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре ҙур урын биләй. “Ғилмияза”, ”ҡарабай”, “Гөлнәзирә”, “Яу түбә”, “Буранбай”, “Зөлхизә” йырҙары тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың шанлы тарихы, гүзәл булмышы менән таныштыра. Мәшһүр ҡурайсы башҡарыуындағы башҡорт, урыҫ, йәһүд, татар халыҡ көйҙәренә эшләнгән попурри тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителде.
16 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ишморат Илбәковтың юбилей кисәһе үтә. “Киләсәкте һөйләр ҡурай” исемле тамашала Флүрә Килдейәрова, Азат Айытҡолов, Рәсүл ҡарабулатов, Миңзифа Исҡужина, Азат Биксурин, Мәскәү, ҡаҙағстан ҡунаҡтары ҡатнаша.
Моңло ҡурай, дәртле йыр-моң байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»