RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемгә – кайф, крейзи лайф…

25.01.2013 Кемгә – кайф, крейзи лайф…

Кемгә – кайф,  крейзи лайф…
йәки Беҙҙең дә, һөйләштә булһа ла, Көнбайыш илдәренән ҡалышмауыбыҙ тураһында
Нисәмә йыл илде етәкләгән, коммунизмға алып барыусы ойошма селпәрәмә килгәндән һуң беҙҙең халыҡтар өсөн тимер шаршау артындағы өр-яңы икенсе төрлө донъя асылды. Миҙалдың да ике яғы булғандай, кемдер өсөн һөйөнөслө, кемдәргәлер көйөнөслө ине был үҙгәрештәрҙең килеүе. Мәҫәлән, элек ябай эшсе менән бер тигеҙ тиерлек эш хаҡы алып килгән эстрада, кино артистарының, шоумендар­ҙың, банкирҙарҙың, һәр өлкәләге түрәләрҙең килеме үҫкәндән-үҫеп, миллионлаған һумға етһә, шул уҡ эшсе халыҡтың хеҙмәт хаҡы, бер туҡтауһыҙ артып торған хаҡтар артынан бер нисек тә ҡыуып етә алмай, киреһенсә, хәле мөшкөлләнгәндән-мөшкөлләнә бара. Кемдер бының менән генә хушһынмай, сит илдәрҙә, утрауҙарҙа алтындан өйҙәр төҙөтһә, икенселәр ҡыҫыҡ, бына-бына емерелергә торған каморкаларҙа интегә. Был теманы үҫтерһәң, бик оҙайлы дискуссияға инеп китергә мөмкин булыр ине. Шуның өсөн дә, үҙем өсөн генә түгел, Көнбайыштан индерелгән, күптәр өсөн ят һәм ҡырағай, әхлаҡһыҙ булған яңырыштар­ҙың беҙҙең тарафтан нисек ҡабул ителеүенең ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған ҡайһы бер күренештәренә генә туҡталып үтмәксемен.
Мин дә үҙгәртеп ҡороуҙарҙан, йәшермәйем, бер генә лә шатлыҡ кисермәнем. Фатир алыуға сиратҡа яҙылып, нисәмә йыл көтөп, быны-бына, ниһайәт, үҙ мөйөшөм була тигәндә, унан мәхрүм итеп, улар миндә мәңгелеккә нәфрәт уятты. Йәшәргә урын булмау, эшһеҙлек һәм аҡсаһыҙлыҡ шул ваҡыттарҙа нисәмә ғаиләне емерҙе икән!
Элекке осорҙо һағынып, өйҙә булһа ла әллә ҡасанғы һинд фильмдарын ҡарайым. Әле йәштәргә, Өфөнөң иң ҙур кинотеатрҙарында бына тигән һинд фильмдары күрһәтәләр, залдар кеше менән шығырым тулы, билеттар булмай, ҡайһы саҡта алыпһатарҙар уларҙы сеанс алдынан ғына сығарып һата ине, тиһәң, ғүмер ҙә ышанмаҫтар. Әлеге кеүек ярым буш залда әхлаҡһыҙ, мәғәнәһеҙ, үлтереш тә һуйыш барған Америка фильмдарын, әҙәпһеҙ йәнһүрәттәр күрһәткәнсе шуларҙы яңынан тергеҙһәләр, нисек һәйбәт булыр ине. Ниңә әле юҡ улар – аптырарһың. Ысынлап та, үҙенсә бер мәҙәни сара, хатта байрам кеүек була торғайны бит һуң шул һинд фильмдарына барыуҙар! Сеанс алдынан кинотеатр эргәһендә шундай йәнлелек хөкөм һөрә, кассаларға оҙон сират һуҙыл­ған… Өйҙә ҡарау менән ҙур экранда ҡарау араһында ныҡ ҙур айырма бар икәнен аңламайҙармы икән ни?
Бына шул фильмдарҙы ҡарайым да, уларҙа әлеге беҙҙең йәшәйеште сағылдырыусы сюжеттарҙы, ныҡ оҡшаш факттарҙы күреп ғәжәпләнәм. Ә бит ул фильмдарҙың күбеһе үткән быуат уртаһында төшөрөлгән.

«ҡомһоҙлоҡҡа ҡаршы хәйлә»
(«Хитрость против алчности»)
1972 йылда экрандарға сыҡҡан.

… Бер төркөм чиновник, муниципалитетҡа оялап, төрлө юлдар менән алдашып, мәҫәлән, фатир төҙөйбөҙ, тигән булып, халыҡтан аҡса йыйып үҙләштерә лә уны үҙ-ара ғына бүлешә. Төрлө ялған фондтар асалар, ерҙәрҙе һатып алалар. Һайлауҙарҙа кеше башына биш рупийға тауыш һаталар. Коррупция, аҡсаны сит илдәргә оҙатыу һ.б.
Был фильмда беҙ совет ваҡытында ишетмәгән тендер, приватизация терминдары ҡулланыла, әле фатирҙарҙа евроремонт яһап, аркалы эске ишектәр ҡуйҙыралар, ә бында ундай ишектәр ғәҙәти, хатта ярлылар йортонда ла бар.

«Филдәр минең дуҫтарым» («Слоны мои друзья»)

1971 йылда экрандарға сыҡҡан.

Шәхси эшҡыуарлыҡ, рэкет, кооператив, конкуренттарҙы юҡ итеү, бандитизм, казино, стриптиз, ҡунаҡхана-отель.
«Филипс» электроника компанияһының магазины күренеп ҡала.
1990 йылдар башын хәтерләтә.

«Берәҙәк» («Бродяга»)
1951 йылда экрандарға сыҡҡан.

… Үтеп сыҡҡан мәкерле бурҙың үҙенә алмашҡа кеҫә ҡарағы тәрбиәләүе, түләүле уҡыу, еңел холоҡло ҡыҙҙар тулы төнгө клубтар, примитив булһа ла, күңел асыу саралары, ҡомарлы уйындар (казино, стриптизға яҡын).

«Әфәнде – 420» («Господин – 420»)
1954 йыл.
Байҙар менән ярлылар араһындағы упҡын кеүек айырма, эшһеҙлек, көс еткеһеҙ хаҡтар, шулай уҡ йорт төҙөйбөҙ тигән булып, ялған вәғәҙә биреп ябай халыҡтан аҡса йыйыуҙар, бер көнлөк компаниялар асып, акциялар һатыуҙар, ломбард. Индивидуумдың властарға ҡаршы баш күтәрергә маташыуы.
Беҙҙең заманды хәтерләтә түгелме былар?

«Таныш түгел ҡыҙ» («Незнакомка»)
1974 йыл.

Байҙарҙы талау, шаһиттарҙы юҡ итеү…

«Зита һәм Гита»
(«Зита и Гита»)
1972 йыл.

Беҙ яңы тип уйлаған брэндтар (һәр ерҙә неон уттары менән баҙлаған «Кока-кола», сит ил автомобилдәре). Мин, мәҫәлән, «Кока-кола»ны һуңғы егерме, егерме биш йыл эсендә уйлап сығарыл­ған эсемлек, тип уйлап йөрөй инем. Юғарыла аталған фильмдар­ҙың һәр береһендә тиерлек был һүҙ яҙылған магазиндар күҙгә салына. Хатта үткән быуат урта­һында төшөрөлгән «Госпо­дин – 420» фильмында ла! Шу­лай, тәҙрәләрҙә жалюзи, аҫылмалы түбәләр булған, офистарында папка-регистратор.
Беренсе тапҡыр ысын джинсы салбарҙы 1988 йылда күрҙем: бер танышым ике йөҙ һумға (ике айлыҡ эш хаҡы) барыһының да күҙен ҡыҙҙырып, алыпһатарҙан сит илдән ҡайтарылғанын һатып алғайны. Ә Һиндостанда 1972 йыл­да уҡ рәхәтләнеп джинсы күлдәктәр, салбарҙар кейеп йөрөй­ҙәр.

«Өс мушкетер кеүек» («Как три
мушкетера»)
1984 йыл.

Бай виллалар, хеҙмәтселәр, аҡса өсөн һәр ҡара эшкә, енәйәттәргә күҙ йомған һатлыҡ йән полиция хеҙмәткәрҙәре. Әйткәндәй, беҙҙә лә совет заманының советса милиция тигән терминын яңыраҡ ҡына полицияға әйләндерҙеләр...

«Уау!»
Шулай уҡ, бигерәк тә йәштәр һәр һөйләмгә ҡыҫтырырға яратҡан 1990 йылдарҙа ҡолаҡҡа салына башлаған популяр, модалы «уау» рә­үеш-һөйләше. Ул хәҙер бигерәк тә теле­визор­ҙан йыш ишетелә. Нисектер мин уны 1968 йылдарҙа сыға башлаған яратып ҡараған сериалдарымдың береһендә, лейтенант Коломбо ауыҙынан ишеткәс, көлкөм килгәйне. Йәнәһе, о-о-о, ниндәй һүҙ белә, ҡартлас! Ә иҫке һинд фильм­дарында уны һәр икенсе персонаж ҡуллана икән дә баһа. Аптыраш.

«Йа-һоо»
«Йа-һоо» Радж Капурҙың 1931 йылда (!) тыуған бер туған ағаһы Шамми Капурҙың иң яратҡан ораны булған.
Инглиз телен мин дә яратам. Өндәре лә башҡортса яңғырағас, уны өйрәнеүе лә еңел. Беҙҙә лә шул уҡ ҫ, һ, ҙ, ә, ө,ү бар, хатта күп кенә һүҙҙәребеҙ ҙә оҡшаш:
Кайф (ғәрәп теленән ингән, жаргонга әйләнгән) – кәйеф
Тич – теш
ойе – эйе
беби – бәпәй һ.б., һ.б.
Ләкин барыбер уға кәрәгенән артыҡ өҫтөнлөк биреү бөгөн һәр ерҙә осрай. Күптәр уны Ер йөҙөндәге иң модалы тел тип һанай, ахыры. Магазиндарҙың исемдәрен дә инглиз телендә яҙалар: «Марк энд Стоун», «Бутер Шоп», «Барбер Шоп» («Маңглай Шап-Шоп») һ.б., һ.б. «Супер» йәки «нью» ҡушымтаһы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ инде.
ҡытайҙар ҙа шуны белеп ҡалып, унан-бынан тегелгән әйберҙәренә инглизсә лейбл йәбештерә лә һата. Улар ғынамы ни – кооператив асылған йылдарҙа, иҫемдә, барыһы ла сифаты өс тинлек, хаҡы өс мең һумлыҡ инглиз һүҙҙәре яҙылған футболкаларға, итектәргә, бер йыуһаң, төҫө уңған свитерҙар­ға, башҡа өҫ кейемдәренә ябырыл­ғайны.
Кешене ылыҡтырыр өсөн әллә ниндәй баш та, әллә кем булырға ла кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки?
… Беҙҙең ауыл эргәһенән генә ағып ятҡан йылға буйынан туристар йыл әйләнәһенә тиерлек өҙөлмәй. Сөнки уның терегөмөштәй саф һыуы, йәшеллек, тауҙар, урмандар һәр кемде һоҡландыра. Яңыраҡ ҡына бер кеше йылға буйында ғына туристар өсөн мунса һалған, тип ишеттем. Клиенттарға ҡытлыҡ кисермәй, ахыры. Һәр хәлдә, беҙ ял иткәндә мунса тирәһендә халыҡ күп ҡайнаша ине. Ә ниңә, дөрөҫ эшләгән. Барыһы ла эшҡыуарлыҡ менән көн иткәндә ниңә юғалып ҡалырға? Аҡсаға ҡоролған заман етте бит. Кем нисек булдыра ала, шулай йәшәй. Билдәле хаҡ ҡуяһың да – алға! Шул хаҡта уйланып, фантазиямда әллә ҡайҙарға киткәнмен…

Нью-аква-центр
«Гарри-Фул-ла!»
Йәйге супер-тур! Тәбиғәттең гүзәл ерендә урынлашҡан виллаларҙа уик-энд! Рәхим итегеҙ!
Хаҡы шунса-шунса һум.
Өс тапҡыр ашау ҡаралған, палаткалар, тенттар, кәмәләр, һаҡлаусы жилеттар, анти-серәкәй.
Теләк белдереүселәргә – свимминг в Натуре, фишинг, крауд-серфинг!
Программала:
Беренсе көн:
8.00. Гиперактив аттарҙа ауылдан 10 км алыҫлыҡтағы Атыш шарлауығына сәйәхәт.
10.00 Кемпинг-туҡталыш – ҡаты-ҡото крумбс ланч.
14.00 Вилла эскейп. Төшкө аш. Менюла: Респект нэйшнл фуд – хурпа энд сәй, табикМак, Уч –почМак, ДучМак, макбәлеш, чак-чакен – кай-Мак-наггетс, Суши-ҡорот, Фри-бауырһаҡ, Һамбургер, Башҡортбургер.
Шулай уҡ тик ВИП ҡунаҡтар өсөн:
Эксклюзив тәғәмдәр: КайМак, КуйМак, БишбарМак, һоум дранк – дринк, Айран- тоник.
15.00 – 17.00 Боулинг, таулинг, һыулинг. Хозур тәбиғәт ҡосағында ял. Романтика: яҡында ғына һарыҡ көтөүе утлап йөрөй, әленән-әле йылғаны һыйырҙар кисеп сыға.
19.00 Корпоратив киске аш. Өҫтәмә хаҡҡа: сәй-мәй, вай-фай, Һыра-дринк, көмөшкә-дринк.
22.00 Төнгө усаҡ. Еверибоди, камон – диско! Һәр кис тик һеҙҙең өсөн иң яңы хиттар менән Хедлайнер – Ди Джей Бәд Рэд Дэн!
Уның янында – силикон һәрмәтик менән ҡоралланған Геү-Геү ҡыҙҙар: Ярым «арт» стилендә Гоу-Гоу!
00.00 – 3.00 – Водка Пати.
Икенсе көн
9.00 Уяныу. Бахмур-драйв
10. 00 Бутҡаброд + сәйшн
14.00 Төшкө аш
14.30 Слип-тайм
15.00 Ланч
17.00 Н.ауылындағы локал маркетҡа сәйәхәт.
Асыҡ һауала трейдинг: нейче фуд- БашМак энд Бэррис, супер экселент сабата энд миндек, супермурҙалар һ.б.
18.30 Киске аш
20.00 Табан ялтыратыу
*Маршруттарҙың графигы, программа, ҡунаҡтарҙың һәм дә кантри пиплдарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоштарына, көн торошона һәм башҡа күҙалланылмаған ситуацияларға ҡарап, үҙгәртелеүе лә ихтимал.
nЭкстрим яратыусылар, адреналин көҫәүселәр өсөн!
Беҙҙең эксклюзив тәҡдимдәр!
Өҫтәмә хаҡҡа:
1. Ишкәкһеҙ һалинг
2. Рок климбинг
3. Рафтинг
4. Онли фор Алл-Каш персонс!
Һәр шәмбе һеҙҙең өсөн кис яҡында урынлаш­ҡан ауылда Аракс энд Танаус ЕмерДанс клубы эшләй. Клуб алдында: Көмөшкә -Бар, Һалл-Мак, Изе-Рэп Фэлл-он Фейс-мэт – он, Шаяр-Мак, Акр-Мак
Клуб артында: Биг-Зәһәр Тук-Мак!
Нокаут паркинг…
5. Иң ҡыйыуҙар өсөн Махсус программа – Мастер-класс тәҡдим итә! Башҡорт рулеткаһы!
ҡырын тауының Төп-менеджеры Айыуға визит!
1 этап: кантри пипл консалтинг энд кастинг
2 этап: аңгри-һаңгри дог дрессинг, тест-драйв, тренинг
3 этап: Айыу тарафынан Ультра Һук!
4 этап: ҡомарлы Дрэг-Рейсинг
5 этап: иҫән ҡалғандар өсөн, әлбиттә… ҡиәфәт-тюнинг!
Былар барыһы ла һеҙҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр!
Кемдер әйтмешләй, кемдән көләбеҙ, үҙебеҙҙән көләбеҙ.
Коммунизмға етәбеҙ тип торғанда, капитализмға кире тәгәрәп китеп барыуыбыҙ менән ҡәнәғәт булып йәшәп ятыуыбыҙ көлкө түгел дә бит...
Ләкин ни генә тимә, был бигүк еңел булмаған тормошобоҙҙа шулай итеп булһа ла күңел асып алыу хилаф булмаҫ. ҡараңғы сырай, бар нәмәнән ҡәнәғәтһеҙлек, көнсөллөк, асыу былай ҙа күп тирә-яғыбыҙҙа. Йылмайып йәмләйек донъяны!
Кем белә, бәлки, беҙҙә лә берәй ваҡыт хеппи заманалар етер. Өмөтөбөҙҙө өҙмәй торайыҡ әле, дуҫтар!

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы