25.01.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары
Ишембайҙа «Икар» кинотеатрының ябылыуы мөмкин
Тик кинотеатрҙың ябылыуына ҡаршы килеп, ҡала халҡы митингыға сығырға йыйына. Халыҡ шулай уҡ мөрәжәғәтнамәһендә бүтән мәҙәни усаҡтарҙы ла ябыуға ҡаршы. Әйткәндәй, «Икар» – Ишембайҙа эшләп килгән берҙән-бер кинотеатр.
Әлеге көндә кинотеатрҙың 40 процент өлөшө шәхси эшҡыуарға бирелгән. Кинотеатр урынында яңы супермаркет төҙөү ниәте менән эшҡыуар проект та төҙөп өлгөргән.
Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт бүлегендә кинотеатрҙы ябыу тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡһалар ҙа, шул уҡ ваҡытта «Икар»ҙың киләсәге тураһында аңлайышлы итеп бер нәмә лә әйтә алманылар.
− Белеүемсә, кинотеатрҙы ябыу мәсьәләһе көнүҙәк планда беренсе урында тормай, был турала ҡала башлығы үткәргән ултырышта ла һүҙ күтәргәйнек, – тип белдерҙе үҙенең фекерен ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова. − Әгәр ҙә кинотеатр ябылһа, уны яңы төҙөлгән Йәштәр йорто алмаштырасаҡ, ишембайҙар киноһыҙ ҡалмаҫ.
Әйтергә кәрәк, республика башлығы үҙенең ҡоролтайға юлланған йыллыҡ хатында мәҙәни усаҡтарҙы ябыуға ҡул ҡуйылмаясағын белдергәйне.
Башҡортостан Президенты үҙенең докладында шулай уҡ киноселтәрҙе үҫтереү тураһында ла әйтеп үткәйне.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Торатау» балалар бейеү коллективы булдырылды
Балалар коллективын туплауға бейеү театрының солистары Рәил һәм Гөлсинә Лоҡмановтар күп көс һалған һәм үҙҙәренең идеяһын тормошҡа ашырған. Был бейеү коллективының үҙенсәлеге – балалар унда бушлай йөрөй ала. Үкенескә күрә, бөгөн бындай мәрхәмәтлек йыш осрамай.
Лоҡмановтар тураһында әйткәндә, улар күп йылдар бейеү буйынса төрлө түңәрәктәр алып бара. Балалары ла ата-әсәһенән ҡалышмай − мәктәптә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Әлеге көндә «Торатау» коллективына 5 йәштән 12 йәшкә тиклем 25 бала йөрөргә теләк белдергән. Яҙылыу дауам итә.
Бөгөн, Торатау – тәбиғәт, халыҡ ҡомартҡыһы проблемаһы көн үҙәгендә торған мәлдә, яңы барлыҡҡа килгән балалар коллективына изге тауҙың исемен биреп, йәмғиәттең иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү бик тә ваҡытлы.
Үҙегеҙҙе конкурста һынағыҙ
РФ Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт өлкәһендә 2013 йыл өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығының сайтында хәбәр ителә. Документтар әҙерләү һәм тапшырыу тәртибе Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының сайтында урынлаштырылған.
Премиялар йыл һайын киң йәмәғәтселектә танылыу яулаған, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫына тос өлөш индергән һәләтле, үҙенсәлекле әҫәрҙәр, шулай уҡ ҙур мәғрифәтселек проекттары өсөн тапшырыла.
Документтар 2013 йылдың 1 майына тиклем ҡабул ителә.
Әҙибәнең күргәҙмәһе асылды
Билдәле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 105 йыл. Ошо уңайҙан Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусының күргәҙмәһе асылды.
Унда әҙибәнең төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптары һәм уның тормошо, ижады тураһындағы хеҙмәттәр менән танышырға мөмкин. Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдарынан торған «Яҡтыға» трилогияһы, «Сәйер кеше», «Дуҫ булайыҡ» һәм башҡа әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңелендә үҙ урынын тапҡан. Республикала булдырылған «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеме иң беренсе булып тап уға бирелә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
интернет-порталы мәғлүмәттәре буйынса
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»