22.01.2013 “БарАлар”мы, “баралАр”мы?
йәки Телебеҙ йәшәй икән, халҡыбыҙ ҙа ғүмерле буласаҡ
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы кәңәшмә үткәрҙе. Был юлы унда башҡорт телле киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлы проблемалар күтәрелде, нигеҙҙә, уларҙың сифатын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды, етешһеҙлектәр асыҡланды һәм уларҙы бөтөрөү юлдары барланды. Кәңәшмәлә ҡоролтай ағзалары, киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре, журналистар эшенә баһа бирерҙәй, тәнҡит һүҙе әйтеп, кәңәштәр еткерерҙәй абруйлы шәхестәр ҡатнашты.
Гөлфиә ЯНБАЕВА, комиссия етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире:
– Әлбиттә, башҡорт гәзит-журналдары, радио-телевидение дәүләткә ҡарай. Әммә тәү сиратта улар милләткә хеҙмәт итергә тейеш. Милли мәсьәләләр һуңғы арала аҙ күтәрелә, мөһим һүҙҙең ваҡытында әйтелмәй ҡалыуы борсой. Халҡыбыҙҙың проблемаларын күтәргән төрлө йыйылыштар, милли саралар республиканың төрлө мөйөштәрендә ойошторола килә, әммә улар тейешенсә яҡтыртылмай. Бигерәк тә телевидениела башҡорт тапшырыуҙарының кәмеүе күҙгә ташлана. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре беҙ саҡырған эксперттарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалһын ине, тигән теләк бар. Шулай уҡ журналистар үҙҙәре редакцияларға төрлө өлкәләге белгестәрҙе саҡырып, тәҡдимдәрҙе тыңлай, тәжрибә туплай алыу мөмкинлегенә эйә.
Марат ҡОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы, профессор:
− Гәзит-журналдар үҙ уҡыусылары, авторҙары менән йышыраҡ осрашһын ине ул. Уларҙы матбуғат сараларының юбилейына саҡырыу тәжрибәһен индерергә кәрәк. Юҡһа ундай тантаналы саралар бер яҡлы булып ҡала, төп ҡунаҡтарһыҙ – гәзит уҡыусыларһыҙ үтә бит. Халыҡ та унда үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Матбуғатта фактик хаталар күп осрай. Тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы хаталарҙы ла йыш күрергә тура килә. Улай ғына булһа, бер хәл. Хаталарҙың күбеһе төҙәтелмәй ҡала бит, улар бер үк баҫмала ҡабатланып та килә. Хата китеп, күҙгә салынған икән, ул гәзит-журналдың киләһе һанында мотлаҡ төҙәтелергә тейеш. Халҡыбыҙға, республикаға яла яғыу менән генә мәшғүл булған матбуғат сараларына үҙ баҫмаларыбыҙҙың телһеҙ ҡалыуы ла аңлашылмай. Нисектер яуап бирергә, бәлки, бәйләнешкә инеп, тыйыу сараһын күрергә кәрәктер.
Телевидениела мөһим проблемалар күтәрелмәй, минеңсә. Ғөмүмән, сәйәсәткә аҙ иғтибар бүленә бөгөн киң мәғлүмәт сараларында. Барыһы ла күңел асыуға ҡоролған кеүек. Әммә шул уҡ йыр-моң тапшырыуҙарын ылыҡтырырлыҡ итеп алып барып булыр ине. Юҡһа бер үк көйҙәр ҡабатланыуы ялҡыта бит. Халҡыбыҙҙа меңдән ашыу халыҡ йыры бар. Ниңә шуларҙы киңерәк файҙаланмаҫҡа? Халыҡ бер үк йыр һорай, тиҙәр. Әммә халыҡты үҙебеҙ шуға өйрәтеп, күндереп бөтөрҙөк бит инде.
Вәкил Хажин, Сибай дәүләт институты профессоры:
− Халыҡты асылда, минеңсә, ике әйбер йәшәтә – тел һәм мәҙәниәт. Сәйәсәткә йоғонто яһай алмауыбыҙ ихтимал, ә бына телде һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә иғтибарҙы телебеҙгә ҡағылған хаталарға йүнәлткем килә. Бигерәк тә радио-телевидениела күп ундай хаталар. Был үтә лә хәүефле, сөнки гәзит-журналды меңләгән кеше генә уҡыһа, радионы миллионлаған тамашасы тыңлай. Һөҙөмтәлә ул хаталар халыҡ телендә тамыр йәйә башлай. Бөгөн радио-телевидениела башҡорт теле татар теленең бер вариантына әйләнеп бара түгелме? “Мышар” һүҙе урынына тик “миләш” ишетелә унда, ә бит башҡорттоң 90 проценты мышар тип һөйләй. Башҡорттоң йөҙ проценты “күтәрмә” ти, ә беҙҙең радио-телевидениела “болдор” яңғырай. “Яңғыҙ” урынына “ялғыҙ”, “йондоҙ” урынына “йолдоҙ” тип тә әйтеп ҡуялар. Шулай уҡ ялғауҙарҙа ла тупаҫ хаталар ҡабатлана: “сығырһыңмы” урынына “сығАрһыңмы” ишетелә. Саф башҡорт өндәре юғала бара. Мәҫәлән, “а” өнө телебеҙҙә гел асыҡ итеп яңғыраған, ә радиола ул хәҙер йомоғораҡ, татар теленә оҡшатып әйтелә. Бынан тыш, баҫымды ла дөрөҫ итеп ҡуймайҙар. БарАлар түгел, баралАр, бӨтмәҫ-төкӘнмәҫ түгел, бөтмӘҫ-төкәнмӘҫ дөрөҫ була беҙҙә. Телебеҙгә һаҡсылыраҡ ҡарап эш итһен ине киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре.
Спартак Ильясов, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре:
− Беренсенән, башҡорт матбуғатының таралып китә алмау сәбәбе туранан-тура дәүләткә бәйле, минеңсә. Район хакимиәттәрендә башҡортса уҡый белмәгән етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр ултыра. Уларҙың битарафлығы баҫмаларыбыҙға зыян килтермәй ҡалмай, әлбиттә. Гәзит-журналдарыбыҙға хаҡтар ҙа йылдан-йыл арта бара. Баҫмаларҙы арзаныраҡ юл менән халыҡҡа еткереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәктер. Матбуғаттың сифаты тураһында һүҙ йөрөткәндә, мәҡәләләрҙең, нигеҙҙә, маҡтау һүҙҙәренә генә ҡоролоп сығыуын билдәләр инем. Экология, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе бик аҙ яҡтыртыла киң мәғлүмәт сараларында. Ғөмүмән, тәнҡит һүҙенең ишетелмәүе беҙҙә ҡурҡыу тойғоһона бәйле, тип уйлайым. Әммә иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр бит.
Мәғлүмәт саралары, әҙәби тел тип, ниндәйҙер ҡалыплашҡан, көсләп тағылған телгә күсеп бөттө кеүек. Ерле һөйләш һүҙҙәре файҙаланылмай. Диалект һүҙҙәрен ҡулланып яҙылған хатты ла төҙәтәләр. Бының менән телебеҙҙе ярлыландырабыҙ ғына бит.
Әйтелгән ҡайһы бер фекерҙәр буйынса бәхәстәр тыуһа ла, мөхәррирҙәр бар етешһеҙлектәрҙе танып, тәнҡитте лә, тәҡдимде лә ыңғай аңлап ҡабул итте. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар, редакцияларҙың үҙҙәрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәрәк, тигән уртаҡ ҡарарға килде.
М. ИҡСАНОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»