RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшлек-шоу”ға – 20 йыл

18.12.2012 “Йәшлек-шоу”ға – 20 йыл

“Йәшлек-шоу”ға – 20 йыл
Конгресс-холда “Йәшлек-шоу – 2012” йыр-моң фестивале үтте. Был сағыу сараның ойошторолоуына быйыл егерме йыл тулды. Шуға күрә әлеге фестиваль айырыуса үҙенсәлекле, әһәмиәтле булып торҙо. Гала-концерттың тәүге өлөшөндә йәш йырсылар сығыш яһаһа, артабан фестивалгә саҡырылған ҡунаҡтар – тамашасы һөйөүен яулаған билдәле йырсыларыбыҙ сәхнә түренә күтәрелде.
– Быйылғы фестивалдә егерме йыллыҡ эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре барланасаҡ. Уҙған йылдарҙа сығыш яһаған һәм бөгөн дә иң популяр һаналған йырсыларыбыҙҙы ҡотлап үтәсәкбеҙ. Был һуңғы егерме йыл эсендә башҡорт эстрадаһы тормошона һығымталар яһау кеүегерәк була. Моғайын, киләһе йылда «Йәшлек-шоу» тигән фестиваль булмаҫ та. Уны махсус йыр-моң конкурсы итеп ойошторорбоҙ, бәлки, – тине концерт алдынан Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Айгөл ҡужәхмәтова.
Тиҫтәнән ашыу йәш ҡатнашыусы өр-яңы йырҙарын яңғыратты. Һәр кем башҡаларҙан айырылып торорға, үҙенә генә хас һыҙаттарҙы күрһәтергә тырышты. Бәғзе ҡатнашыу­сылар сәхнәгә үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән сыҡты, ә кемдер өсөн композитор Урал Иҙелбаев махсус йыр яҙҙы. Йыртҡыс һәм Касл дуэты рэп стилендә үҙенсәлекле йырын тәҡдим итте, Сәриә Сөләймәнова матур тауышы менән алдырҙы. “Хан ҡыҙы” төркөмөнөң сығышын да оҡшатты тамашасы. Был төркөм бер ай элек кенә ойошторолған. ҡыҙҙар бер-береһен “Һомай” студияһы аша табышҡан. Киләсәктә лә бергә ижад итергә йыйыналар. БДПУ студенты Илмир Бирғәлин талғын лирик йыр башҡарып, вокаль оҫталығы менән айырылып торҙо. “Йырҙы минең өсөн Урал Иҙелбаев яҙҙы. Күңелемә халыҡ йырҙары яҡын. Сәхнәнән оҙон көйҙәрҙе башҡарырға теләйем киләсәктә”, – ти егет.
Концерттың икенсе өлөшө тамашасылар күңеленә бигерәк тә хуш килгәндер. Гөлдәр Ишҡыуатованың билдәле “Һандуғас” йырын башҡарыуы, “Аҡйондоҙ” төркөмөнөң тулы состав менән 1994 йылда фестивалдә яңғыратҡан “Һуңғы осрашыу” хитын йырлап ишеттереүе, Дим Мәннәнде иҫкә алыу һәм уның 12 йәшлек улы Йософтоң “Мин ҡыуанам” йырын сәхнәгә сығып йырлауы, Сәғиҙулла Байегеттең бөтә залды торғоҙоп бейетеүе, Роберт Юлдашевтың ялҡынлы сығышы – быларҙың барыһы ла быйылғы фестивалдең онотолмаҫлыҡ ваҡиғалары булып хәтерҙә ҡаласаҡ.

Азат ЙЫҺАНШИН, режиссер:
– «Йәшлек-шоу»ға күптән килеп ҡайтырға хыялланып йөрөй инем. Ниһайәт, форсат табылды. Йәштәрҙе тәнҡитләргә кәрәкмәй. Һәр нәмәнең үҙ мәле бит. Мин үҙем ҡалала үҫтем, ҡурайҙың әһәмиәтен аңламай ҙа торғайным. Әммә ваҡыт үҙенекен итте. Хәҙер күберәк халыҡ йырҙарын тыңлайым. Бөгөнгө йәштәр ҙә үҙҙәренсә йырлап, бейеп туйһа, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән башҡортлоҡ уларҙы барыбер тартасаҡ. Йәштәргә кәңәшем шул: үҙҙәренең фекере булһын. Беҙ алтынды һәр ваҡыт ҡайҙалыр ситтән эҙләйбеҙ, ә ул аяҡ аҫтында ғына ята бит. Уны бары тик күрә белергә кәрәк.

Урал ИҘЕЛБАЕВ, композитор:
– «Йәшлек-шоу» фестиваленең финалы гел тыуған көнөмә тура килә. Шуға күрә был сара минең өсөн һәр саҡ икеләтә байрам булып тора. Йәштәргә халыҡ моңона таянып ижад итеүҙәрен теләйем. Халыҡсанлыҡҡа нигеҙләнеп, ниндәй үрҙәргә күтәрелеп булыуын, мәҫәлән, Роберт Юлдашев беҙгә сағыу сығыштары менән күрһәтеп тора. Донъя кимәлендә танылыусылар ҙа иң тәүҙә үҙ халҡының хазинаһына таяна бит. Әйтәйек, Латин Америкаһы башҡарыусылары индеецтар сәнғәтен үҙләштереп, билдәлелек яулай.

Заһир ҡОТЛОСУРИН, продюсер, жюри ағзаһы:
– Быйылғы сара үтә лә үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле. Ойоштороусылар егерме йыл эсендәге иң сағыу ваҡиғаларҙы тотоп алып, ике сәғәтлек кенә программала уларҙы күрһәтә алған. Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан йәштәр маҡтауға ғына лайыҡ. Сөнки тамашасыға үҙеңде күрһәтеү – үҙе батырлыҡ ул.
Башҡарыу кимәле – икенсе мәсьәлә, иң мөһиме – йәштәрҙең беренсе аҙым яһауы, үҙҙәренә маҡсат ҡуйыуы. Аҫыл йырсыларыбыҙҙың күбеһе тап «Йәшлек-шоу»ҙан үҫеп сыҡты. Эстрадала тәүге тапҡыр башҡортса сығыш яһаусыларҙың сәхнәһе ул. Ошо күҙлектән фекер йөрөткәндә, фестиваль дауам итергә тейеш, әлбиттә. Әгәр ҙә булмай икән, урынына был конкурсты алмаштырырлаҡ сара уйларға кәрәк буласаҡ.
Заһир ИШКИНИН, жюри ағзаһы:
– Жюри был юлы иң тәүҙә сығыш яһаусылар­ҙың вокаль оҫталығына, тауышына иғтибар итте. Быйылғы ҡатнашыусылар­ҙың кимәле насар түгел, тип әйтер инем. Бында икенсе проблема бар. Райондарҙа ла талантлы йәштәр күп бит. Әммә улар­ҙың күбеһе Өфөгә килеп етә алмай, конкурстан ситтә тороп ҡала. Шуға күрә “Йәшлек-шоу”ҙа, нигеҙҙә, ҡалала йәшәгән һәм уҡып йөрөгән ҡыҙҙар-егеттәр ҡатнаша.
Ике тиҫтә йыл эсендә ошо фестиваль үткәрелеүе арҡаһында ла бик күп йырсы ҙур сәхнәгә аяҡ баҫты, башҡорт эстрадаһы күҙгә күренеп төрлөләнде. Мәҫәлән, элек этно-рок стилендә “Каруанһарай” төркөмө генә ижад итһә, хәҙер “Арғымаҡ” һәм башҡалар барлыҡҡа килде, ди-джейҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, хәҙер уларҙы һайлап алыу мөмкинлеге бар. Ә һайлау мөмкинлеге була икән, ижадсылар­ҙың сифаты ла арта барасаҡ. Сөнки һәр кем тамашасы һөйөүе өсөн көрәшә.
Башҡорт йырсыларының республика ғына түгел, ил, донъя кимәлендә танылыуын, билдәлелек яулауын теләйем. Бының өсөн, бәлки, башҡарыусыларыбыҙға ситкә тәүҙә инглиз телендә ижад ителгән йырҙар менән сығырға кәрәктер. Танылыу яулағас инде туған телебеҙҙе лә уңышлы ғына итеп бөтә донъяға яңғыратырға булыр ине. Әлбиттә, талант менән генә донъя кимәленә сығыуы ауыр. Беҙҙә төп проблема – аҡса юҡлығы. Икенсе мәсьәлә – белгестәр етешмәүе. Мәҫә­лән, продюсерҙарыбыҙ юҡ. Нишләптер был һөнәргә эйә булырға теләүселәр бик аҙ. Ә бит Мәскәү, Санкт-Петербургта бюджет нигеҙендә лә продюсер һөнәренә уҡыталар. Башҡорт эстрадаһында күп аҡса эшләп булмай, тигән фекер ҙә тарал­ған. Был дөрөҫ түгел, сөнки ошо өлкәлә генә шөғөлләнеп аҡса эшләй алған шәхестәребеҙ бар. Бөгөнгө йәштәргә иһә тырышлыҡ сифаты етешмәй, миңә ҡалһа. Сөнки күбеһе, мин бер йыр йырлайым да шуның менән «йондоҙ» булып китәм, тигән фекер менән йәшәй. Әммә был хыял тормошҡа ашһын өсөн, бер түгел, ун, егерме, ҡырҡ йырың булырға тейеш. Йәштәр тышҡы ҡиәфәттәренә лә иғтибар итһен ине. Кейемдәре, үҙ-үҙҙәрен тотоуы, һөйләшеүҙәре башҡаларҙан айырылып, «йондоҙ» сифатына тап килеп торорға тейеш бит.

Мөнир ИҡСАНОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.


«Йәшлек-шоу – 2012» фестиваленең һөҙөмтәләре

«Өмөт» номинацияһы – Рүзилә Йәмилова,
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһы – «Хан ҡыҙы» төркөмө,
«Йыл асышы» номинацияһы – Илмир Бирғәлин.

«Йәшлек-шоу» фестиваленең егерме йыллыҡ һөҙөмтәләре

«Иң яҡшы шоумен» – Шаһит Хамматов,
«Иң яҡшы ди-джей» – ди-джей-Хан,
«Иң яҡшы клипмейкер» – Рияз Исхаҡов,
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ төркөмө» – «Һомай»,
«Башҡорт йыр-моңон пропагандалаусы» – «ҡурай» телеканалы һәм «Юлдаш» радиоһы,
«Иң яҡшы продюсер» – Заһир ҡотлосурин,
«Иң яҡшы рэппер» – МС Баш (Заһит ҡунафин),
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ йырсы» – ‒ Гөлдәр Ишҡыуатова,
«Иң яҡшы поп-төркөм» – «Шау-шоу»,
«Иң яҡшы хитмейкер» – Рөстәм Ғиззәтуллин,
«Иң яҡшы композитор» – Урал Иҙелбаев,
«Иң яҡшы ир-егет йырсы» – Сәғиҙулла Байегет,
«Башҡорт эстрадаһы легендаһы» – «Дәрүишхан» төркөмө,
«Иң яҡшы музыкант» – Роберт Юлдашев.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы