RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт театры мэтры Олег Ханов «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙы ҡуйҙы

20.11.2012 Башҡорт театры мэтры Олег Ханов «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙы ҡуйҙы

Башҡорт театры мэтры Олег Ханов «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙы ҡуйҙы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында етәкселек алмашынғас, коллективта борсолоуҙар ҙа булмай ҡалмағандыр. Берәүҙәр, яңы һепертке яңыса һеперәсәк, тип борсолһа, икенселәр ошо уҡ театрҙа үҫкән һәм ҡанат нығытҡан актерҙың художество етәксеһе булып тәғәйенләнеүенә шатланғандыр.
Ил кимәлендә танылыу яулаған талантлы театр эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов яңы миҙгелгә әҙерләнгәндә үк, мин күсәгилешлек яҡлымын, шуға күрә репертуар менән кадр­ҙар сәйәсәтенә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерергә йыйынмайым, быға тиклем башланған проекттарҙы тамамлап ҡуясаҡбыҙ, тип белдерҙе. Уның фекеренсә, Башҡорт дәүләт академия драма театрының традицияларын тергеҙеү мөһим. Һуңғы йылдарҙа театрға ҡуйыусы режиссерҙарҙың ситтән килеүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Быны хилаф эш тип әйтергә лә ярамай, тик яттарҙың күп булыуы театрҙың үҙ традицияларын һәм рухын юғалтыуға килтерә. Туған театрына әйләнеп ҡайтыусы Олег Закир улы, иң тәүҙә актер­ҙар мәктәбен тергеҙеүгә барлыҡ көсөмдө һаласаҡмын, тине. Худо­жество етәксеһенең ғәйәт ҙур тамаша әҙерләгәнен ишетеп, театр һөйөүселәр оло тулҡынланыу менән яңы спектаклде көттө. Етмәһә, ул рус драматургы Александр Островскийҙың «Бир­нәһеҙ ҡыҙ» әҫәре буйынса булып сыҡты.
Был әҫәр бөгөн дә ныҡ актуаль, сөнки беҙҙең йәмғиәттә матди байлыҡ беренсе урынға сыҡты. Автор пьесаны ижад итеү өҫтөндә өс йыл эшләй һәм һуңынан былай тип таный: «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙы барыһы ла бер тауыштан минең ижадымда иң яҡшы әҫәр тип баһаланы». Әҫәрҙә күтәрелгән проблема барыбыҙға ла яҡшы таныш: матди байлыҡҡа ҡыҙығыу тойғоһо һәр шәхестең күңелен, рухи ҡиммәттәрен юҡҡа сығара, ә донъялағы иң яҡты хис – мөхәббәтте иҙгесләп-тапап уҙып китә. Ла­риса – пьесаның иң сағыу һәм ҡыҙғаныслы образы. Донъя малы артынан ғына ҡыуған Паратовҡа ғашиҡ булыу иҫ киткес һылыу, талантлы, хисле, ғорур, ләкин бирнәһеҙ ҡыҙҙы һәләкәткә килтерә. Аҡса һәм саф мөхәббәт бер-береһе менән һыйышып бер ҡаҙанда ҡайнай алмай шул. Ә Паратов иһә, артабан хыянат орлоҡтарын сәсеп, кеше күңелен, ғүмерен бер тингә лә һанламаясаҡ...
Беҙ Эльдар Рязановтың «Жестокий романс» фильмы аша был әҫәр менән яҡшы танышбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, спектакль дә тап ошо фильм кеүек булырға тейеш тип күҙ алдына килтерәһең. Һәр ваҡыт ниндәйҙер эталон эҙләүсе тамашасы, башта фильмды ҡарағанлыҡтан, актерҙар тап ундағы кеүек уйнарға тейеш, тип уйлай. «Академ»дарға Лариса Гузеева, Алиса Фрейндлих, Никита Михалков, Андрей Мягков, Алексей Петренко, Георгий Бурков кеүек талант эйәләренең уңышынан һуң, әлбиттә, уйнауы еңелдән булмағандыр. Лариса ролендә Гөлмирә Исмәғилева һәм Рәзифә Динмөхәмәтова, Огудалова – Илһөйәр Ғизетдинова, Нурия Ирсаева, Паратов – Азамат Ғафаров, Карандышев – Артур ҡунаҡбаев, Кнуров – Заһир Вәлитов, Илдар Сәйетов, Вожеватов – Сәғиҙулла Байегетов, Руслан Хәсәнов, Робинзон – Рәүис Заһитов, Илдар Ғүмәров, Карандышевтың инәһе – Шәүрә Дилмөхәмәтова. ҡайһы бер ролдәрҙе ике состав уйнағанлыҡтан, актерҙарҙы, әлбиттә, сағыштырыуҙар юҡ түгел. Олег Закир улы актерҙарға алдан фильмды, төрлө коллективтар башҡарған спектаклдәрҙе ҡарауҙы ҡәтғи рәүештә тыя, художество етәксеһе әҫәрҙең трактовкаһын үҙенсә, бөтөнләй башҡа төрлө итеп күҙаллай.
Ысынлап та, артистар фильмдағы ролдәрҙе ҡабатламай, уларҙың һәр береһе образдарҙы үҙенсәлекле уйнай. Тәрән хис-кисерештәр менән тамашасыны һиҫкәндерә алды улар. Бигерәк тә Карандышев образы Рязановтың яратҡан актеры Андрей Мягковтың уйнауынан айырылып торҙо. Беҙ белгән ҡурҡаҡ, төҫ-башҡа йәмһеҙ, бер ниндәй ҙә принциптарһыҙ Карандышев түгел, ә үҙенең йөрәк яраһы – яуапһыҙ мөхәббәте менән һыҡраған, оло һөйөүен мыҫҡыллауҙарына әрнегән, һәр ҡыҙҙың йөрәген яулағандай сибәр Карандышев менән бергә иланы тамашасы.
Тамашала барыһы аҡ һәм ҡара төҫтәрҙә, ә бындай фонда актерҙарҙың йөҙҙәре, ҙурайта торған быяла аҫтындағы кеүек, тағы ла мәғәнәлерәк күренә. Режиссерҙың ваҡиғалары әҫәрҙәге дәүергә тура килмәй, беҙ уҙған быуаттың егерменсе йылдарындағы Америкаға бәйле күренештәргә шаһит булабыҙ. Сәхнәлә ҡош мамығы, ебәк күлдәктәр, алмас-гәүһәр, стэп бейеүе, гангстерҙар стиле өҫтөнлөк итә. Спектаклдең оҫта, үҙенсәлекле ҡуйылышы рәссам Альберт Нестеров, балетмейстер Сулпан Асҡарова, музыкант Илшат Яхин һәм режиссер, бер бөтөн организм кеүек, бер-береһен аңлап эш итә алған тигәнде аңлата.
Хановтың, актер булараҡ, башҡарыу оҫталығы юғары. Был хаҡта спектаклдең сағыу персонаждарына ҡарап төшөнәһең. Актерҙар һәр репликаны әйткәндә йөҙ-хәрәкәте менән сәпкә тейеп, уйынын ҡеүәтләп, тамашасыны инандырып ҡуя.
Сәхнәлә ысын тормоштағы кеүек йәшәү, ялғанламау – режиссерҙың оло уңышы, «Бирнәһеҙ ҡыҙ» әҫәрендә уйнаусы актерҙарҙың тап ошо сифаттары иң тәүҙә күҙгә ташланды ла инде. Был әҫәр театрҙың репертуарында лайыҡлы урын аласаҡ. Һуңғы йылдарҙа сәхнә түренә менгән илке-һалҡы бейеүҙәр, йырҙар, ҡыланыу­ҙарға ҡоролған еңел комедиялар, дөрөҫөн әйткәндә, ялҡытты. Бәлки, бөгөнгө тамашасы күберәк ошо жанр­ҙы үҙ итәлер. Шулай ҙа, театрҙан сыҡҡас, әҫәрҙең фәлсәфәһе хаҡында, исмаһам, берәй тәүлек уйланып йөрөмәһәң, тимәк, театрға барыуың бушҡа булған, минеңсә.
Өмөттәрҙе аҡланығыҙ, рәхмәт һеҙгә, Олег Закир улы! Башҡорт театры мэтрына һоҡланабыҙ, уның менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ!
Премьеранан алда спектаклде тапшырыуҙа, театр коллективынан тыш, матбуғат вәкилдәрен дә йыйыу тәүгә һәм беҙҙең өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды. Театрҙың матбуғат секретары Зилә Сәғәҙиева вәғәҙәләүенсә, ябыҡ күрһәтеүгә журналистарҙы саҡырыу, матбуғат конференцияһы уҙғарыу йолаға әйләнәсәк.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы