20.11.2012 Театр – тормоштоң асыҡ көҙгөһө
йәки Салауат башҡорт дәүләт театрының «Мөхәббәт күле»нән башланған яңы миҙгеленең уңышлы үтәсәгенә шик юҡ
Тамашасыны ҡыуандырған, моңландырған һәм уйланырға мәжбүр иткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры юбилей миҙгеленә аяҡ баҫты. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин сәхнәләштергән тамаша − билдәле драматург, театрҙың яҡын дуҫы Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле” комедияһы менән асылды.
Тирә-яҡҡа үләттәр ауылы тигән даны таралған ерҙә ике ҡоҙа Хәким (Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев) һәм Кәбир (Фәтих ҡолһарин) йәшәй. Тағы ла унда Ғабдулла ҡарттан (Башҡортостандың халыҡ артисы Миңнулла Иҙрисов) башҡа кеше лә ҡалмаған шикелле.
Көлкөлө, мажаралы ваҡиғалар менән бер рәттән, автор заман проблемаларын да асып һалыуға өлгәшә. Башҡорт ауылдарының бөтөүе, еребеҙгә, һыуыбыҙға ҡул һонған байҙар, шуларҙың аҡсаһына һатылған урындағы етәкселәрҙең мәкерлелеге лә асыҡ һүрәтләнә, мәрхәмәтһеҙ балалар тураһында ла бәйән ителә. Өс ҡарттың да балалары ҡала ығы-зығыһында ҡайнап, ауылға ҡайтырға, аталарының хәлен белергә ваҡыт таба алмай. Ғабдулла ҡарттың ҡалала юғары вазифа биләгән, етеш тормошта йәшәгән улы атаһын ҡарттар йортона урынлаштыра.
Балталары һыуға төшөп, күңелдәре һүрелеп барған ваҡытта ҡарттар бик ҡиммәтле хазинаға тап була. Баҡтиһәң, Хәким ҡарттың ишек алдындағы Һаҫыҡ күле тылсымлы көскә эйә икән! Был турала хатта боронғо сәйәхәтселәр үҙҙәренең көндәлектәрендә яҙып ҡалдырған, имеш. Әгәр ҙә шул күлдә ҡойоноп, уның һыуынан ауыҙ итһәң, йәшлектәге ғәйрәт ҡайтып, дәрт артып китә, ти. Беҙҙең ҡарттар ҙа мөғжизәле күлдең тылсымын татып ҡарамаҡсы була...
Ғүмер буйы ситтә йөрөп, ҡартайған көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән әбейҙәр – Гөлдәр һәм Сәкинә лә (ролдәрҙә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Нәүфилә Яҡупова һәм Наҙгөл Иҫәнбаева) тамашаға йәм өҫтәй.
Мөҙәрис Багаевтың Салауат башҡорт дәүләт драма театрында дүртенсе пьесаһы донъя күрә.
− ҡайһы бер саҡта тормош ысынбарлығын, ҡатмарлы проблемаларҙы комик күренештәр менән биреү күпкә отошло. Тамашасы көлә лә, илай ҙа, уйлана ла. Был театрҙа тәүгә эшләмәйем, һәр артист минең яҡын дуҫыма әйләнде. Азат Йыһаншин менән “Мөхәббәт күле”н тамашасы иғтибарына тәҡдим итә алыуыбыҙға шатмын, − ти драматург.
Әле яңыраҡ ҡына “Туғанлыҡ − 2012” фестиваленең гран-прийына Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының “Мәскәү- Васютки” спектакле лайыҡ булғайны. Ошо театрҙың баш режиссеры Азат Йыһаншиндың “Мөхәббәт күле” спектаклен сәхнәләштереүе лә үҙенсәлекле.
− Наилә Абдулхай ҡыҙы спектакль ҡуйырға саҡырғас, оҙаҡ уйлап тормай ризалаштым. Ут күршеләр булған салауаттар менән эшләп ҡарау теләге күптән бар ине. Ә спектакль һайлау мәсьәләһенә килгәндә, мин күптән ҡуйырға хыялланған Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле”н тәҡдим иттем. Артистар ҙа, Наилә Абдулхай ҡыҙы ла ризалашты. Миңә Салауат артистары менән эшләү оҡшаны, улар ролдәрҙе ихлас башҡара. Тағы ла спектакль ҡуйырға саҡырһалар, шатланып ризалашыр инем, − ти билдәле режиссер.
Был премьеранан һуң театр тормоштоң асыҡ көҙгөһө икәненә тағы ла инандым. Жанры буйынса комедия булыуына ҡарамай, спектакль тамашасыны тормош мәғәнәһе, рухи ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итте. Ике көн барған премьерала зал шығырым тулы булды. Мөғжизәле “Мөхәббәт күле” менән башланып киткән миҙгелдең уңышлы үтеренә шик юҡ.
Альбина ҡотлогилдина.
Зилә Сәлимова фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»