RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәрилкәләр ниңә Башҡорт телевидениеһына битараф?

16.11.2012 Тәрилкәләр ниңә Башҡорт телевидениеһына битараф?

Тәрилкәләр ниңә Башҡорт телевидениеһына битараф?
Уҙған шәмбелә мин йәшәгән туҡталышта митинг үтте. Тәүҙә, уны алыҫтан күреп, сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе, ахыры, тип уйланым. Бәлки, берәй аҙыҡ-түлек һатып алырмын, тип яҡынлашһам, «Татарҙар! Беҙҙең ТНВ каналын ҡарарға конституцион хоҡуғыбыҙ бар!», «Вся Уфа», включи передатчик татарского ТВ» тигән яҙыуҙар тотҡан егермеләгән кешене күреп, аптырашта ҡалдым. Һуңынан асыҡланыуынса, «Вся Уфа» телекомпанияһында билдәһеҙ кешеләр ТНВ-ны трансляциялаған кабелде өҙөп киткән һәм ошо сәбәпле ҡәрҙәштәребеҙ ризаһыҙлығын белдереп, шау-гөр килә, имеш. ТНВ каналының ике-өс көн күрһәтмәй тороуына, ана, нисек асыуҙары килә, ә беҙ, башҡорттар, һигеҙ йыл тирәһе кабель каналдарынан туған телебеҙҙәге тапшырыуҙарҙы ҡарай алмай, мәхрүм йәшәп тә, исмаһам, бер тапҡыр тауыш күтәрҙекме?!

Нимә ул юлдаш (спутник) телевидениеһы?

Юлдаш тапшырыуының традицион тапшырыу­ҙарҙан (эфир, кабель) төп айырмаһы – һанлы сифаты һәм теле, радиоканалдарҙың айырыуса күп булыуы. Юлдаштар Ерҙән 36 мең километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡанға күрә уларҙың тапшырыу сигналдары бер нисә төбәкте, хатта илдәрҙе ҡаплап ала. Телевизорығыҙҙа ни бары 3 – 5 канал булып, улары ла насар күрһәтә икән, спутник һеҙҙең ҡотҡарыусығыҙ. Сигналдар һанлы форматта тапшырыла, шунлыҡтан тапшырыуға төрлө тауыштар, тотҡарлыҡтар ҡамасаулай алмай.
Спутник тәрилкәһе һәм ресивер (тәрилкә менән идара итеү өсөн приемник) ярҙамында «асыҡ» (түләүһеҙ) һәм «ябыҡ» (түләүле) юлдаш каналдарын ҡарарға мөмкин. Республикабыҙҙа 55 сантиметр һәм 1,8 метрлыҡ тәрилкәләр менән спутник сигналдарын ҡабул итәләр. Бик күптәр өсөн оҙайлы ваҡыт «Ямал 201 90Е» тәрилкәһе популяр булды. Һуңғы йылдарҙа, юлдаш тапшырыуҙарын тоташтырыу буйынса ойошмалар ныҡлы үҫеш алыу сәбәпле, «Триколор», «Радуга», «НТВ+», «Континент» һәм башҡа юлдаш телевидениелары барлыҡҡа килде. Улар Eвтелсат – W4, Интелсат 15, ХотБирд13E, АБС − 1 һәм башҡа ҡатмарлы исемле спутниктарға тоташҡан.

БЮТ һәм ТНВ каналдарын сағыштырғанда

Райондарҙа спутник антенналары киң таралыу алғас, күп ғаиләләр улар аша Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарап булмаясағын аңлап, аптырашта ҡалды. Күпме аҡса түгеп тәрилкә ҡуйҙыртыу һәм Башҡортостанда йәшәп, башҡорт телевидениеһын ҡарай алмауға йәнең әсенмәҫ ерҙән әсенер. Баҡһаң, БЮТ тапшырыуҙары 2004 йылда донъяға Интелсат 904 спутнигы аша таралған, ә шул уҡ ваҡытта «Татарстан − Яңа Гасыр» (ТНВ) Евтелсат W4 юлдашына тоташҡан булған. Беҙҙең төбәк һайлаған юлдаш күберәген телефон элемтәһе өсөн тәғәйенләнгән һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәһен генә хеҙмәтләндерә. Ә күршеләрҙең спутнигына 25 илде хеҙмәтләндергән халыҡ-ара «Интерспутник» компанияһы хужа булғанлыҡтан, уларҙың мөмкинлеге лә күберәк булып сыҡты. Рәсәйҙең төп федераль каналдары ла «Интерспутник» менән файҙалана. Шулай итеп, ни өсөн беҙ барлыҡ юлдаш телевидениелары аша үҙебеҙҙең башҡорт каналын ҡарай алмайбыҙ, тигән һорауға яуап ошо була инде. Тимәк, был ике төбәк араһында киң тамашасыларҙы яулау буйынса ярышта БЮТ яҡшы спутникка аҡса йәлләп, стартта уҡ артта ҡалды.
Сит илдәрҙең беҙ ҡараған кабель каналдарын да шул уҡ «Интерспутник» беҙгә еткерә. Сөнки кабель телевидениеларының барлыҡ операторҙары ошо халыҡ-ара ойошма менән килешеү төҙөгән. Татарстан иһә, үҙ сиратында, барлыҡ төбәктәрҙә кабель телевидениелары менән уларҙың биләмәһендә ТНВ каналы күрһәтһен өсөн килешеү төҙөп, Мәскәү, Югра, Көнбайыш Себер, Алыҫ Көнсығыш, ҡаҙағстан, Үзбәкстан ерҙәренә таралды. Теләһә, улар сит илгә – Латин Америкаһы, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Европа, Ғәрәп ярымутрауына ла сыға ала – мөмкинлектәре бар.

Иғтибар! Яңы юлдашҡа
тоташтыҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Триколор» программалары пакетына инмәүе ауылда йәшәүсе күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Әсәйемде генә алып әйтәм, нимәгә миңә спутник тәрилкәгеҙ, башҡортса бер нәмә күрһәтмәгәс, тип ҡара янып йөрөнө ул. «Ярай, исмаһам, «Юлдаш» бар, – тип радионы маҡтай, бер аҙҙан эсе бошоп китә. – ҡыҙым, башҡортса клиптар алып ҡайт, БЮТ-ты ҡарап булмай бит». Ахыры, әсәй өсөн, өй башына оҙон итеп һуҙып, БЮТ антеннаһы эшләп бирҙеләр, ярай әле яҡында, күрше ауыл тауында уның телевышкаһы урынлашҡан.
Телеканалды бер юлдаштан икенсеһенә күсереү оло хеҙмәт һәм күп аҡса талап иткән процесс, райондарҙа спутник ҡорамалдарын икенсе тулҡындарға көйләү өсөн оҙайлы ваҡыт һәм көс кәрәк. БЮТ-ның күп йылдар бындай мөмкинлектәре булманы. Ниһайәт, апрель айында беҙҙең телевидение аҙмы-күпме был өлкәлә алға китте – Интелсат 904 спутнигын Интелсат 15 спутнигына алмаштырҙыҡ.
Башҡортостан телевидениеһының баш инженеры Сергей Буйвалов был хаҡта былай тип аңлатты:
– 2012 йылдың 1 апреленән БДТ, «ҡурай» телеканалдары һәм «Спутник-FМ», «Юлдаш», «Аш­ҡаҙар» радиоканалдары быға тиклем эшләп килгән Интелсат 904 спутнигынан Интелсат 15 спутнигына күсте. Ауылдарҙа 1,2 метрлыҡ тәрилкәләр менән БЮТ-һын иркен ҡарап була. Ә кемдең тәрилкәһе бәләкәйерәк, уларға белгестәрҙе саҡыртып, «Триколор-Себер» телевидениеһына тоташырға кәрәк. Сөнки Интелсат 15 спутнигы «Триколор-Себер» компанияһын хеҙмәтләндерә. Күптәр Себер яҡтарында йәшәүсе түғандарынан, таныштарынан ишеткәндер, ул тарафтарҙа БЮТ бик яҡшы күрһәтә. Республика халҡының күбеһе һайлаған «Триколор» телевидениеһы Көнсығыш Ев­ропа илдәренә йүнәлтелгән. «Триколор-Себер» телевидениеһы «Бонум-1» тип аталған яһалма юл­даш аша Рәсәй юлдашына ла тоташҡан. Бының аша Себер, Урал һәм өлөшләтә Алыҫ Көнсығыш фе­дераль округтарында тапшырыуҙар алып барыла.
Ике юлдаш өсөн дә түләү беҙҙең хәлдән килмәй, шунлыҡтан береһен − мөмкинлектәре күберәген генә һайларға тура килде. Киләсәктә иркенләп республиканың барлыҡ нөктәләренән арзан юлдаш ҡорамалдары аша ҡарай алырлыҡ телевидение өсөн тырышасаҡбыҙ. Барлыҡ етешһеҙлектәр финанс өлкәгә барып теркәлә. Шунлыҡтан, иң алдынғы юлдаш телевидениелары исемлегенә инер өсөн, Башҡортостан Хөкүмәтенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Тик әлегә проблема асыҡ ҡала.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы