06.11.2012 Театрға йөрөй беләһеңме?
Премьераларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Был юлы ла, миҙгелдең сағыу премьераларының береһе, тигәнде йыш ишеткәс, юл тоттом үҙебеҙҙең академтеатрға. Һүҙ юҡ, Софоклдың “Эдип батша”һы иғтибарға лайыҡ әҫәр. Танылған актерҙарыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев, Алмас Әмиров теләһә ҡайһы ролендә лә тамашасыны әсир итә. Театрҙың йәш һәләттәренең дә йылдан-йыл сағыулана килеүен күреп шатланам.
Тик әле маҡсатым спектакль, актерҙар тураһында яҙыу түгел, ә тамашасы хаҡында ине.
Мин театрға барған һайын, их, зал тулы ғына булһа ярар ине, тип уйланып барам. Ярым буш залдың актерҙарға тәьҫирен уйлап хафаланам. Барғанымда Өфөлә йәшәүсе “башҡорт элитаһы”нан бер тиҫтәләбен күрһәм дә күңел үҫеп китә. Юғиһә, халҡым, телем, мәҙәниәтем, тип тамаҡ ярыусылар премьераларға ла килмәһә, уларҙың тар аудиторияла сығыш яһауынан ни файҙа?!
Шулай ҙа була: бер ағай театрҙы тәнҡитләпме тәнҡитләй. Тегенән аныҡ спектаклде һорайым. Тегеһен дә ҡарамаған үҙе, быныһын да. Баҡһаң, әллә нисәмә йыл барғаны ла юҡ икән театрға.
… Был юлы ла торам театр алдында. Сәғәт ете яҡынлаша, килеүселәр урыҡ-һурыҡ ҡына. Билет тикшереүсе лә, кейемде ҡабул итеүселәр ҙә, тамаша залына индереүсе ҡыҙҙар ҙа иҫ киткес илтифатлы, матур, ярҙамға ашҡынып тора. Тәүге ҡыңғырауҙан уҡ залға инеп урынлаштым. Өсөнсөһө яңғырағансы, өс тапҡыр ике телдә лә: “Кеҫә телефондарығыҙҙы һүндереүегеҙҙе үтенәбеҙ…” – тип иҫкәртте микрофон аша сағыу тауыштар. Бик һирәктәр генә тәүге иҫкәртеүҙә үк һүндереп ҡуйҙы.
Бына ут һүнде, тамаша башланды. Шул саҡ залға инеүселәр ҙә күбәйҙе. Дөбөр-шатыр килеп ултырыштылар. Тегендә берәүҙең телефонының уты янды, бында… ҡарашымды сәхнәгә төбәп, инде трагедияға “инеп” киттем тигәндә, бөтә залға нәҙек тауыш менән телефон сәрелдәй башланы. Хужаһы, йәғни хужабикәһе, аңра берәү (башҡаса атай алмайым, ғәфү итегеҙ), уны сумкаһынан бер нисә секунд буйы эҙләне. Тимәк, кемдәргәлер ике телдә өс тапҡыр иҫкәртеү ҙә етмәй, имеш.
Бәлки, тамаша залына ингәндә йә һүндергәнеңде күрһәтергә, йә хеҙмәткәр ҡыҙҙарға күрһәтеп, күҙ алдында һүндереүҙе талап итергәлер?
Спектакль барышында бышылдашыуҙар, пакет ҡыштырлатыу ҙа һирәк күренеш түгел. Әллә шул тиклем үҙҙәрен әллә кем итеп тоталар, әллә тәртип тигәндәре шул сама?
Ярай әле аҙаҡтан артистарға бик теләп ҡул сабабыҙ.
Айсын АҡБУЛАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»