RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Театрына тоғро талант

30.10.2012 Театрына тоғро талант

Театрына тоғро талант
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбиров алтын юбилейын билдәләй
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры егерме өсөнсө миҙгелен асты. ҡасандыр театр-студия булараҡ эшләй башлаған, тора-бара Йәш тамашасылар театры булып киткән мәҙәни ойошманың бөгөнгө көнгә тиклем тоғро актерҙарын бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Илсур Хәбиров − тап театр менән бергә тыуған, үҫешкән, тәжрибә туплаған, театрҙың барлыҡ һөйөнөс-көйөнөстәрен күңеле аша үткәргән артистарҙың бе­реһе. Тамашасыға ишек­тәрен тәү башлап асҡан көндән алып Милли йәштәр театрының таянысына әүерелгән, башҡорт труппаһының төп көсөн тәшкил иткән Илсур Сәғит улы, тап ошо сәхнә менән генә яҙмышым үрелеп үҫкән, ти.
Бала сағынан уҡ Илсур тыуған ауылы Тирәклелә һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай. Холҡо әкренерәк, яйыраҡ булһа ла, уның сәнғәткә дәрт-энергияһы ташып-урғылып тора. Моңло итеп йырҙар башҡарыу тиһеңме, гармунда, баянда уйнау – булмышына йыр-моң һеңгән бәләкәй «ауыл әртисе» тик сәхнә хаҡында хыяллана. Ошо хыял егетте Өфө сәнғәт училищеһына килтерә. Ул вокал бүлегендә тырышып белем ала. Учили­щены уңышлы тамамлаған Илсурҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтына йүнәлтәләр. Ул бер түгел, ике бүлеккә һынау тота һәм вокал, театр бүлектәренә уҡырға инә. Тик уға бүлектәрҙең береһен генә һайлау шартын ҡуялар. Бер уҡы­тыу­сы, мин Хәбировты киләсәктә опера йырсыһы итеп күрәм, ти. Һис тә үҙһенмәгән операны һайлай буламы инде, студент икеләнеп тормай, ҡарарын театр файҙа­һына хәл итә.
Илсур Хәбиров исемле ак­тер­ҙы тәүге күреүем һаман хәтерҙә. Йәштәр театры ауылға «Буш сәңгелдәк» спектакле менән килгәйне. Балалар өсөн тамаша түгел тиһәләр ҙә, өлкәндәрҙең тыйыуына ҡарамай, һүҙемде бирмәй, тәки барҙым клубҡа. Дөрөҫ, спектаклдең мәғәнәһен ул саҡта аңлап етмәнем, ә бына һинд актерҙарына оҡшап торған, өҙөлөп гитарала уйнаған, һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы Ғәле исемле геройҙы уйнаған ағай хәтергә уйылып ҡалды.
Бына ир уртаһы – илле йәшен дә тултыра актер. Әлегә тиклем алтмыштан ашыу роль уңышлы башҡарылған. Әлегә, тип әйтәм, сөнки уларҙың киләсәктә бермә-бер артасағына шик юҡ. Берәү миңә, актерҙар тураһында мәҡәлә яҙа башлаһағыҙ, ниндәй ролдәр башҡарыуы хаҡында тулы исемлек теҙеп сығаһығыҙ, тине. Нисек яҙмаҫҡа инде, актерҙың бар ғүмере ошо образдарҙы тыуҙырыу өсөн эҙләнеүҙәрҙә, ижад ғазабында үтә. Бар күңелен сәхнәгә арнаған Илсур Хәбиров үҙ-үҙенә талапсанлығы, ныҡышмалылығы менән һоҡланыу уята. Бүре балаһы − «Аҡбай ниңә күңелһеҙ?» (Т. Миңнуллин), Инсаф – «Йәйәүле Мәх­мүт» (М. Кәрим), Әмир − «Ауылға ҡыҙҙар килде» (н. Ғәйетбай), община башлығы − «Ла­вина» (Джюджегоглу), доктор Ломбарди − «Ике байға бер шомбай» (К. Гольдони), Микку Ду − «Ун өсөнсө йондоҙ» (В. Ольшанский), Капулетти − «Ромео һәм Джульет­та» (У. Шекспир) – ролдәрҙең һәр береһе тәрән фәлсәфә, һөйөү менән һуғарылған. Ә иң яҡындарына килгәндә, улар – «Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр»ҙә Салауат һәм «ҡыҙ урлау»ҙа Дәүләтбай. Уларҙы тамашасылар ҙа бик йылы ҡабул итә. Береһе − комик, икенсеһе драматик образдарҙы рухланып, ҡанатланып ижад итә, был инде актерҙың һәр амплуала үҙен аса белеүе, ролде урын-еренә еткереп башҡарыуы хаҡында һөйләй. Тағы ла тамашасылар Илсур Хәбировтың Ғәлимен яратты («Диләфрүзгә дүрт кейәү», Т. Миңнуллин) – был образды уҡымышлы, ләкин ҡурҡаҡ йөрәкле, һараныраҡ итеп күрһәтеү спектаклгә ниндәйҙер яңы үҙенсәлек өҫтәне. «Ғилмияза» спектаклендә (Т. Ғарипова) Иҫкебей ролен шундай итеп башҡара, хатта автор һуңынан былай тип яҙасаҡ: «Әҫәрҙе яҙған саҡта күҙ алдымда хәйләкәр ҙә, уҫал да, киң күңелле лә, ярһыу ҙа, сабыр ҙа образ торҙо. И. Хәбиров, әйтерһең дә, минең уйҙарҙы уҡыған!»
Илсур Хәбировтың төндәр буйы йоҡламай нисәмә ролгә сарыф ителгән көсө бөгөн халыҡ мөхәббәте булып үҙенә әйләнеп ҡайтты. Хөрмәтле юбилярға артабан да ҡабатланмаған, күп төрлө образдар тыуҙырып, оҙаҡ йылдар туған театры сәхнәһен шаулатырға яҙһын!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы