19.10.2012 Яңы Дуэт
Ян Лираның моңло тауышын, дәртле йырҙарын йәштәр һәр ваҡыт түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ул һәр ваҡыт яңы йүнәлештәр эҙләүе менән дә күптәрҙән айырылып тора. Әлеге ваҡытта йәш башҡарыусы рус телле йырсы, үҙе йырҙар ижад иткән Саша Валет менән йырлап ҡарарға булған.
− Беҙ Саша менән гастроль мәлендә таныштыҡ. Характерҙарыбыҙ менән бер-беребеҙгә ныҡ оҡшағанбыҙ, шуға ла тиҙ генә уртаҡ тел табып, дуҫлашып та киттек. Аралаша торғас: “Ә ниңә бергә йырлап ҡарамаҫҡа әле?” − тигән уй килде. Шулай итеп, рус телендә йырлай башланыҡ. Ә әле яңыраҡ башҡорт телендә “Һау булып тор, һылыу, ярай!” йырын башҡарҙыҡ. башҡортса тағы ла өс йыр әҙерләйбеҙ. Маҡсаттар күп, ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала. Йыр-моңобоҙҙо яратҡан тамашасыларыбыҙҙы концерт менән дә ҡыуандырырға ине», − ти Ян, киләсәккә пландары менән уртаҡлашып.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»