RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

19.10.2012 "Ике килгән ғүмер"

"Ике килгән ғүмер"
Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" киностудияһы Өфөләге "Родина" кинотеатрында "Ике килгән ғүмер" исемле тағы бер документаль фильмының исем туйын үткәрҙе. Ул Ванкуверҙағы Паралимпия уйындары чемпионы, билдәле яҡташыбыҙ Ирек Зарипов хаҡында. Фильм яңыраҡ ҡазанда үткән Халыҡ-ара мосолман киноһы фестиваленең конкурс программаһында ла күрһәтелгән.
Ирек Зариповтың ата-әсәһе, ҡатыны, үҙенең хәтирәләренән торған һәм бала сағынан алып бөгөнгө ҙур ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән фильмдың авторы − Мәғәфүр Тимербулатов.
Паралимпия уйындары чемпионы тураһында фильм төшөрөү идеяһы барлыҡҡа килеүе тураһында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова: "Беҙҙең өсөн мәктәптә уҡығанда роман, повесть герой­ҙары, шунан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар өлгө булып торҙо, ә хәҙерге йәштәр экран “йондоҙҙар”ын герой тип һанай. Ләкин тормошта ла ысын кеше, ысын геройҙар осрай. Улар − беҙҙең менән бер үк һауаны һулап, эргәбеҙҙә йөрөгән ябай кешеләр. Ундайҙар үҙҙәренең эштәре, йәшәү рәүеше менән дә беҙгә өлгө булып тора. Ирек Зарипов кеүек көслө шәхестәр беҙҙең йәш быуын өсөн герой булырға тейеш тип һанайым", − тине.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла чемпионыбыҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтеп үтте.
− Ауыр тормош һынауҙарынан һынмай, үҙеңдә йәшәргә көс табыу − был героизм. Ундайҙарҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тиһәк тә, улар күбебеҙҙән өҫтөн тора. Ирек Зариповтың еңеүҙәре − һис шикһеҙ, уның ғаиләһе, яҡындары, тренеры эшенең һөҙөмтәһе. Был фильм күптәргә йәшәү көсө бирер, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыр тип уйлайым, − тине ул.
− Тормош еңел түгел, ләкин барыһы ла үҙеңдән тора, һәр кем тормошон үҙе ҡора. Яҡындар, атай-әсәй ярҙамы ла булырға тейеш, ләкин, башлыса, үҙең тырышырға тейешһең. Теләгеңә ирешергә теләһәң, бар ҡыйынлыҡтарҙы үтергә тура киләсәк, ләкин аҙаҡтан һине уңыш көтәсәк. Мин ауыр саҡта һынып төшмәнем, алға ынтылдым һәм уңышҡа өлгәштем. Был еңел түгел, әммә мөмкин, − тип фильмды ҡарағандан һуң үҙ уй-фекерҙәре менән бүлеште Ирек Зарипов.
Фильмға килеүселәрҙең күбеһе йәштәр булып сыҡты. Ысынлап та, Ирек Зарипов үҙенең тормошо менән беҙгә яҡшы өлгө, ысын героизм сифаттарын күрһәтә. Йәш быуын тап шундай кеше­ләр­ҙән өлгө алһын ине.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы