RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң яҡшы спектакль, режиссер һәм актер – Башҡортостандан!

18.09.2012 Иң яҡшы спектакль, режиссер һәм актер – Башҡортостандан!

Иң яҡшы спектакль, режиссер һәм актер – Башҡортостандан!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында V халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивален ябыу тантанаһы үтте
Баш ҡалабыҙҙа барған оло мәҙәни сарала һигеҙ көн эсендә 22 конкурс һәм ҡунаҡ спектаклдәре күрһәтелде, уларҙы һигеҙ меңдән ашыу тамашасы ҡараны. Фес­тивалдә Сыуаш Республикаһы, Әзер­байжан, Башҡортостан, Татарстан, Саха-Яҡут, Ғағауз (Молдова), Алтай, Хаҡас, ҡумыҡ (Дағстан), ҡаҙағстан, ҡыр­ғыҙстан, ҡырым татарҙары (Украина), Төркиә, ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы төрлө сағыу тамашалар тәҡдим итте. Шулай уҡ фестиваль барышында республиканың барлыҡ театрҙарының ҡунаҡ спектаклдәре күрһәтелде.
Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР Президентының ҡотлау һүҙҙәрен еткергәндән һуң, былай тине:
– «Туғанлыҡ» 15 театр коллективы, фестивалдең оло эш башҡарған тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ғына түгел, ә тотош ҡайнап торған мәҙәни тормош ул. Аҙна буйына матбуғат биттәрендә конкурста ҡатнашыу­сы театрҙарҙың спектаклдәре ҡыҙыу тикшерелде. Фестивалдең барышы тураһында гәзит, радио һәм телевидениела тамашасылар үҙ фекерен белдерҙе. Республика быйыл конкурсҡа театр­ҙарҙы мөмкин тиклем күберәк йыйыу бурысын ҡуйғайны, маҡсатыбыҙға ирештек. РФ һәм БР Театр эшмәкәрҙәре союздарына, РФ Мәҙәниәт министрлығына, «ТӨРКСОЙ» ойошмаһына, БР Мәҙәниәт министрлығына дуҫтарыбыҙҙы, коллегаларыбыҙҙы һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйыуҙа оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.
Иң яҡшы спектакль, режиссер һәм актер – Башҡортостандан!
Фестивалдә ҡатнашыусылар белдереүенсә, «Туғанлыҡ» драматургтар өсөн генә түгел, сәхнә кешеләре өсөн дә үҙенсәлекле оҫтахана булып тора. Барыһы ла көн дә күрһәтелгән спектаклдәрҙе тикшереүҙә үҙҙәре өсөн мөһим һығымталар яһаны. Тәнҡитселәр коллегияһы рәйесе О. Пивоваров: «Тамашасыларға күп төрлө әҫәрҙәр тәҡдим ителде. Әгәр ҙә шуларҙың, исмаһам, береһе таң ҡалдырҙы, һоҡландырҙы икән, тимәк, фестиваль уңышлы үтте тигән һүҙ», – тине.
Иң һөйөнөслөһө, фестивалдең төп призын – «Иң яҡшы спектакль» номинацияһын Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының «Мәскәү – Васютки» спектакле яуланы! Режиссер Азат Йыһаншин өсөн был оло һөнәри еңеүҙәрҙең береһе. Спектаклдә төп ролде башҡарыусы Филарит Бакиров иһә «Иң яҡшы ир-егеттәр роле» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ – «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһы М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһы буйынса «Ай тотолоу» спектакле өсөн Айрат Әбүшаһмановҡа бирелде.
– Фестивалдәр һәр саҡ тулҡынландырғыс мәлдәргә бай була, ә «Туғанлыҡ», тәү сиратта, аралашыу­ҙарға һәм тәнҡиткә бай булыуы менән ҡәҙерле. Ил, донъя кимәлендә абруйлы жюри ағзаларының һинең эшеңде баһалауы бәхете бик йыш эләкмәй. Мин ҡуйған әҫәремә юғары баһа алыуыма бик шатмын. «Ай тотолған төндә» спектакле менән тәү тапҡыр студент саҡта таныштым, унда күмәк сәхнәләр­ҙә уйнағайным. Спектаклде тулыһынса яттан беләм, тик ниңәлер был драманы һәр саҡ үҙемсә кәүҙәләнештә күрҙем. Унда Тәңкәбикәнең ҡырҡ йыл элек ҡылған гонаһының киләсәк быуынға нисек тәьҫир итәсәге хаҡындағы фекер төп тема булып тора, – ти Айрат.
«Туғанлыҡ» фестиваленең тағы бер төп номинацияһы – «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» ҡумыҡ театрынан Тотуханым Осаеваға Әли Әмирле пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бай ҡатын» спектаклендә Хәүә роле өсөн бирелде.

Л. ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы