07.09.2012 Бер һүҙҙең тарихы
йәки Конкуренциямы, әллә көн күргәндә көрәшме?
Федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереүгә бәйле, ағымдағы йылдың июленән автомобиль заправкалау станцияларында, ҡала һәм ҡала яны туҡталыштарында һыра һәм һыра нигеҙендә эшләнгән эсемлектәрҙе һатыу тыйылды. Яңы йылдың тәүге көнөнән стационар булмаған сауҙа нөктәләрендә лә күперекле эсемлекте һатыу тыйыласаҡ. Был сауҙа тирәләй төрлө сикләүҙәр индереүҙәренән кем отасағын әйтеп тә тормайым. Бары бөгөн конкуренцияның көслө булыуын ғына һыҙыҡ өҫтөнә алам. Шуға ла әлеге һүҙҙең нимә аңлатыуын, ҡайҙан килеп сыҡҡанын яҙып үтәм.
Конкуренцияға Ожеговтың һүҙлегендә ниндәй аңлатма бирелә һуң? Дәғүәселек; үҙ файҙаһына, өҫтөнлөккә ирешеү өсөн көрәш.
Советтар Союзы ваҡытында был һүҙ тураһында һөйләгәндә һөрһөп бөткән Көнбайыш, элек антогонизм (шул уҡ дәғүәселек, көрәш) тип һаналған нәмә күҙ уңында тотола ине. Хәҙер иһә конкуренция – прогрестың төп бер шарты.
Әлбиттә, ул бик борондан килгән күренеш, латин телендә “concurrere” булараҡ яҙылған һәм яңғыраған һүҙ. Көрәшеү, дәғүә итеү, бәрелешеү тигән мәғәнәлә. Французса “concurrence” тип яҙылып, латинса мәғәнәһенә тап килә. Ә беҙ Бөйөк Британияның Уэльс тигән административ-сәйәси өлөшөндәге валлийса аңлатмаһын ҡарайыҡ. Унда “cynhyrchion” һүҙе аҙыҡ-түлек тип тәржемә ителә. Ни өсөн? Бәлки, башҡорттоң көнкүреш, көнкүрешең тигәнелер? Русса – твой быт, боронғоса “көнһүрешең” тип әйтелгән. Башҡортса көнәркәш, көнәркәшеү – соперничество, соперничать – һөнәр һүҙенән килеп сыҡманымы икән?
Ә валлийҙарҙа конкуренцияның яҙылышы бөтөнләй икенсе – cystadleuaeth. Был бер ҙә латиндыҡына яҡын түгел. Миңә башҡорттоң көс, ҡыҫтау, талау, этләү, эш тигән һүҙҙәре күренеп, әлеге һүҙ ҡыҫтау эш тип уҡыла. Руссаға күсерһәк, спешная, мучительная работа килеп сыға. Инглиздәрҙә конкуренция иң тәү сиратта эш менән бәйле, ә бәрелешеү, дәғүәләшеү менән түгел. Competition тип яңғырап, башҡортса “кем бөтә эшен (тиҙ)” тигәндең өҙөгө кеүек. Ә “эшен кем тиҙерәк бөтә” тап ярышыуҙы аңлата ла инде.
Ирланд телен ҡарайыҡ. Уларҙа конкуренция – “comortas”. Бында умарта һүҙе төҫмөрләнеп ҡала, ҡомар ҙа яңғырай. Умарталағылар тап шулай ҡомарланып эшләй ҙә инде.
Башҡорттоң көнкүреш тигәне валлийҙарҙың аҙыҡ-түлеге менән ауаздаш булыуын аңларға мөмкин, ә бына латинсаның конкуренцияһы ниңә бәрелеш булып китте икән? Әйткәндәй, был “concurrere” беҙҙеңсә “көн күрер, көн күреү”гә оҡшаш бит.
Хәҙер башҡа телдәр менән дә сағыштырып ҡарайыҡ.
Мариса “кенеж” – йәй, “кыраш” – һуғыу, туҡмау, “кораш” – һыҙыу;
хакасса “курес” – көрәш, “кюрергә” – күрергә;
ҡаҙаҡса “күрес” – көрәш, “күн көрiс азығы” – кәрәкле продукт, йәшәү минимумы;
әзербайжанса “gun” – көн, “mubarizә” – көрәш, “germәk” күреү;
уйғырса “күн” – көн, “күрәш” – көрәш, “көрмәк, көрүш” – күрергә.
Бынан күренеүенсә, валлийҙың һүҙе башҡортсанан һуң ҡаҙаҡса һәм уйғырсаға ла тап килә. Ә конкуренция ҡайҙа булған һуң? Моғайын, элек ул “көн көрәш” – көндәлек көрәш, аҙыҡ-түлек өсөн көрәште аңлатҡандыр. Французсаның “concurrence” иһә башҡорттоң “көн күреүенсә”һенең (көндәлек көрәш һөҙөмтәһе) боҙолған яңғырашына тура килә.
Конкуренция һүҙе бөтә халыҡтарҙа ла бар. Айырыуса немец һәм баск (Испаниялағы милләт) иғтибарҙы йәлеп итә. Тәүгеһендә “wettbewerb” (ветбеверб) русса “борьба”ға оҡшаһа, баскыларҙың “lehiaketa” (леһиакета) башҡорттоң “илаһ ҡото” – илаһи уңыш тигәнгә ауаз кеүек. Ғөмүмән алғанда, баскыса “jainkoa” (джаинкуа) башҡорт теле диалектында “жайын ҡуя”, йәғни “яйын ҡуя, яйға һала, тәртипкә килтерә”гә оҡшаған түгелме?
Шулай итеп, бер генә һүҙ артынан тарихҡа юлланып, конкуренцияның борондан булыуын, уның билдәле бер тәртипкә һалыныуын, мәнфәғәттәргә бәйле килешеү шарты булып ҡабул ителеүен белдек. Башҡорттарҙың да ҡайһы халыҡҡа йоғонтоһон тойҙоҡ (был йәһәттән rs-lit.narod.ru-ла үҙемдең “Британцы – потомки башкир” тигән китабымды уҡырға мөмкинлеген белдерәм).
Инглиз-башҡорт әлифбаһынан бер өҙөк:
А (anchor) якорь – тәрән керә
E (elefant) слон – элепсән танау
F (featr) перо – өҫкә осора
J (jaguar) ягуар – йүгерә
K (kind) род, семья – яҡындар
O (oil) масло – май
Q (queue) коса – ҡуйы сәс
T (toy) игрушка – уйнатыу
V (veil) покрывало – йылы
W (web) паутина, ткань – еп
Y (yard) двор – йорт
Z (zone) пояс, зона – оҙон
Радик САФИН.
Өфө ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»