RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сал тарих биттәре һаҡлана

04.09.2012 Сал тарих биттәре һаҡлана

Сал тарих биттәре һаҡлана
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сталин премияһы лауреаты Михаил Нестеров башҡорт һынлы сәнғәте үҫешенә этәргес көс биреүсе шәхес. Өфөлә тыуып буй еткергән рәссамдың ижады рус мәҙәниәтенең көмөш быуаты осороноң дини-философик эҙләнеүҙәренә бәйле. Рәссам тыуҙырған образдар иң яҡшы ижади һыҙаттарҙы туплаған һәм Рәсәй һынлы сәнғәтенең классикаһына әүерелгән.
1913 йылда Михаил Нестеров тыуған ҡалаһына ХIХ быуаттың аҙағы – ХХ быуаттың башында ижад ителгән йөҙҙән ашыу әҫәрҙән торған уникаль коллекцияһын, шулай уҡ өс тиҫтәгә яҡын үҙенең эшен бүләк итә. Улар араһында Шишкин, Левитан, Ярошенко, Коровин, Бенуа, Поленов, Архипов һәм башҡа билдәле оҫталарҙың картиналары булған. Был ҡиммәтле бүләкте һаҡлау өсөн Өфө властары бина төҙөргә ҡарар итә. Әммә еңел булмаған Граждандар һуғышы осоронда ундай мөмкинлек булмай. Шуға күрә урман сәнәғәте менән шөғөлләнеүсе сауҙагәр М. Лаптевтың йорто музей итеп йыһазландырыла.
Сал тарих биттәре һаҡлана
М. Нестеровтың дуҫы, яҡташыбыҙ, билдәле архитектор И. Бон­даренкоға музейҙы тулыландырыу бурысы йөкмәтелә. Ул уны яңынан-яңы экспонаттар менән байытыуға ҙур көс һала. 1920 йылдың майына музейҙа яҡынса – 1500 экспонат, китапханаһында 2500 китап иҫәпләнә. Шул йылда бина халыҡ өсөн үҙ ишектәрен аса. 1954 йылда музей­ға М. Нес­теровтың исеме бирелә. Бөгөн Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез районының Вос­кресенское ауылында музей­ҙың филиалдары эшләй.
Музей йылдан-йыл яңы экспонаттар менән тулыландырыла. Бөгөн унда һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, графика, скульптура, шулай уҡ декоратив-ғәмәли сәнғәттең башҡорт, рус һәм сит ил бүлектәре бар. Боронғо рус, XIX быуат башынан алып хәҙергә тиклемге рус һынлы сәнғәте коллекциялары, бөгөнгө баш­ҡорт, шулай уҡ Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш сәнғәте өлгөләре туплан­ған. Михаил Нестеровтың 107 әҫәре һаҡлана.
Башҡорт дәүләт художество музейында боронғо иконалар, XVIII быуатта ижад ителгән портреттар, шулай уҡ И. Айвазовский, И. Леви­тан, А. Саврасов, Н. Гончарова, М. Ларионов, И. Репин, В. Перов, М. Врубель, В. Серов, Н. Рерих, А. Бенуа һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең үлемһеҙ әҫәре менән танышырға була. Рус футуризмына нигеҙ һалыусы Д. Бурлюктың Рәсәйҙәге иң бай коллекцияһы ла бында тупланған.
Музейҙың сит ил бүлегендә А. Каналетто, Дж.-П. Паннини, Н. Ланкре, К.-Ж. Верне, Л. Бакхейзен, А. Дюрер, Дж.-Б. Пиранези, Ф. Бартолоцци һәм башҡаларҙың картиналары урынлаштырылған. Баш­ҡортостан рәссамдары ҡ. Дәү­ләткилдиев, А. Лежнев, М. Елгаштина, А. Тюлькин, Р. Нурмөхәмәтов, А. Лотфуллин, Б. Домашников, А. Бурзянцев, Ә. Ситдиҡованың, скульпторҙар Т. Нечаева, З. Басиров, Б. Фузеев, А. Шутов, Э. Саитов, А. Коро­левскийҙарҙың эштәре лә бында һаҡлана.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, М.Нестеров исемендәге музей Третьяков галереяһы һәм Рус дәүләт музейы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Учреждение экспонаттарының сит ил күргәҙмәләрендә даими ҡатнашыуы күпте һөйләй. Ә үҙенең залдарында Германия, ҡытай, Италия рәссамдарының эштәрен ҡабул итә.
2003 йылдан алып музей менән С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, З. Исмәғилев исемендәге дәүләт сәнғәт академияһы доценты Фәйзрахман Исмәғилев етәкселек итә.
25 сентябрҙә бөйөк рәссамдың тыуыуының 150 йыллығы Рәсәйҙә киң билдәләнәсәк. Ошо дата айҡанлы Башҡорт дәүләт художество музейында күләмле саралар уҙғарыласаҡ. Музей директоры Фәйзрахман Исмәғилев әйтеүенсә, Өфөгә Михаил Нестеровтың ейәнсәре Мария Титова һәм башҡа олпат ҡунаҡтар киләсәк. “Байрамға арналған күргәҙмәләр, Нестеров уҡыуҙары, балалар өсөн конкурстар ойоштороласаҡ. Әлеге мәлдә Рә­сәйҙең 22 музейынан Михаил Нестеровтың 83 әҫәре килтерелде. Сара барышында Өфө ҡалаһында Михаил Нестеров исемендәге сквер асыласаҡ”, – тине ул. Бөйөк рәссамдың заманында беҙгә картиналар бүләк итеүе Башҡортос­тандың мәҙәниәтен тағы ла байытты. Беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, сәнғәт өлгөләренә иғтибарлы булыр­ға кәрәк.
Бөгөн музейҙа ун ике меңгә яҡын әҫәр һаҡлана. Шул сама ижади ҡомартҡының барыһын да халыҡ иғтибарына тәҡдим итеү түгел, улар­ҙы шартына еткереп һаҡлауы ла бик ауыр. ХIХ быуатта төҙөлгән бина бик иҫкергән һәм тар. “Үкенескә күрә, бөгөн ҡайһы бер картиналар хатта иҙәндә тора”, – ти музей хеҙмәткәрҙәре.
– Экспонаттарҙың ни бары дүрт процентын ғына халыҡҡа күрһәтәбеҙ. Йәштәр, уҡыусылар беҙгә йыш килә, яңы-яңы картиналарҙы ҡуйыуыбыҙҙы үтенәләр. Әммә урын булмау сәбәпле, ундай мөмкинлек юҡ”, – ти Фәйзрахман Абрахман улы.
Сәнғәт өлгөләренең шундай хәлдә булыуы аяныслы, әлбиттә. Оло ҡыуанысҡа, әлеге проблема бына-бына хәл ителергә тора. 2015 йылда музей биләмәһендә заманса яңы йорт ҡалҡасаҡ. Майҙаны 4500 квадрат метр тәшкил иткән бинала күргәҙмәләр, лекция залдары, китапхана, реставрация оҫтаханаһы буласаҡ. Әлегә уның проекты ҡарала. Бының өсөн республика бюджетынан биш миллион һум аҡса бүленгән. Етәкселектең сәнғәткә булған шундай ҡарашы хуплауға лайыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы