13.07.2012 «Осҡон»дар осҡон сәсрәтә!
Сәхнәлә күбәләктәй өйрөлөп бейегән һылыуҙар, өлгөлө балалар бейеү ансамбле «Осҡон»доң ҡыҙҙары, һауанан яһалған һымаҡ ине. Уларҙың аяҡтары ла ергә теймәгәндәй – осоп ҡына йөрөйҙәр! Инде һуңғы аккорд яңғырап, бейеү тамамланғас, фәрештәләй күренгән нәфис ҡыҙҙар тамашасыларға ихлас йылмайыу бүләк итеп, аяҡ остарында ғына бер-бер артлы шаршау артына инде... һәм шунда уҡ, өҫтәренә гер таҡҡандай, ауыр эш эшләп өйрәнгән ауыл ҡыҙҙарына ғына хас дөпөлдәтә баҫып, алпан-толпан атлап китте.
Ошо ҡыҙыҡ күренеш хаҡында «Осҡон»доң етәксеһе Айбулат Әһлиевҡа әйткәйнем, ул көлөп, ҡулын һелтәне: «Инде күпме әйтәм, сәхнәнән төшкәс тә лап-лоп атлап китмәгеҙ тип, һаман үҙенекен итәләр, эй-й, балалар...» Шул саҡтағы хакимиәт башлығы Радик Вәхитовтың инициативаһы менән Айбулат төпкөлдә урынлашҡан тыуған ауылында яңы ғына эш башлаған кеүек ине, тиҫтә йыл ғүмер үтеп тә киткән, имеш – ул етәкләгән «Осҡон» ансамбленә быйыл ун йыл! Ошо уңайҙан Учалы районының Баттал ауылында оло байрам ойошторолдо. Алыҫ ара тип һылтанып, саҡырылған ҡунаҡтарҙың береһе лә тамашанан ситтә тороп ҡалманы, «һә» тигәнсе елдереп килеп еттеләр. Сөнки батталдарҙың бейеүен йыш күреп булмай, ә күрһәң инде, рухланып, илһамланып китәһең, аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре бейергә төшә башлай. Шулар һымаҡ дәртләнеп бер бейергә ине, тип эс ҡыҙғанда һәләтең булмауы ғына һикереп төшөүҙән туҡтата. Айбулатҡа инәлеп барһаң, бейергә өйрәтә инде ул (айыуҙың айыуын велосипедта йөрөргә өйрәткәнде ни!). Бөтөнләй бейемәгәндәрҙе лә тыпырлаттырған Айбулатҡа Баттал мәктәбенең бөтә уҡыусылары ла яҙылған: берәүҙәре «Осҡон»доң төп төркөмөндә, икенселәре әҙерлек төркөмөндә генә булһа ла, репетицияларға берҙәй үк дәртләнеп йөрөйҙәр. Һәләттәре барыһының да бер тигеҙ түгел бит инде (кемдер бейеп тыуа, ә кемдер «Әпипә»не баҫырға ун йыл өйрәнә), ә шулай ҙа ихлас тырышып шөғөлләнәләр, әйтерһең дә, профессиональ бейеүсе булырға йыйыналар. Юбилей тамашаһында сәхнә күрке булған солистка Алһыу Сөләймәнованың әсәһенән төпсөнәм, йәнәһе лә: «ҡыҙығыҙ тик бейеү менән генә мас булалыр, өйҙә башҡа эш башҡармайҙыр ул?» Уҡытыусы Флүрә Нуретдин ҡыҙы ҡабынып уҡ китте: «Бәй, нишләп эшләмәһен, ти?! Өйҙәге бар эште лә эшләй (айырыуса бешеренергә ярата ҡыҙыбыҙ), бер минут та тик торғаны юҡ». Ике балаһы ла «Осҡон»да бейеп үҫкән Аида Байегетова ла уны йөпләне: «Ауылда эш бөтәме ни, һәр ҡул иҫәпле, тигәндәй... Ләкин бейергә тигән ынтылыштарын йөпләп, ҡеүәтләп торабыҙ. Бейеһендәр әйҙә!». Бейегән кеше бай була, тигәнгә ышанғанға түгел, Батталда шундай сәмле ата-әсәләр йәшәй. Улар саңғыла шыуырға теләгән балаһына иң шәп саңғы һатып ала, бер-береһенән күрмәксе ул-ҡыҙҙарын заманса велосипед менән ҡыуандыра, бейейем, тигәндәренә лә бөтә шарттар тыуҙыра. Әллә Айбулат Ғәлимырҙа улы белем алыуҙа һынатмауҙы талап иткәнгә, әллә бейегәндә ҡандары шәп әйләнгәнгә, «Осҡон»ға йөрөгән баланың уҡыуы ла күҙ алдында яҡшыра.
– Сығарылыш уҡыусыларының күптәре мәктәптән һуң Белорет педагогия колледжына, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына уҡырға бара, – ти мәктәп директоры Муса Бирғәлин. – Хәйер, ҡайҙа барһалар ҙа, яҡшы уҡыған бейеүсе һәм спортсы балаларыбыҙҙы ҡуш ҡуллап алалар.
Ансамблдә ун йыл эсендә тиҫтәләрсә бала шөғөлләнгән (барыһы ла тик Баттал ауылынан ғына)! Әлеге ваҡытта 7 йәштән 14 йәшкә тиклем ҡырҡ бала бейей. Иң бәләкәстәрҙе бейеү серҙәренә йәш хореограф Альбина Әһлиева өйрәтә. «Осҡон»доң репертуарында төрлө милләт бейеүҙәре, әммә үҙәктә, әлбиттә, үҙебеҙҙекеләр – балалар Фәйзи Ғәскәров, Рәйес Низаметдинов, Йәүҙәт Ишбирҙин, Миңләхмәт Зарипов ҡуйған композицияларҙы яратып башҡара. Һаманғаса «Ләйсән»дә бейегән Айбулат Әһлиевты ансамбль юбилейы менән тәбрикләргә үҙенең ҡарлуғастары ғына түгел, өлкән иптәштәре Ринат Жамалов, Миҙхәт Алсынбаев, Салауат һәм Закир Ғариповтар ҙа килгәйне. Улар бергәләп Рәйес Низаметдинов ҡуйған «Фронтовиктар» бейеүен тамашасыларға бүләк итте. Бәлки, Айбулат үҙе лә бейегәнгә, камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамағанға, тәрбиәләнеүселәре лә остаздарын һынатмаҫҡа тырышалыр. Иң һуңғы еңеүҙәре – «Еҙ үксә» IV республика конкурсында гран-при яулауҙары.
...1932 йылда Мәскәү хореография техникумына балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Фәйзи Ғәскәров барып эләгә. Уны бөйөк Игорь Моисеев уҡыта. Һуңғараҡ ул һәләтле башҡорт егетен СССР Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә солист һәм үҙенә ассистент итеп саҡыра. Ләкин баш ҡалала бер ни тиклем эшләгәндән һуң Ғәскәров тыуған яғына ҡайтыуҙы хуп күрә һәм Өфөлә башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора. Аҙаҡ, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, ансамбль менән хушлашырға мәжбүр булған балетмейстер Әбйәлил һәм Учалы райондарында ла бейеү коллективтарына нигеҙ һала. Миҙхәт Алсынбаев, «Осҡон» – ул «Ләйсән»дең бер осҡоно, ти икән, тимәк, төпкөл ауыл сәхнәһендә бейегән балаларға бөйөк Игорь Моисеев менән Фәйзи Ғәскәровтың да рух осҡоно сарпылған...
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»