RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мулдаҡай көслө рухлы халҡы менән бай

10.07.2012 Мулдаҡай көслө рухлы халҡы менән бай

Башҡортостанда кем ауыҙ тултырып, бер ауылға барырға ярты көн кәрәк булды, тип әйтә ала? Бары тик Иҙел башы халҡы! Эйе, тәғәйен ергә ваҡытында барып етеү өсөн улар иртәнге сәғәт алтыла йыйына башлай. Беҙ ҙә коллегалар менән Мулдаҡай ауылының 275 йыллыҡ юбилейын билдәләү маҡсатында йоҡонан асылмаған күҙҙәрҙе ыуа-ыуа юлға сыҡтыҡ. Инйәр төбәгенең ҡабатланмаҫ тәбиғәтенең гүзәллегенә һоҡланып килеп, өс сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Мулдаҡай ауылы Белорет райо­нында, бейек Мышыүҙәге, Олоғолаҡ, Өпәтүбә тауҙары, ҡуйы урман араһында, диңгеҙ кимәленән 700 метр бейеклектә урынлашҡан. Үҙенең тарихи ваҡиғалары, киң күңелле, көслө рухлы халҡы менән бай ул. Шуларҙың береһе – ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Заһиҙә инәй Мөхәмәтйәрова. Байрам тантанаһына дәртле генә йүгерә-атлай китеп барған инәйҙе саҡ ҡыуып етеп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирәм. «Һикһәненсе тиҫтәне тултырам инде, – тип һүҙен башланы, ҡарттарса матур йылмайып, Заһиҙә инәй, – тыуған яҡтарға йыш ҡайтып та булмай. Алыҫ юлдарға йәш саҡта ҡурҡмай сығыла ине… Ә-ә-әй, юл тиһеңме ни! Хатта Ләмәҙ йылғаһында яҙ миҙгелдәрендә һал ағыҙыуҙы эшкә лә һанамай инек. ҡурҡыуҙы белмәгәнбеҙме, әллә тыуған илгә ҡарата патриотлыҡ хисе көслө булғанмы, боҙ урынынан ҡуҙғалыу менән эшкә тотонор инек. Бер ваҡыт бер ауылдаш егет, «За Родину, за Сталина!» тип, ең һыҙғанып, башҡаларҙы дәртләндереп, беренсе булып Ләмәҙгә юлланды. Шунда аяғы ағасҡа эләгеп, боҙ аҫтына китте лә барҙы. Ярай ярҙа оло йәштәге ағайҙар булды. ҡыҙ-ҡырҡын сыр-сыу килгәнсе, уны тартып та сығарҙылар. Хәҙер ун алты йәшлек ҡыҙҙарҙы урамға сығарыр­ға ҡурҡаһың, ә беҙҙең быуын йәштәре алтмышынсы йылдарға тиклем, урман хужалығы предприятие­һы асылғансы тау йылғаларында һал ағыҙҙы». Әйтергә кәрәк, хәҙерге быуын йәштәре 3-сө разрядлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булыу өсөн тап яҙғы Ләмәҙҙе үтергә те­йеш. Тимәк, Заһиҙә инәйҙең йәштәштәренең барыһы ла – спорт мастеры исеменә лайыҡ булыусы шәхестәр!
Ауыл «түрендә» – өр-яңы мәктәп эргәһендә Мулдаҡайҙың 275 йыллыҡ юбилейы тантанаһы башланды. Рәсми өлөшөндә мәктәп директоры Тимур Зәйнетдинов алыҫ юлдарҙы яҡынайтып килгән ауылдаштарын байрам менән тәбрикләне. Белорет районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рим Хажиев, Мулдаҡай халҡын сәләмләп, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Нәғим Әхмәтйәнов, Булат Мөхәмәтйәров, Мәжит Талипов, Илфат Әминев, Ғаян Әхмәтйәнов, Ривал Рәхимов, Радик Шамиев, Тимур Зәй­нетдиновтарға район советы исеменән Рәхмәт хаттары һәм Мулдаҡай мәктәбенә спорт инвентарҙары тапшырҙы. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләрен һалып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Байрам яланында боронғо карталарға иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. 1755 һәм 1796 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһында сыҡҡан картала барлыҡ башҡорт ауылдарының атамаларын күрергә мөмкин. Был тарихи ҡомартҡы менән ауылдаштарын таныштырыу­сы ауыл аҡһаҡалы Хәниф Әхмәтйәнов менән аралашыу бәхетенә ирештем. Ул тыуған төбәгенең тарихы менән алтынсы синыфта уҡығанда ҡыҙыҡһына башлай, хатта «Йондоҙ» тигән ойошма ойоштороп, ауылдың, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихын йыя. Өфөгә йәшәргә күскәс, бар яҙмаларын Рәшит Шәкүргә күрһәтә. Әммә билдәле ғалим уны, маҡтау­ҙан тыш, оло тәнҡит утына ла тота. Был яҙмаларҙы бары кеше һүҙенә генә таянып яҙылыуы, тарихи документаль факттарҙың бөтөнләй булмауы арҡаһында буш ҡағыҙ менән сағыштыра ул. Хәниф ағай үҙенең эшен тулыландырыу маҡсатында Үҙәк архивта көндәр буйы ултырып эшләй башлай. Шунда ул 1564 йылда старшина Мулдаҡай тарафынан махсус документ нигеҙендә ауылға нигеҙ һалыныуы, ул мәлдә унда бары 12 йорт булыуы тураһында (әйткәндәй, ул ваҡытта ауылдар 12 йорттан да артыҡ булырға тейеш булмағанлыҡтан, бер йортта 3 – 4 ғаилә йәшәгән), 1795 йылдарҙа кеше һанын иҫәпкә алғанда 45 ир-егеттең көн итеүе (ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпкә алмағандар) һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт йыя. Мулдаҡай ауылының тәүге ултыр­ған ере Ләмәҙ менән Биҙәреш йылғалары ҡушылған ерҙә була. Тик бер яҙ миҙгелендә, тау йылғалары ныҡ ташҡан мәлдә бер юлы биш баланың ғүмере өҙөлә. Шунан ауыл аҡһаҡалдары, кәңәшләшеп, икенсе ергә күсеп ултырырға ҡарар итә. Әйтергә кәрәк, улар ауылдың урынын бик дөрөҫ һайлаған. Дүрт урамдан торған Мулдаҡай ауылы ултыр­ған ерҙән бөтә тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренә.
… Мулдаҡайҙың 275 йыллыҡ юбилейына Башҡортостандың, Рәсәйҙең бар төбәктәренән, ҡаҙағстан Республикаһында йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡайтҡайны. Әйткәндәй, байрамдың иң ҡыуаныслы күренеше – балалар­ҙың күп булыуы, хатта ауылдың иң йәш кешеһе – Алтынай Һөнәрғолова үҙенең әсәһе менән байрамға ашыҡҡан. ҡунаҡтар ауылдың төп нигеҙен тәшкил иткән Әхмәтйәнов, Сәйфуллин, Вәлиев, Мөхәмәтйәровтар ғаиләләре әҙерләгән башҡорт милли аштарынан ауыҙ итте. Ауылдың үҙешмәкәр артистарының, «Еңгәләр» халыҡ фольклор ансамбленең сығыштары оло алҡыштарға күмелде. Байрамды ойоштороусы төркөмгә, дәртләнеп донъя көткән халыҡҡа Асы ауыл хакимиәте башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова ҙур рәхмәтен белдерҙе. Мулдаҡайҙың 275 йыллыҡ юбилейында ауыл аҡһаҡалдары мәсет төҙөргә ҡарар итте. Иншалла, ышанам, тырыш һәм татыу, матур ауыл халҡы киләсәктә иман йортоноң ишеген асып та ҡыуаныр әле! Изге теләктәрегеҙ фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килһен.


Айгөл КИРАМОВА.
Белорет ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы